Белякова Лидия Ивановна
| Белякова Лидия Ивановна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 18 ғинуар 1929 (97 йәш) |
| Тыуған урыны | Йәшел Үҙән, Казанский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | табип |
| Эш урыны | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
| Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
| Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Белякова Лидия Ивановна (18 ғинуар 1929 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-логопеды, табип, педагог, медицина фәндәре докторы (1982), Мәскәү дәүләт педагогия университетының дефектология факультетында логопедия кафедраһы профессоры (1987)[1]. Мәскәү дәүләт педагогия университетының Почетлы профессоры[2], «Хеҙмәт ветераны», «Мәскәүҙең 850-йыллығына»[3] миҙалдары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лидия Ивановна Белякова Татар АССР-ы Зеленодольск (Йәшел үҙән) ҡалаһында 1929 йылдың 18 ғинуарында тыуған.
1952 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай. 1952—1955 йылдарҙа Авиация медицинаһы институтының психология бүлегендә эшләй. 1956—1960 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Юғары нервы эшмәкәрлеге институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1962 йылда «Сравнительное исследование действия люминала и гексамидина на высшую нервную деятельность детей, больных эпилепсией» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2][3]. Лидия Ивановна Белякова СССР Медицина фәндәре академияһының Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең юғары нервы эшмәкәрлеге лабораторияһында оҙаҡ йылдар буйынса хеҙмәт итә. Ул шулай уҡ Алжирҙың Оран ҡалаһында табип-психиатр булып та эшләй.[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
- «Мәскәүҙең 850-йыллығына» миҙалы.