Бисмарк башняһы (Изерлон)
Бисмарк башняһы | |
Нигеҙләү датаһы | 31 март 1915 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Отто фон Бисмарк |
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Изерлон |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | таш[d] |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Бейеклеге/буйы | 14,7 метр |
Бисмарк башняһы Викимилектә |
Изерлонда Бисмарк башняһы (нем. Bismarckturm in Iserlohn) — 1914—1915 йылдарҙа Германияның элекке канцлеры Отто фон Бисмарк хөрмәтенә Изерлонда башня-һәйкәл (мемориаль башня) төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияның элекке канцлеры Отто фон Бисмарк хөрмәтенә Изерлонда дөйөм милли һәйкәлен төҙөү буйынса тәүге проекттар 1911 йылда барлыҡҡа килгән. 1913 йылдың 1 апрелендә урындағы комитет башня төҙөлөшө буйынса комиссия булдырыу ҡарары ҡабул иткән. Үҙенең төп функцияһынан тыш, күҙәтеү башняһы ролен үтәргә тейеш булған мемориал төҙөү өсөн ҡала халҡы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 25 000 алтын марка суммалыҡ иғәнә йыйған. Комиссияға шунда уҡ буласаҡ манараның дүрт проекты тәҡдим ителгән: конкурс һөҙөмтәһендә архитекторҙар Август Дойкер (нем. Deucker August) һәм Карл Хоффман (нем. Karl Hofmann, 1856—1933) проекттары һайлап алынған. Бынан тыш, төҙөлөш башланғанға тиклем Изерлон ҡалаһы бөгөн башня торған ергә эйә булмаған — күлдәге 6 акрмайҙанлыҡ участка 3600 маркаға һатып алына. Төҙөлөш башланыр алдынан буласаҡ таш ҡоролма төҙөү өсөн иң яҡшы урын табыу маҡсатында башняның ағас моделен файҙаланғандар.
Төҙөлөш эштәре өсөн кәрәк булған һыу проектты тормошҡа ашырыу өсөн махсус бырауланған скважинанан килгән. Төп төҙөлөш материалы итеп файҙаланылған ҡомташ (граувакка) күрше карьерҙа. сығарылған. Түбәһендә ҡуйылған портал һәм ут алдыры өсөн базальт лаваһы ҡулланылған. Мемориалдың дөйөм хаҡы 28 000 марка<[1]. Башняның тәүге нигеҙ ташын һалыу Беренсе донъя һуғышы башлағандан һуң, 1914 йылдың 6 сентябрендә, булған; 1915 йылдың 31 мартында тантаналы асылған. Икенсе көндө — Бисмаркка йөҙ йәш тулған көндө — табаҡҡа тәүге тапҡыр ут тоҡандырылған. Беренсе донъя (Бөйөк) һуғышы аҙағына тиклем башня һауалағы хәлде күҙәтеү пункты сифатында ҡулланылған.
Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1940 йылда, манараны Вермахт, ә һуғыштан һуң британия хәрбиҙәре уны радио идара итеү үҙәге булараҡ файҙаланған. Ҡала халҡына башняға йөрөргә рөхсәт 1955 йылдан рөхсәт ителгән — шуны лә билдәләп үтер кәрәк, 1957 йылдан алып 1989 йылға тиклем башня түбәһендә ут янмаған. 1975 йылдан «Бисмарктурм» Изерлон ҡалаһының рәсми өлөшө тип иғлан ителгән. Манараны күтәреүгә 75 йыллыҡ менән бәйле ҙур тантана ваҡытында, 1990 йылда, мэр Фриц Фишер (Fritz Fischer) яңы газ табағында утты ҡабат тоҡандырҙы — юбилейын байрамдарынан һуң башняға мемориаль таҡта ҡуйылды.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисмарк башняһы Зайлерзее күле тирәһендә диңгеҙ кимәленән 338 метр бейеклектә тора (күлдең өҫкө өлөшөнән манара нигеҙенә тиклемге бейеклек 130 метр тәшкил итә), күрше Изерлон ҡалаһының иҫтәлекле урыны булып тора. Башнянан төньяҡ-көнсығышта Хемер ҡалаһы, ә төньяҡ-көнбайышта — Масте-Барендорф тарихи фабрикаһы урынлашҡан.
Башня бер яғы 7,5 м булған квадрат нигеҙгә ҡоролған. Күҙәтеү майҙансығы 11 метр бейеклектә урынлашҡан: уға менер өсөн 44 таш баҫҡыс һәм 13 күтәрмәнән торған бормалы баҫҡысты менер кәрәк булған. Манараның дөйөм бейеклеге 14,5 м. 1988 йылдан 1995 йылға тиклем башня даими эшләгән; XXI быуат башына ҡарата башняға күтәрелеү өсөн ҡала хакимиәте менән алдан килешеү талап ителә. Бынан тыш, апрелдән башлап сентябргә саҡлы йәкшәмбе көндәрендә ирекле инеп йөрөү өсөн бина асыҡ булған. Башня шулай уҡ ерҙән беленмәгән һигеҙ ҡояш батареяһы менән йыһазландырылған, һәм улар ярҙамында урындағы һәүәҫкәр радиостанция тапшырыуҙарын ретрансляциялау мөмкинлеген биргән электр энергияһы эшләп сығара.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Данцтурм
- Люденшайдта Бисмарк башняһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Thomas Pütter. Bismarckturm wird 100 Jahre alt (нем.). ikz-online.de. Iserlohner Kreisanzeiger und Zeitung (4 февраль 2015). Дата обращения: 17 ғинуар 2019.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Seele, Sieglinde: Lexikon der Bismarck-Denkmäler, Imhof-Verlag Petersberg, 2005, S. 210
- Seele, Sieglinde, Mannheim (Archiv Seele): BISMARCK-TURM von ISERLOHN (Nordrhein-Westfalen)
- von Bismarck, Valentin: Bismarck-Feuersäulen u. Türme (unveröffentlichtes Manuskript); Nr. 193 «Bismarck-Feuersäule bei Iserlohn», 1900—1915, 1937 (im Archiv der Burschenschaft Alemannia, Bonn)
- Zeitschrift des Bismarck-Bundes: 12. Jahrgang 1914 (Nr. 1, S. 10)
- Timm, Willy: «Ihre Flammen lodern nicht mehr» in «Der Märker», 1976, H. 2
- Götz Bettge. Iserlohn-Lexikon / Stadt Iserlohn. — 1. Aufl. — Iserlohn: Hans-Herbert Mönnig Verlag, 1987. — S. 196. — 592 S. — ISBN 3-922885-37-3.
- Bau-Akte Amt Hemer 1915, Gemeinde Landhausen, Heft 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bismarckturm Iserlohn (нем.). Bismarcktürme und Bismarcksäulen (21 август 2018). Дата обращения: 2 ноябрь 2018. 2017 йыл 9 октябрь архивланған.