Бергамо
БергамоҠалып:Словуд (итал. Bergamo ['bɛrgamo] , ломбе. Bèrghem, лат. Bergomum) — Италияның Ломбардия өлкәһендәге ҡала, шул уҡ исемле провинцияның административ үҙәге. Милан ҡалаһынан яҡынса 50 км көнсығыштараҡ Брешиа һәм Венеция юлында, Альп тауҙары алдында, По йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 116,5 мең кеше.
Ҡаланың ҡурсалаусыһы — изге мученик Александр Бергамский, байрамы — 26 август.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке ҡала (итал. Città Alta, «Үрге ҡала») диңгеҙ кимәленән 380 метр бейеклектәге ҡалҡыулыҡта — Альп тауҙарының армыты талғын ғына уңдырышлы тупраҡлы йылға үҙәненә күскән ерҙә тора. Ул яңы ҡала менән фуникулер менән тоташҡан. Яңы ҡала тирә-яғы менән бергә иҫке ҡала торған уба менән уратып алынған. XХбыуат башында Муратов Павел былай тип яҙа:
Бергамо состоит как бы из двух отдельных городов, и если большой город внизу, на равнине, кажется не слишком привлекательным со своими индустриальными кварталами и широкими улицами, раскинувшимися на месте былой ярмарки, то прекрасен маленький старый город вверху на горе, полный тени и свежести в самое жаркое летнее утро, когда сырая прохлада винных подвалов несется навстречу сладким ароматам увивающих стены глициний. Высоко, очень высоко поднимаются в море ломбардских нив и садов колокольни церквей нижнего Бергамо, увенчанные фигурами архангелов с мечом в руке. И мимо этих церквей — Сант Алессандро, Сан Спирито, Сан Микеле, Сан Бернардино и Сан Бартоломмео — не должен пройти тот, кто знает долю участия Бергамо в итальянской живописи.
Бергамо состоит как бы из двух отдельных городов, и если большой город внизу, на равнине, кажется не слишком привлекательным со своими индустриальными кварталами и широкими улицами, раскинувшимися на месте былой ярмарки, то прекрасен маленький старый город вверху на горе, полный тени и свежести в самое жаркое летнее утро, когда сырая прохлада винных подвалов несется навстречу сладким ароматам увивающих стены глициний. Высоко, очень высоко поднимаются в море ломбардских нив и садов колокольни церквей нижнего Бергамо, увенчанные фигурами архангелов с мечом в руке. И мимо этих церквей — Сант Алессандро, Сан Спирито, Сан Микеле, Сан Бернардино и Сан Бартоломмео — не должен пройти тот, кто знает долю участия Бергамо в итальянской живописи.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бергомум ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип боронғо кельттар-ценомандар һанала. Бергимус үҙенең исемен —урындағы халыҡ аллаһының исеменән алған. Cidno ҡалаға нигеҙ һалыусы тип һанала — Лигурия халҡының легендар ата-бабаһы[8]. Беҙҙең эраға тиклем 49 йылда ҡала Рим власы аҫтында тора. Шуларҙың иң яҡшы йылдарында ҡалала 10 000 тиклем кеше иҫәпләнгән. V быуатта ҡаланы һундар ғәскәре Аттила етәкселегендә емергән.
Лангобард короллеге булған осорҙа, яҡынса 570-575 йылдарҙа, Бергамо герцоглыҡ үҙәктәренең береһенә әүерелә. Бөйөк Карл империяһы составына ингәс, Бергамо 776 йыл башланыу менән шул уҡ исемдәге графлыҡ үҙәгенә әйләнә һәм XII быуат башына тиклем йәшәй. XI быуатта Ломбард лигаһы коммуна составына инә. 1167 йылда ҡала халҡы бойондороҡһоҙлоҡ алырға тырыша. Һәм артабан гвельф һәм гибеллиндар араһында 200 йыллыҡ һуғыш дауам итә, был осорҙа ҡала императорға тоғро була.
