Бестемьянова Наталья Филимоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бестемьянова Наталья Филимоновна
рус. Наталья Филимоновна Бестемьянова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 6 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Хәләл ефете Игорь Анатольевич Бобрин[d]
Һөнәр төрө фигурист, танцор на льду, figure skating choreographer
Кемдә уҡыған Тарасова Татьяна Анатольевна
Тренер Тарасова Татьяна Анатольевна
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһы спортивные танцы на льду[d]
Партнёр в спорте или профессии Андрей Анатольевич Букин[d]
Ҡатнашыусы Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1980 — танцы на льду[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1984 — танцы на льду[d] һәм Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1988 — танцы на льду[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены заслуженный мастер спорта СССР «Почёт Билдәһе» ордены
Победа Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1988 — танцы на льду[d]
Вики-проект Проект:Фигурное катание[d]
 Бестемьянова Наталья Филимоновна Викимилектә

Бестемьянова Наталья Филимоновна (6 ғинуар 1960 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың боҙҙа спорт бейеүҙәре буйынса фигуралы шыуыусыһы. Андрей Букин менән парҙа — 1988 йылда олимпия чемпионы, 4 тапҡыр донъя чемпионы (1985—1988), 5 тапҡыр Европа чемпионы (1983, 1985—1988), өс тапҡыр СССР чемпионы (1982, 1983, 1987).

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1984).

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фигуралы шыуыу менән 5 йыл шөғөлләнә. Беренсе тренеры — Антонина Ивановна Карцева. 15 йәшендә Наташа итеү төркөмөнә эләг Плинер Эдуард Георгиевич төркөмөнә эләгә[1], 1976 йылда яңғыҙ шыуыуҙа СССР-ҙың юниорҙар чемпионаты һәм СССР Кубогы еңеүсеһе. 1977 йылда боҙҙа бейеүҙәр менән шөғөлләнә башлай.

Андрей Букин менән парҙа Мәскәү өсөн сығыш яһай. Татьяна Тарасовала шөғөлләнә.

1988 йылдан Боҙ миниатюралары театрында Игорь Бобрин етәкселеге аҫтында эшләй. 2006 йылдан алып — Театрҙың генераль директоры.

20062008 йылдарҙа «Рәсәй-1» каналында Боҙҙа бейеүҙәр теоепроектының тренеры-алып барыусыһыРТР[2]

2007 йылда Британия ITV1 «Dancing on Ice» (Боҙҙа бейеүҙәр) телеканалы телешоуында судья коллегияһына инә.

20112012 йылдарҙа дөйөм Рәсәй Беренсе каналының «Профессионалдар Кубогы» телешоуның судьялар коллегияһына инә[3]

Мәскәү физкультура институтын һәм ГИТИС-тың фигуралы шыуыу балетмейстрҙары һөнәре буйынса тамамлаған.

Донъяның төп фигуралы шыуыусылары программаһы постановкалары:

Игорь Бобрин менән хеҙмәттәшлектә: Сара Хьюз (АҠШ), Мики Андо (Япония), Татьяна Навка — Роман Костомаров (Рәсәй), Юко Кавагути — Александр Смирнов (Рәсәй), Катарина Гербольдт — Энберт Александр (Рәсәй), Лина Федорова — Мирошкин Максим (Рәсәй), Роман Савосин[en] (Рәсәй), Андрей Кутовой. Дата обращения: 8 апрель 2019. Архивировано 8 апрель 2019 года. (Рәсәй), Александр Бойков — Дмитрий Козлов (Рәсәй), Петр Гуменник. Дата обращения: 8 апрель 2019. Архивировано 8 апрель 2019 года. (Рәсәй).

Андрей Букин менән хеҙмәттәшлектә: Моньотт Софи — Паскаль Лаванши (Франция), Федерика Файелла — Массимо Скали (Италия).

Игорь Бобрин һәм Андрей Букин менән хеҙмәттәшлектә: Александр Степанов — Иван Букин (Рәсәй).

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата-әсәһе: Филимон Кузьмич һәм Ирина Марковна. Өлкән ағаһы Петр бар. 1983 йылдан фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры — Игорь Бобрин менән никахта (хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Боҙ миниатюралары театрының художество етәксеһе).

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бынан тыш — профессионалдар араһында донъя чемпионы — 1991 һәм 1989 йыл көмөш призеры

Ярыш 1977-78 1978-79 1979-80 1980-81 1981-82 1982-83 1983-84 1984-85 1985-86 1986-87 1987-88
Ҡышҡы Олимпиада 8 2 1
Донъя чемпионаты 10 3 2 2 2 1 1 1 1
Европа Чемпионаты 6 4 2 1 2 1 1 1 1
СССР чемпионаты 3 4 2 3 1 1 2 1
America Skate 2
NHK Trophy 1 1
«Московские новости» гәзите призы 4 2 3 1 1 1 2 1

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Донъя фигуралы шыуыуҙа ҙур өлөш индергән өсөн» Жак Фавар призына эйә булыусы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә

Наталья Бестемьянова менән Андрей Букин 2019 йылдың апрелендә донъя фигуралы шыуыу (World of The Fame Figure Skating Hall) Даны залына индерелгән.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бестемьянова Н., Бобрин И., Букин А. Пара, в которой трое. — М.: Вагриус, 2001. — ISBN 5-264-00650-4.
  • Бестемьянова Н., Бобрин И., Букин А. Танго нашей жизни: Пара, в которой трое. — М.: Время, 2018 — ISBN 978-5-9691-1.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1980 — танцы на льду
  • Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1984 — танцы на льду
  • Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1988 — танцы на льду

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Спорт на Урале - Плинер Эдуард Георгиевич. sportufo.ru. Дата обращения: 15 июнь 2017. 2018 йыл 14 ғинуар архивланған.
  2. Танцы на льду. Бархатный сезон. Архивировано 14 март 2009 года. 2009 йыл 14 март архивланған.
  3. "Кубок Профессионалов". Архивировано 2 март 2012 года. 2012 йыл 2 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]