Эстәлеккә күсергә

Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЗАО «Белорецкий завод рессор и пружин»
Тип

Ябыҡ акционерҙар ойойшмаһы

Нигеҙләнгән йыл

1941

Урынлашыуы

Белорет, Башҡортостан, Рәсәй

Төп фигуралар

Радченко Иван Иванович (бизнесмен)

Тармаҡ

машинатөҙөү

Продукция

рессорҙар, пружиналар

Эшселәр һаны

400 кеше.

Сайт

bzrp.ru


ЯАО «Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы» (БЗРП) — Рәсәйҙең автомобилдәр, тимер юл транспорты, энергетика өсөн пружина һәм рессорҙар етештереү буйынса сәнәғәт предприятиеһы. Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында урынлашҡан.

2000 йылдар башынан предприятие Урал төбәктәрендәге иң йылдам үҫешкән компаниялар исемлегенә инә[1][2][3][4][5][6].

Предприятие үҙенең эшмәкәрлеген 1941 йылдан алып бара. Урындағы ҡалай һауыттар етештереү сәнәғәте предприятиеһы һәм Мәскәүҙән эвакуацияланған ауыл хужалығы машиналары етештереү заводы нигеҙендә ойошторолған. Яңы производство «Автотрактородеталь» (директоры Ф. Д. Гулин) исеме ала. 1947 йылда «Белорет металл эшкәртеү заводы» тип атала, 1957—1965 йылдарҙа «Белорет металлургия комбинаты» составында була, 1969 йылдың сентябренән — «Белорет трактор нормале заводы», 1969 йылдың ноябренән Белорет трактор рессорҙары һәм пружиналары заводы исеме менән йөрөтөлә.

1950 йылда заводта производствоны техник яҡтан яңыртыу үткәрелә: яңы цехтар, ҡаҙанлыҡ, заводтың клубы, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары төҙөлә, завод юлдарына асфальт түшәлә.

1960 йылда урау һәм торц шымартыу автоматтары, металдың бөтә төрҙәрен йылытыу өсөн һынау машиналары һәм ҡорамалдар барлыҡҡа килә; бөтә йылытыу агрегаттары ла газ яғыулығына күсерелә (1968). 1967 йылда илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып был завод тауарҙарҙы ағымлы тураҡлап эшкәртеү алымын ҡуллана башлай.

1970 йылда заводҡа тимер юлдар һалына, цехтарҙа күпер краны урынлаштырыла, йөк тейәүҙе автоматик башҡарған машиналар һәм электрокар барлыҡҡа килә, эре пружиналар һәм бармаҡ трактары линияларын механизациялау төҙөкләндерелә. Шул заманда эҫе пружиналар цехы, «Бригантина» пионер лагеры, балалар баҡсаһы, торлаҡ йорттар төҙөлә башлай.

1980 йылда Силәбе трактор заводы конвейеры өсөн рессорҙар етештереү һәм тәьмин итеү юлдары үҙләштерелә, металл ҡырҡыу ҡорамалы паркы тулыһынса яңыртыла, беренсе сираттағы рессорҙар һәм пружиналарҙы эҫе килеш урау корпусы, әйләнештәге һыу менән тәьмин итеү үҙәге, ашхана файҙаланыуға тапшырыла. 1989 йылда хеҙмәт етештереүсәнлеге етештереү күләме һәм социаль өлкә буйынса үҙенең иң бейек нөктәһенә етә.

1991 йылда, хаҡтарҙы дәүләт үҙәкләштерелгән көйләүҙән баш тартҡандан һуң, завод сығарған запас частарға тәүге тапҡыр килешеү буйынса хаҡ ҡуйыла.

1993 йылда завод дәүләт предприятиеһынан асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әүерелә. 1993—2000 йылдар ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа сәнәғәттең яңы иҡтисади шарттарға яраҡлаштырыу йылдары булып тора, бында структур үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә. 1999 йылда заводта 751 кеше эшләй.

