Бертольт Брехт
- Брехт бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Брехт (мәғәнәләр).
{{{Исеме}}} | |
Жанр: | |
---|---|
Берто́льт Брехт (нем. Bertolt Brecht; тулы исеме — О́йген Бе́ртхольд Фри́дрих Брехт, Eugen Berthold Friedrich Brecht [1]; 1898, 10 февраль, Аугсбург — 14 август, 1956, Берлин) — немец драматургы, шағир, прозаик, театр эшмәкәре, сәнғәт теорияһы белгесе, «Берлинер ансамбль» театрына (1949) нигеҙ һалыусы. 1933-1947 йылдарҙа төрлө илдә эмиграцияла йәшәгән.
Шағир һәм драматург Брехт ижады, уның «эпик театр» теорияһы һәм сәйәси ҡараштары һәр саҡ бәхәс тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, 50-се йылдарҙа уҡ Брехт пьесалары Европа театрҙары репертуарына инә; уның идеялары төрлө кимәлдә замандаштары Фридрих Дюрренматт, Артюр Адамов, Макс Фриш, Хайнер Мюллер кеүек режиссёрҙарға йоғонто яһай.
Икенсе донъя һуғышынан һуң режиссёр Брехт тарафынан тормошҡа ашырылған «эпик театр теорияһы» театр сәнғәтендә бөтөнләй икенсе мөмкинлектәр аса һәм XX быуат театры үҫешенә бик көслө йоғонто яһай[2].
Бертольд (Бертольт) Брехт исеменең яҙылышы Рәсәйҙә ике төрлө вариантта йөрөй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аугсбург осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойген Бертхольд Брехт, һуңыраҡ исемен Бертольтҡа үҙгәрткән, Баварияла Аугсбург ҡалаһында тыуған[3]. Атаһы, Бертхольд Фридрих Брехт (1869—1939), Ахерн[1] ҡалаһынан Аугсбургҡа 1893 йылда Хайндлдең кизе-мамыҡ фабрикаһына сауҙа агенты булараҡ эшкә килә. 1901 йылда прокурист (ышаныслы хеҙмәткәр), 1917-се йылда — фирманың коммерция директоры вазифаһына үрләй[4]. 1897 йылда ул Бад-Вальдзеенан станция начальнигы ҡыҙы София Брецингҡа өйләнә (1871—1920), Ойген (Бертольдтың беренсе исеме) - уларҙың тәүге балаһы [4].
1904—1908 йылдарҙа Брехт Изге Франциск монахтар одрены халыҡ мәктәбендә уҡый, шунан Бавария короле реаль гимназияһында уҡый [5]. «Аугсбург реаль гимназияһында уҡыған туғыҙ йыл эсендә мин үҙемдең уҡытыусыларымдың әҙ булһа ла аҡыл үҫешенә өлгәшә алманым. Ә улар миндә иреккә һәм бәйһеҙлеккә ынтылыш тәрбиәләнеләр », - тип яҙа Брехт 1922 йылда үҙенеңең автобиография8ында[6]. Брехттың консерватив ғаиләһе менән мөнәсәбәттәре лә йылдан йыл һыуына бара[3].
1914 йылдың авгусында Германия беренсе донъя һуғышы башлай, шовинистик пропаганда Брехтҡа ла йоғонто яһай; «Аугсбург һуңғы хәбәрҙәре»ндә һуғыштың булырға тейешлеген дәлилләп, «Беҙҙең дәүер тураһында яҙмалар»ын баҫтыра. Фронттағы хәлдәр, күпләп һалдаттарҙың ҡырылыуы, Брехтты аҡылына килтерә: шул уҡ йыл аҙағында Брехт «Хәҙерге легенда» (Moderne Legende) шиғырын яҙа ( Һәләк булған һалдаттарҙы тик улаҙың әсәләре генә йәлләп илай)[7][8].1916 йылда «Сладостно и почётно умереть за отечество «Тыуған ил өсөн үлем - шатлыҡлы һәм данлы » ( «Сладостно и почётно умереть за отечество») (Гораций)тигән иншала Брехт быны, ҡайһы бер «туң баштарҙы» үлем әллә ҡайҙа, йыраҡта тип алдау өсөн уйлап сығарылған пропаганда ҡотҡоһо тип аңлата[8].
