Эстәлеккә күсергә

Бер өйлө үҫемлектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бер өйлө үҫемлек — карбуздың сәскәләре:
Өҫтә — һеркәсле сәскә.
Аҫта — емешлекле сәскә

Бер өйлө үҫемлектәр (бор. грек. μόνος — бер, яңғыҙ һәм бор. грек. οἰκία — йорт) — емешлекле (инә) һәм һеркәсле (ата) сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан үҫемлектәр.

Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәләрендә һеркәстәр ҙә, емешлектәр ҙә була. Улар ике енесле сәскәләр (гермофродит, йәки ҡуш енесле).

Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә — тик һеркәстәр — һеркәсле сәскәләр була.

Ундай сәскәләр — айырым енесле сәскәләр.

Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе бер өйлө үҫемлектәр тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан[1][2][3].

Чарльз Дарвин иҫбатлауынса, үҙ-үҙе һеркәләнеү — мәжбүри осраҡ булып тора. Был ситтән һеркәләнеү шарттары булмағанда орлоҡ барлыҡҡа килтереү ысулы.

Ситтән һеркәләнеү үҙ-үҙе һеркәләнеү процесынан прогрессивыраҡ юл булып тора. Был осраҡта яңы быуын нәҫел мәғлүмәтен ике организмдан да ата-әсә организмынан ала.

Үҫемлектәрҙә үҙ-үҙе һеркәләнеүен булдырмау өсөн төрлө ҡулайламалары бар, шул иҫәптән:

  • дихогамия — ике енесле сәскәлә емшәндәрең һәм һеркәстәренең өлгөрөү срогы айырыла.
  • гетеростилия — бер үҫемлек сиктәрендә үҫемлек емшәне һәм һеркәстәре морфологиялары буйынса айырыла. Емшәндең бағанасығы ҡыҫҡа һәм һеркәс епсәләре оҙон була йәки, киреһенсә. Оҙон һәм ҡыҫҡа бағаналар сым менән енесле сәскә һеркәстәре емшәне тычиночный өлөшө бар менән була, ә ҡалғаны — киреһенсә.

Бер өйлөлөк, ғәҙәттә, ел ярҙамында ситтән һеркәләнеүсе (анемофилия) үҫемлектәрҙә күҙәтелә. Был ысул автогамияны (һеркәләндереү ауыҙынан шул уҡ сәскә һеркәһе) булдырмаҫҡа булышлыҡ итә. Ләкин гейтоногамияға (емешлектең шул уҡ үҫемлектәге сәскә һеркәһе менән һеркәләнеү) ҡамасаулай алмай.

Йәнле тәбиғәттең күп төрлө бер өйлө (полигамиялы) үҫемлектәре осрай. Бер үк үҫемлектә ике енесле (гермафродит) һәм бер енесле (емешлекле — инә һәм һеркәсле — ата) сәскәләре лә була: ҡарабойҙай, ҡорос ағас, георгин, ҡауын.

Сәтләүек ҡыуағы (Corylus avellana) .Һулда — емешлекле сәскәләрҙән торған ойошма сәскә(алһыу емешлек ауыҙҙары күренеп тора), уңда — һеркәсле сәскәләрҙән торған ойошма сәскә - алҡалар

Бер өйлө үҫемлектәр:

  • ҡайын,
  • бук,
  • грек сәтләүеге,
  • имән,
  • кукуруз,
  • сәтләүек ҡыуағы,
  • ерек,
  • ҡабаҡ һәм ҡабаҡ һымаҡтар (ҡарбуз, ҡыяр һәм башҡалар),
  • икмәк ағасы,
  • күрәндәр.
  1. Хржановский В. Г. Курс общей ботаники (цитология, гистология, органография, размножение): Учебник для сельхозвузов. Часть 1. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Высш. школа, 1982. — С. 285. — 384 с. — 55 000 экз.
  2. Хржановский В. Г., Пономаренко С. Ф. Ботаника. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: ВО «Агропромиздат», 1988. — С. 109. — 383 с ил. с. — (Учебники и учебные пособия для учащихся техникумов). — 57 000 экз. — ISBN 5—10—000406—1.
  3. Bioлогия. Однодомные и двудомные растения. bioaa.info. Дата обращения: 9 ноябрь 2015. Архивировано 9 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 9 ноябрь архивланған.