1264 йылдан Бергамо биләмәһенә милан Висконтиҙары ҡул һуҙа, уларға алмашҡа 1428 йылда Венеция республикаһы килә. Кондотьер Бартоломео Коллеони етәкселегендә (ул Венецияға хеҙмәт иткән саҡта) 1438 йылда ҡаланың Висконти хакимлығы аҫтына күсергә тырышыуы бушҡа сыға. Венеция хакимлығы булған йылдарҙа ҡала сауҙа һәм туҡымалар етештереү өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешә. Был хәл Наполеон ваҡытына тиклем дауам итә. 1859 йылдың июлендә триумф менән ҡалаға Гарибальди инә.
Бергамо менән бергамо бейеүе, бергамот еҫе һәм итальян комедия дель арте персонажы — Арлекин (Труффальдино) төшөнсәләре бәйле.
Иҫке ҡаланың иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Piazza Vecchia (иҫке майҙан)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙан 1440 һәм 1493 йылдар араһындағы осорҙа иҫке йорттарҙы һүтеү һөҙөмтәһендә коммуна үҙәгенә әйләнгән. Майҙандың төньяғында Nuovo Palazzo һарайы тора, унда хәҙер ҡаланың Civica Biblioteka китапханаһы урынлашҡан.
Ҡала һарайы | Ҡала китапханаһы | Ябыҡ баҫҡыстар | Сиркәү Maggiore S. Maria. |
Piazza del Duomo (Собор майҙаны)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коллеони капеллаһы— кондотьер Бартоломео Коллеони мавзолейы. Капелла 1472-76 йылдарҙа, ренессанс дәүеренең һуңғы сигендә, төҙөлгән. Туристар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
- Бергамо соборы (Дуомо) — сағыштырмаса һуңғараҡ төҙөлгән ҡаралты, үҙ эсенә бер нисә быуын стилдәренең элементтарын алған. 1638 йылда собор изге Александр Бергамский исеменә изгеләндерелгән. Интерьерын Морони, Тьеполи, Юварра эшләгән.
Коллеони капеллаһы | Кондотьер саркофагы | Баптистерий | Собор порталы |
Ҡаялағы замок (Рокка)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая өҫтөндә Рим дәүерендә Юпитер ҡорамы торған. 1331 йылда Иоганн фон Люксембург (Богемия) был урында һарай һала, уны Аццоне Висконти төҙөп бөтөргән. Түңәрәк манараны венециялылар 1483 йылда төҙөгән. 1850 йылда төҙөлөштө австриялылар алып бара. Әлеге ваҡытта бында ҡаланың Азатлыҡ һәм Ҡаршылыҡ музейы урынлашҡан (итал. Museo Civico del Risorgimento e della Resistenza), унда XIX һәм XX быуат документтары һаҡлана. Ошонда уҡ, асыҡ майҙансыҡта, Икенсе бөтә донъя һуғышына ҡараған ҡорал әйберҙәре тора.
Түңәрәк манара һәм ҡәлғә диуары | Африка экспедицияһында ҡулланылған үҙйөрөшлө орудие | 100-мм эре калибрлы снаряд гаубицаһы | Түбәнге төр (яңы ҡала) | Ҙур хәрби карап якоре (Болдт Якорь) |
Яңы ҡала панорамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карло Альфредо Пьятти — билдәле композитор һәм виолончелист;
- Джакомо Кваренги — архитектор;
- Гаэтано Доницетти — композитор.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бергамский диалект ломбардского языка
- Марезана
- Бергамские анналы — записанные на латинском языке исторические заметки города Бергамо
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://demo.istat.it/?l=it
- ↑ https://www.mulhouse.fr/ma-mairie/relations-internationales-et-cooperation-transfrontaliere/jumelages-europe-asie/
- ↑ Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011 — ISTAT.
- ↑ https://www.poste.it/cerca/index.html#/risultati-cerca-cap/Bergamo
- ↑ (unspecified title)
- ↑ https://rischi.protezionecivile.gov.it/it/sismico/attivita/classificazione-sismica
- ↑ Bartolomeo Farina. Bergamo, sua origine, notabili auuenimenti, e guerre in ristretto. Raccolte da graui auttori, historie, e registri di essa città. — Bergamo, 1703.
Әҙәбиәт исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Walter W. Skeat, Walter William Skeat. A Concise Etymological Dictionary of the English Language. — Cosimo, Inc., 2005. — С. 46. — 663 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Бергамо (итал.)
- Статья «Цветочные картины на стенах старой крепости» 2019 йыл 27 март архивланған. (рус.)