Брехттың тәүге әҙәби әҫәрҙәре 1913 йылда күренә башлай; 1914 йыл аҙағынан уның шиғырҙары урындағы матбуғатта йыш сыға, һуңыраҡ хикәйәләре, эссе һәм театр рецензиялары[9][10]. Уның яратҡан шағиры Франк Ведекинд була: театр белгесе Эрнст Шумахер уйынса, Брехт Шумахер аша халыҡ ижадын (халыҡ һәм урам йырҙарын, балаган куплеттарын, шансон , хатта балладаларҙы өйрәнә)[11]. Гимназияла уҡыған йылдарҙа уҡ Брехт спорт менән артыҡ мауығып, йөрәген эштән сығара, был профессия һайлауға ла йоғонто яһай: 1917 йылда гимназиянан һуң ул Мюнхендағы король Людвиг-Максимилиан университетына уҡырға инә, медицина менән тәбиғәт фәнен өйрәнә[6]. Брехт үҙен университетта «медицинанан лекциялар тыңланым, гитарала уйнарға өйрәндем»<, ти ref name="jering" />.
Һуғыш һәм революция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың ғинуарында Бертольдты хәрби хеҙмәткә саҡыралар, атаһы тырышлығы менән хеҙмәт кисектерелеп тора, 1 октябрҙә ул Аугсбург госпиталдәренең береһендә санитар булып хеҙмәт итә башлай[12]. Ошо ваҡытта ул тәүге классикаға әйләнгән «Үлгән һалдат тураһында легенда» шиғырын яҙа (Legende vom toten Soldaten)[13] Үлгән һалдатты, ҡәберенән алып, хеҙмәткә яраҡлы тип фронтҡа ебәргәндәр имеш[14]. Брехт уны, шарманкала башҡарыла торған көйгә оҡшатып, йырлап йөрөй башлай[15]; легендар йырсы Эрнст Буш был йырҙы 20-се йылдар Әҙәби кабарела йыш йырлаған , 1935 йылда Брехтты Германия гражданлығынан мәхрүм итеү сәбәбе итеп национал-социалистар ошо шиғырҙы күрһәткән[16][17].
1918 йыл Брехт Германиялағы революцияла ҡатнаша; коммунистар Роза Люксембург менән Карл Либкнехт, Курт Эйснерҙы ерләгәндә митингта телмәр тота; үҙ йортонда «Спартак союзы» ағзаһы (коммунист) Георг Премды йәшереп тота[18] һәм башҡа эштәр башҡара, ләкин Брехт был осорҙа «сәйәси инаныу булмауы менән йонсой»[18]. Коммунистик партия сығарған «Фольксвилле» газетаһында рецензияларын баҫтыра, ләкин компартияла ул ваҡытта тормай әле[18].
Мюнхен осоро. Тәүге пьесалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брехттың әҙәби әҫәрҙәрен бер кем дә баҫтырырға теләмәй. Германияла күңелһеҙ, халыҡ бер ни менән ҡыҙыҡһынмай, Америкаға китергә кәрәк, тигән уйы тыуа. Ләкин билдәлелек алмайынса Америкала ни эшләргә мөмкин? 1920-1922-се йылдарҙа Брехт Берлинға бер нисә тапҡыр килә, ләкин бында ла уға уңыш йылмаймай[19],[20].
1922 йылдың яҙында һаулығы бик ныҡ ҡаҡшаған Брехт Берлиндағы «Шарите» госпиталенә эләгә[6].
1923 йылда ул ҡыҫҡа метражлы «Мистерии одной парикмахерской» фильмын төшөрә, ләкин уңышҡа өлгәшмәй[21][22].
1954 йылда пьесалары йыйынтығын әҙерләгәндә Брехт үҙенең тәүге әҙәби тәжриәбәләренә бик түбән баһа бирә[23]; 1922 йылдың сентябрендә Мюнхендәге «Каммершпиле» театры «Барабаны в ночи» спектаклен ҡуя. Берлин тәнҡитсеһе Герберт Иеринг спектаклде маҡтай, Брехт-драматургты асыусы ул була[24]. 1922 йылдың декабрендә уны Берлинда Немец театрында ҡуялар, тәнҡитсе Альфред Керр уны ҡаты тәнҡиткә дусар итә[24]. Ошо ваҡыттан башлап, Брехттың пьесалары Германия театрҙарында ҡуйыла башлай, тик улар һәр саҡ ғауға, шау-шыу тыуҙыра, хатта помидор менән бәргәләгән осаҡтар ҙа була[9]. Мюнхендағы Резиденцтеатрҙа «В чаще городов» спектакленән һуң (1923) театрҙың әҙәби бүлеге мөдирен эштән ҡыуалар[25].
