Беренсе синыф уҡыусыһына һәйкәл (Дондағы Ростов)
Һәйкәл | |
Беренсе синыф уҡыусыһына һәйкәл (Дондағы Ростов)
Беренсе синыф уҡыусыһына һәйкәл | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, 36-сы гимназия ихатаһы |
Скульптор | Дмитрий Лындин |
Бейеклеге | 2 метр |
Материал | бронза |
Беренсе синыф уҡыусыһына һәйкәл — Дондағы Ростовтың Ленин районында Горький урамы, 115 адресы буйынса 36-сы гимназияның ихатаһында урынлашҡан бронза монумент[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монумент төҙөү инициативаһы Дондағы Ростовтың Ленин районы башлығы Сергей Сухариевтан сыға. Үҙенең интервьюһы ваҡытында ул, скульптураның ниндәйҙер кимәлдә «Малай һәм ҡыйыҡта йәшәүсе Карлсона» тураһындағы тарихтағы Малай персонажын күҙ алдына баҫтырырға тейешлеген белдерә[2].
Ҡала властары 7-9-сы синыф уҡыусылары араһында иң яҡшы һәйкәл эскизына конкурс үткәрергә ҡарар итә. Тиҫтәләгән эскиз эшләнә, шулар араһынан еңеүсе билдәләнә. Ул ошо уҡ гимназияның 9-сы «В» синыфы уҡыусыһы Анна Николаева була[3]. Һәйкәл төҙөү өсөн аҡсаны бағыусылар бирә, ә скульптор итеп Дмитрий Лындин һайлана.
Ул скульптураны уҡыусының ҡәләм менән төшөргән эскизы буйынса эшләй. Һәйкәлде эшләүгә ярты йыл самаһы ваҡыт китә, һуңынан ул Дондағы Ростов оҫтаханаларының береһендә ҡойола. 2011 йылдың 1 сентябрендә — Белем көнөндә 36-сы гимназияның ихатаһында һәйкәл асыла. Тантанала ҡала мэры Анатолий Чернышев үҙе ҡатнаша.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл бер бронзанан эшләгән, уның бейеклеге яҡынса 2 метр, ауырлығы — ярты тонна[4]. Монументта мәктәп формаһы кейгән йылмайыусан малай һүрәтләнә. Ул глобус өҫтөндә, ҡулына китап тотоп ултыра. Скульптор әйтеүенсә, монумент үҙенә беренсе синыф уҡыусыһының барлыҡ сифаттарын туплаған: ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый, онотолоп шаярырға ла ярата.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1 сентября в Ростове-на-Дону откроют памятник первокласснику 2017 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ В День знаний в Ростове откроют памятник первокласснику 2017 йыл 8 март архивланған.
- ↑ В Ростове-на-Дону открыли памятник первокласснику//Российская газета
- ↑ В Ростове-на-Дону открыли памятник первокласснику