БигМатур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«БигМатур» («Бигматур») — Өфөнөң музыкаль коллективы, «коммерцияға ҡарамаған, продюсерһыҙ проект»[1].

2008 йылда (вариант: 2009 йылда[2]) ойошторолған. Лидерҙары — бер туған Эрнест менән Марсель Йәнекәйевтәр, төркөм клиптарының авторҙары ла улар. «Егеттәр йырҙарҙы төрлө музыкаль стилдәрҙә ижад итә һәм һөйәрмәндәрен ғәжәпләндереүҙән туҡтамай», — ти интервью алыусы[3], ә икенсе бер интервьюла музыканттар былай ти: «беҙ үҙебеҙҙе ниндәй ҙә булһа стилгә бәйләп ҡуйырға теләмәйбеҙ»[4].

Өфө йәштәренең «AVANTE» премияһының[5] «Иң яҡшы музыкаль төркөм һәм башҡарыусы»[6] номинацияһындағы лауреаты.

Беренсе клип — «Уфа — столица r’n’b» youtube-ҡа һалынған[7]. Эрнест Йәнекәйев әйтеүенсә, «премьера йыры һәм клибы беҙгә танылыу килтерҙе»[8]. Стиль — аранжировкаланған милли музыка мотивтары һәм башҡорт телендәге юлдар ҡатнаштырылған рэп. Марсель Йәнекәйев клипты яҙыу һәм төркөмдө ойоштороу тураһында һөйләгәндә ошоларҙы әйтә: «Тыуған ҡалабыҙ тураһында мәрәкә йыр яҙғыбыҙ килде, ә r’n’b аббревиатураһы беҙҙең осраҡта Республика Башкортостан тип сиселә… Башҡарыу стиле йырҙың исеменә ҡарап һайланды, һуңынан иһә модалы йүнәлешкә тап килтерер өсөн ваҡ-төйәгенә тиклем һәммәһен уйланыҡ»[8]. Был клип Башҡортостан баш ҡалаһының символына әйләнә. Russia Today компанияһы Өфө тураһында репортаж эшләгәндә сюжетҡа видеоклиптың бер өлөшөн һәм музыканттар менән интервьюны ҡуша[9]. «Репортерҙар фекеренсә, беҙҙең эштә башҡорт халҡының бөтә колориты бирелгән, — ти вокалсы Эрнест Йәнекәйев. — Клип республика образын заманса интерпретацияла бирә — ҡурай ҙа бар бында, өсбосмаҡ та, ҡымыҙ ҙа»[8]. Өфө темаһын бер туған Йәнекәйевтәрҙең «Мир глазами Темы» тигән ролик дауам итә[10], ул Артемий Лебедев иғлан иткән конкурста ҡатнаша[11].

«Коллективная любовь» йырына клип ретро-стилдә ижад ителгән. «Беҙ, — ти ағалы-энеле Йәнекәйевтәр интеревьюла, — 70-се йылдарҙа кешеләрҙең ысынында ниндәй булғанын күрһәтергә теләнек. Ниәтебеҙ килеп сыҡты шикелле, сөнки ата-әсәләребеҙ бик маҡтаны». Атмосфера видеотеҙмәһен хасил итеү өсөн 1970-се йылдар антуражы ҡулланыла: кефир шешәһе һәм башҡа һауыт-һаба, винтаж кейем, прическа һәм башҡалар. Төркөм үҙе «Веселые гитары» ВИА-һы тигән исем ала. Клип дүрт көн буйы Черниковкала — «ваҡыт йоғонтоһона сағыштырмаса әҙ бирелгән районда»[12], Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы артында төшөрөлә. Роликта төшкән берҙән-бер профессионал — Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актеры Валерий Гриньков.

«The Brightest Star!»[13] йырына эшләнгән клипта BigMaturBoys тигән атама алына. Стиль — европоп. Ул Ғафури районында, Өфөнән 150 километр алыҫлыҡта, 15-16 июлдә төшөрөлә. "Бер туған Йәнекәйевтәрҙең «Самая яркая звезда» тигән видеоһы ай башынан бирле Интернет киңлектәрен яулай. Ҡулланыусылар фекеренсә, «Big Matur» йәнә ғәжәпләндерҙе һәм көлдөрҙө. Ым-ишараның тәьҫирлелеге һәм һағышлы ҡараштар Рәсәй попсаһына яуап кеүек ҡабул ителә. «Big Matur»ҙың яңы клибы бик ирониялы, әммә алдағыһын һис ҡабатламай.[14]

«Это хоккей!»[15] йырына клип Салауат ҡалаһындағы «Салауат» стадионында төшөрөлә. Стиле — рок, музыканттар әйтеүенсә, йырҙың сюжеты уға тап килә: «музыкаль стилде һайлағанда логика ябай ине: хоккей тураһындағы музыка „башлыса рок йүнәлешле булырға тейеш“»[16]. Клипта «Юрматы» командаһының кесе хоккей төркөмө уйынсылары төшә[17]. Был юлы музыканттар Bigmatur Crew тигән атамаға туҡтала.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Официальный сайт 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. «Веселые гитары» выжили «БигМатур» с уфимской сцены 2016 йыл 27 декабрь архивланған. Статья о создании клипа на песню «Коллективная любовь».
  3. Айгуль Хафизова. Братья Еникеевы: «Конкурировать с татарскими исполнителями мы не будем» 2016 йыл 27 декабрь архивланған.
  4. Профайл группы(недоступная ссылка)
  5. Проект «Big Matur» — «самые яркие звёзды», 17.09.2008(недоступная ссылка)
  6. Светлана Валиева. Bigmatur сыграл в «хоккей». Сайт «Кликни Уфу!» http://proufu.ru/content/view/2554 (битая ссылка, есть кэш)
  7. Элина Усманова. Big Matur снимает клип в Салавате!// «Салаватский нефтехимик». № 51 (4833). 27.12.2008 http://eng.snos.ru/files/file/27.12.pdf(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://eng.snos.ru/files/file/27.12.pdf(недоступная ссылка)
  2. Бигматур г.(недоступная ссылка)
  3. «Веселые гитары» выжили «БигМатур» с уфимской сцены МедиаКорСеть 2016 йыл 27 декабрь архивланған.
  4. Уфапортал(недоступная ссылка)
  5. Ежегодная городская молодёжная общественная премия «AVANTE» Комитет по молодёжной политике Администрации городского округа г.
  6. УфаАРТпортал(недоступная ссылка)
  7. Уфа — столица R&B! — YouTube
  8. 8,0 8,1 8,2 Братья Еникеевы: «Конкурировать с татарскими исполнителями мы не будем» МедиаКорСеть 2016 йыл 27 декабрь архивланған.
  9. Bigmatur on Russia Today channel — YouTube
  10. Мир глазами Тёмы — YouTube
  11. tema.livejournal.com/923576.html
  12. В 2009-м звезды воевали с гриппом и завоевывали зрителя МедиаКорСеть 2017 йыл 11 март архивланған.
  13. The Brightest Star!
  14. Уфапортал(недоступная ссылка)
  15. Это хоккей!
  16. Bigmatur сыграл в «хоккей» — Кликни Уфу!
  17. Администрация городского округа город Салават | Официальный сайт " «Это хоккей» 2015 йыл 16 июнь архивланған.