1924 йылдың мартында үҙен режиссёр булараҡ һынап ҡарай, Мюнхендәге «Каммершпиле» театрында « Эдуард II Английский тормошо» спектаклен ҡуя(К. Марлоның «Эдуард II» пьесаһы буйынса)[26]. Был «эпик театрҙың» беренсе аҙымы була, бары тик тәнҡитсе Иеринг ҡына был экспериментты аңлай[26], шул уҡ йылда Брехт дуҫы Энгель артынан Берлинға китә.
Берлинда. 1924—1933
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ме-ти сказал: плохи мои дела. Повсюду распространяются слухи, будто я говорил нелепейшие вещи. Беда в том, что, абсолютно между нами, большую часть из них я действительно говорил. —Б. Брехт[27].
|
Берлин Европаның театр баш ҡалаһына әйләнә, уның менән Мәскәү генә уҙыша ала; бындағы «Станиславский» — Макс Рейнхардт, «Мейерхольд» — Эрвин Пискатор театр йәмәғәтселеген төрлө яңы алымдар менән таныштырып тора. Берлинда Брехт дуҫтары режиссёр Эрих Энгель, рәссам Каспар Неер менән хеҙмәттәшлек итә[26]. Бында — Брехтты аңлаған тәнҡитсе Герберт Иеринг һәм уны бөтөнләй өнәмәгән Альфред Керр[24].Тәнҡитсе Керр Брехтты «эпигондарҙың эпигоны» ти, бер пьесаһын хатта « идиоттың пьесаһы» тип атай. Брехт та яуапһыҙ ҡалмай: «Берлинер бёрзен-курир» гәзитендә 1933 йылға хәтле үҙенең театр буйынса идеялары һәм Керр тураһындағы уй-фекерҙәрен баҫтырып килә.
Брехт Немец театрында эш таба, ләкин Берлин университетында философияны өйрәнә. Бер аҙҙан Пискатор театрына эшкә күсә, әҙәби эшенә кәрәкле биржа спекуляцияларын өйрәнә башлай, К.Маркстың " Капитал"ын уҡый[28]. Композиторҙар Эдмунд Майзель , Ганс Эйслер, актёр һәм йырсы Эрнст Буш менән дуҫлаша . Берлин әҙәби кабареларында Эрнст Буш уның йырҙарын иң оҫта башҡарыусы булып таныла[29].
1927 йылдан Брехттың пьесаларын Берлин радиоһы бирә башлай. 1927 йылда «Домашние проповеди» шиғырҙар йыйынтығы сыға, Брехт танылыу яулай[30]. Эрих Энгель 1928 йылдың авгусында Шиффбауэрдамм театрында уның «Трёхгрошовая опера»һын ҡуя (Курт Вайль музыкаһы). Тәнҡитселәр бынан һуң «Брехт еңде» тип яҙа ала[31].
Был осорға инде уның театр теорияһының дөйөм һыҙаттары барлыҡҡа килә; «Эпик» драма ҡуйыр өсөн яңы театр театр — яңы актёр, яңы режиссёр сәнғәте кәрәк икәне асыҡлана[32]. Шиффбауэрдаммдағы театрҙа Энгель Брехттың пьесаларын ҡуя, уларҙа үҙешмәкәр пролетар труппаларынан йәш актёрҙар ҡатнаша[33]. 1931 йылда Брехт- режиссёр Берлиндағы Дәүләт театрында «Человек есть человек» пьесаһын ҡуя[34]. Был постановкала тәү тапҡыр ҡулланылған «эпик» башҡарыу стилен тәнҡитселәр ҙә, тамашасылар ҙа аңламай[34][35]. 1927 йылда Брехт музыка театрын реформаларға булып китә, Вайль менән берлектә «Махагони» зонг-операһын яҙа, ике йылдан ул ысын операға әйлән («Расцвет и падение города Махагони»); ул 1931 йылда Брехт Курфюрстендаммдағы Берлин театрынада ҡуйыла , ҙур уңыш килтерә[36].