2000 йылда «Белорет трактор рессорҙары һәм пружиналары заводы» Асыҡ акционерҙар ойошмаһы «БЗТРП идара компанияһы» Ябыҡ акционерҙар ойошмаһы итеп үҙгәртелә, Иван Иванович Радченко уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

2002 йылда Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «БЗТРП» базаһында яңы предприятие Ябыҡ акционерҙар ойошмаһы «Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы» булдырыла.

2012 йылдың декабрендә «БЗРП» Ябык акционерҙар ойошмаһында идара итеү программаһы булған автоматлаштырылған стан эшкә индерелә, ул кесе яҫмалы рессорҙарҙың параболик яҫмаларын прокатлау, шулай уҡ төрлө диаметрҙағы һәм конфигурациялағы рессор ҡолаҡсындарын алырға мөмкинлек биргән ҡолаҡсындарҙы бөкләп ҡуйыу машинаһы ла эшкә индерелә.

2013 йылда OMD итальян фирмаһы менән берлектә эшкә индерелә һәм үҙләштерелә: — спираль пружиналарҙы автоматик йомарлаусы станоктар; — пружиналарҙың терәк өҫкә яғын шымартыусы автоматик станоктар; — ҡатмарлы киңлек формаһындағы һалҡынлай урау пружиналарын әҙерләү өсөн станоктар.

Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы тимерсыбыҡтың диаметры 2,0 мм алып 400,0 мм еткән эҫе һәм һалҡын ҡойолоштағы ҡыҫылмалы, һуҙылымалы, йомарланған пружиналар етештерә, улар автомобиль, машина төҙөү, электротехник өлкәләрҙә ҡулланыла ала, ә юлаҡтары 3,0 — 35,0 мм булған рессор продукцияһы — автомобиль һәм уның арбаһы өсөн[7].

2008 йылда завод Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәре, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының почёт грамотпһына лайыҡ була[8].

2010 йылда Белорет рессоҙар заводы Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурс программаһы дипломанты һәм Рәсәйҙең юғары сифатлы тауарҙар етештереүселәренең конкурсы финалсыһы[9].

2012 йылда «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, сифат проблемалары академияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республиаһы Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһының төбәк бүлексәһе[10].

2016 йылда предприятие булып призером в номинации «иң яҡшы шарттары һәм хеҙмәт һаҡлау ойошмаһы» машиналар эшләү сәнәғәте тармағы ойошмалары араһында 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 3 урын биләйref>Названы победители в номинации «Лучшая организация условий и охраны труда» в машиностроительной отрасли(недоступная ссылка)</ref>[11].

  • Фаизова Ф. А. Введение // Белорецкая энциклопедия. — Белорецк, 2007. — 260 с. — ISBN 978-5-8258-0248-0.
  • Филимонов М. А. Школа жизни: К 100-летию профсоюза машиностроителей Республики Башкортостан. — Уфа: Лето, 2005. — 144 с. — ISBN 5-87308-017-8.
  1. 20 наиболее динамичных компаний. Эксперт. Дата обращения: 4 июль 2017. 2015 йыл 4 май архивланған.
  2. Почти половина промышленных предприятий Башкирии отработала в 2010 году со значительным плюсом(недоступная ссылка)
  3. Белорецкий металлургический комбинат и Белорецкий завод рессор и пружин в числе лучших экспортеров Башкортостана
  4. Белорецкая промышленность идет в гору
  5. Около 160 млрд руб. составил оборот обрабатывающих предприятий Башкирии за полгода
  6. Белорецкий завод рессор и пружин (Башкирия) подвел итоги 2003 года. Regnum. Дата обращения: 4 июль 2017.
  7. Торгово-промышленный портал МЕТАПРОМ 2018 йыл 26 февраль архивланған.
  8. Уфа: награждены лучшие предприятия-экспортеры
  9. 100 лучших товаров России Пружины цилиндрические винтовые для подвижного состава железных дорог
  10. Республика определила 100 лучших товаров России 2014 йыл 4 август архивланған.
  11. ЛУЧШАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ УСЛОВИЙ И ОХРАНЫ ТРУДА