Бирйән һырты
Викидатала элемент тултырылмаған |
Бирйән һырты — Башҡортостандың Көньяҡ Урал теҙмәләрендәге көньяҡтан төньяҡҡа йөҙ саҡрымға һуҙылған бер оҙон һырттың өлөшө булып тора. Ул Оло Бирйән һәм Кесе Бирйән тигән өлөштәрҙән тора.
Урынлашыуы һәм тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡта Оло Бирйән Инйәр йылғаһына етеп өҙөлә, артабан уны көньяҡта Елмерҙәк һырты дауам итә. Төньяҡта Оло Бирйән һырты Ләмәҙе йылғаһына килеп етеп тамамлана һәм уны артабан Ҡараһырт дауам итә. Төньяҡтан Бирйәндән һырттар таралып китмәй, бейек булмаған убалар уның армыттары булып ҡына тора. Көнсығыштан Оло Бирйән Кесе Бирйән менән сикләшә.
Оло Бирйән менән Ҡара һырттар осрашҡан ерҙә Ләмәҙе йылғаһы аға. Бындағы шаршыларҙы йылға туристары бик ярата.
Һырттың икенсе яғынан Инйәр менән Елмерҙәкте айырып Инйәр йылғаһы аға. Бында йылға үҙәндәре бик матур һәм тайга рәүешендәге урмандар менән ҡапланған.
Бирйән һыртының иң бейек түбәһе диңгеҙ кимәленән 921 метр бейеклектә. Һырт ҡатнаш урмандар менән ҡапланған. Оло Бирйәндә ташлыҡтар күп, таш йылғалар, ҡаялар осрай. Һыртта болонлоҡтар бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырт атамаһының килеп сығышын төрлөсә фараз итәләр. Барлыҡ варианттар ҙа башҡорт теленән аңлатыла. Белорет районындағы Инйәр ҡушылдығы Бирйән йылғаһы атамаһын, мәҫәлән, былай аңлаталар: атама бир (ҡылым) һәм йән һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Йылға сыҡҡан һыртта Һынташ тигән ҡая бар. Ололар һөйләүенсә, ул борон башҡорттарҙың табыныу урыны булған. Һынташ — бейеклеге ҡырҡ метр самаһындағы ҡая. Йыраҡтан ҡарағанда бәһлеүән кешегә оҡшатырға була. Ҡаяның бер яғынан башына тиклем менеп була. Элегерәк уның башында тәңкәләр ҡалдырып китер булғандар. Күрәһең, уның төбөндә ҡорбан салғандарҙыр. Бирйән атамаһы шул һынға салынған ҡорбандың йәнен биргәндән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр[1].
Һыртҡа күтәрелеү йән биргәндәй булырлыҡ ауыр булғандан тип тә аңлатыу бар. Шулай уҡ бүре һәм йән һүҙҙәре менән бәйләү осрай[2].
Кесе Бирйән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Бирйән — Оло Бирйән армыты. Ләмәҙе йылғаһының ҡушылдығы Бәҙәреш тамағы киңлегенән Белорет районы буйлап Ләмәҙе йылғаһы ҡушылдығы Оло Осарлы йылғаһына тиклем субмеридиональ рәүештә һуҙылып киткән. Оҙонлоғо 10 км, киңлеге 3—4 км, иң бейек түбәһе 811 м. Ҡомташтарҙан, елмерҙәк свитаһының бирйән ярым свитаһы гравелиттарынан тора. Ландшафттары аҡһыл-көлһыу һәм көрәнһыу тупраҡта үҫкән киң япраҡлы-ҡарағусҡыл ылыҫлы урмандарҙан тора. Көнбайыш итәгенән Оло Осарлы йылғаһы, ә көнсығышынан Инйәр йылғаһы ҡушылдығы Ҡуҫағаҙы баш ала[3]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кесе Бирйән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Русское географическое общество. Хребет Бирьян. 2017 йыл 10 август архивланған. (рус.)
- Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ Русское географическое общество. Хребет Бирьян. 2017 йыл 10 август архивланған. (рус.)
- ↑ Кесе Бирйән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.