- ↑ 1,0 1,1 Brecht, Bertolt . Katalog der Deutschen Nationalbibliothek. Deutsche Nationalbibliothek (официальный сайт). Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Сурков, 1965, с. 5, 13
- ↑ 3,0 3,1 Дымшиц, 1976, с. 8
- ↑ 4,0 4,1 Шумахер, 1988, с. 13
- ↑ Шумахер, 1988, с. 14
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Брехт Б. Из письма Герберту Иерингу // Брехт Б. Театр: Пьесы. Статьи. Высказывания: В 5 т.. — М.: Искусство, 1965. — Т. 5/1. — С. 283.
- ↑ Brecht B. Moderne Legende // Brecht B. Gedichte.. — Berlin und Weimar: Aufbau-Verlag, 1978. — Т. II. — С. 8.
- ↑ 8,0 8,1 Копелев Л. З. Глава первая. Блудный сын не вернулся // Брехт. — М., 1965.
- ↑ 9,0 9,1 Фрадкин. Творческий путь, 1963, с. 6
- ↑ Шумахер, 1988, с. 16
- ↑ Шумахер, 1988, с. 17
- ↑ Шумахер, 1988, с. 30
- ↑ Дымшиц, 1976, с. 8—9
- ↑ Легенда о мёртвом солдате . Эрнст Буш (Ernst Busch): хроника XX века в песнях. Дата обращения: 22 ғинуар 2013.
- ↑ автор=Шнеерсон Г. М. |заглавие=Эрнст Буш и его время|ссылка=https://sites.google.com/site/ernstbush/ernst-bus-i-ego-vrema/soderzanie/-avrora---2%7Cместо=М.%7Cгод=1971%7Cстраницы=238}}(недоступная ссылка)
- ↑ Брехт Б. Обращение к Комиссии Конгресса // Брехт Б. Театр: Пьесы. Статьи. Высказывания: В 5 т.. — М.: Искусство, 1965. — Т. 5/1. — С. 121.
- ↑ Шумахер, 1988, с. 114
- ↑ 18,0 18,1 18,2 Шумахер, 1988, с. 31—33
- ↑ Цит. по: Шумахер Э. Жизнь Брехта. — М.: Радуга, 1988. — С. 42—43.
- ↑ Шумахер, 1988, с. 42—43
- ↑ Шумахер, 1988, с. 39
- ↑ Die Mysterien eines Frisiersalons (нем.). Filme. Filmportal.de. Дата обращения: 11 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года.
- ↑ Брехт Б. Перечитывая мои первые пьесы // Брехт Б. Театр: Пьесы. Статьи. Высказывания: В 5 т.. — М.: Искусство, 1965. — Т. 5/1. — С. 286—291.
- ↑ 24,0 24,1 24,2 Шумахер, 1988, с. 45—46
- ↑ Шумахер, 1988, с. 46—47
- ↑ 26,0 26,1 26,2 Шумахер, 1988, с. 47—49
- ↑ Брехт Б. Ме-Ти. Книга перемен // Бертольт Брехт. Собрание избранных сочинений. — М.: Логос-Альтера, Ессе homo, 2004. — Т. 1. Проза. — С. 102. — ISSN 5-98378-003-4.
- ↑ Шумахер, 1988, с. 61
- ↑ Шнеерсон Г. М. Эрнст Буш и его время. — М., 1971. — С. 80—91.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;berl4
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Эткинд Е. Трёхгрошовая опера // Бертольт Брехт. Театр. Пьесы. Статьи. Высказывания. В пяти томах.. — М.: Искусство, 1963. — Т. 1.
- ↑ Клюев В. Г. Брехт, Бертольт // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1.
- ↑ Брехт Б. Об экспериментальном театре // Брехт Б. Театр: Пьесы. Статьи. Высказывания: В 5 т.. — М.: Искусство, 1965. — Т. 5/2. — С. 99—100.
- ↑ 34,0 34,1 Эткинд Е. Что тот солдат, что этот // Бертольт Брехт. Театр. Пьесы. Статьи. Высказывания. В пяти томах.. — М.: Искусство, 1963. — Т. 1.
- ↑ Брехт Б. К вопросу о критериях, применимых для оценки актёрского искусства (Письмо в редакцию «Бёрзен-курир») // Бертольт Брехт. Театр. Пьесы. Статьи. Высказывания. В пяти томах.. — М.: Искусство, 1963. — Т. 1.
- ↑ Шумахер, 1988, с. 69, 73, 75