Эстәлеккә күсергә

Белякова Нина Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белякова Нина Семёновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Астраханская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2002
Һөнәр төрө терапевт
Уҡыу йорто Әстерхан дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Белякова Нина Семёновна (1 декабрь 1916 йыл — ?) — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Нина Семёновна Белякова 1916 йылда Әстерхан губернаһында Әстерхан ҡалаһында тыуған.

1940 йылдан 1944 йылға тиклем Әстерхан медицина институтында белем ала. 1944 йылдан 1945 йылға тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1944 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 12-се гвардия танк корпусының 393-сө гвардия үҙйөрөшлө артиллерия полкы составында 2-се гвардия танк армияһы - гвардия өлкән лейтенанты врач вазифаһында хеҙмәт итә. Белоруссия 1-се фронтында һуғышта ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашҡаны өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы һәм«Берлинды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1946 йылдан Совет Армияһы сафынан демобилизацияланғандан һуң Әстерхан ҡала хастаханаһының участок табиб-терапевты булып эшләй. Н. С. Белякова тырышлығы менән уның участогында ауырыуҙарҙың иң түбән булыуы күҙәтелә. Ауырыуҙарҙы дауалағанда дауалау физкультураһы һәм бальнеологик һәм физиотерапевтик процедуралар менән өр-яңы медикаменттар ҡалланыла. Н. С. Беляков үҙенең пациенттарын диспансер күҙәтеүендә төрлө ауыруҙарҙы профилактикалау өсөн профилактик прививкалар ҙа үткәрә.

1961 йылдың 11 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының «1961 йылда юғары хеҙмәт ҡазаныштары өсөн» Указы менән Нина Семёновна Белякова «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1971 йылдың 2 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән "Совет сәләмәтлек һаҡлау һәм медицина фәнен үҫтереүҙәге ҙур ҡазаныштары өсөн" Нина Семёновна Белякова «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ленинград өлкәһе Всеволожск районының Кузьмоловский биҫтәһендә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кузьмин М. К. Учёные-медики – Герои Социалистического Труда. – Москва, 1988