Бикбов Ғәйнулла Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бикбов Ғәйнулла Латип улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 1889
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы
Вафат булған көнө 10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Бикбов Ғәйнулла Латип улы (1889 йыл — 10 июль 1938 йыл) — совет хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәйнулла Латип улы Бикбов 1889 йылда Ырымбур губернаһында тыуған.

19051907 йылдарҙа тыуған ауылындағы урыҫ-башҡорт мәктәбе уҡыусыһы. 1907—1910 йылдарҙа — ауыл йәмғиәте писары булып эшләй.

19101917 йылдарҙа — хәрби хеҙмәткәр. 19171918 йылдарҙа — Амударья флотилияһының эштәр башҡарыусыһы.

1918 йылдың май-октябрендә ремонт оҫтаханаһының иҫәпсеһе. 1918 йылдың октябрь-декабрь айҙарында — улус земство идарадығы рәйесе. 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың майына тиклем — улус башҡарма комитеты ағзаһы.

1919 йылдың майы-июле — улус земство идаралығы рәйесе. 1919 йылдың июль-сентябре — улус башҡарма комитеты секретары.

1919 йылдың сентябрь-декабре — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының Үҫәргән кантоны революцион комитеты секретары.

1919 йылдың декабренән — 1921 йылдың майы — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире.

1921 йылдың майы — 1922 йылдың феврале — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны совет халыҡ хужалығы рәйесе.

1922 йылдың февраль-ноябрендә — Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантон башҡарма комитеты рәйесе.

1922 йылдың ноябре — 1924 йыл — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны башҡарма комитетының аслыҡ эҙемтәләрен бөтөрөү комиссияһы рәйесе.

1924 йыл — 1925 йылдың майы — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе урынбаҫары.

1925 йылдың майы — 1929 йылдың майы — БАССР-ҙың Йылайыр кантон башҡарма комитеты рәйесе, Йылайыр орлоҡ совхозын булдырыу инициаторы һәм төп ойоштороусыһы.

1929 йылдың майы — 1930 йылдың апреле — Йылайыр орлоҡ совхозы директоры урынбаҫары. 1930 йылдың апреле — 1931 йылдың апреле — Тамъян-Ҡатай тоҡомсолоҡ совхозының директоры урыбаҫары. 1931 йылдың апреле — 1932 йылдың марты — Көйөргәҙе ит совхозы директоры.

1932 йылдың марты — 1935 йыл — Башҡорт һөт һәм ит тресы директоры урынбаҫары. 19351937 йылдарҙа — Өфө ҡала аҙыҡ-түлек тресының Ҡала яны хужалығы мөдире[2].

1937 йылдың 13 авгусында репрессияға дусар ителә. 1938 йылдың 10 июлендә атып үлтерелә. 1957 йылдың авгусында аҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список от 3 февраля 1938г. [Башкирская АССР] - 1-я категория - РГАСПИ, ф.17, оп.171, дело 414, лист 299
  • 7-й фонд ЦА ФСБ. Дата сессии ВК ВС: 10.07.1938. Дата расстрела: 10.07.1938

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жертвы политического террора в СССР, 4-ое издание
  • Книга памяти Республики Башкортостан[1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гайнулла Латыпович Бикбов