Бисярин Василий Григорьевич
Бисярин Василий Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1893 |
Тыуған урыны | Ҡытау-Ивановск, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 апрель 1949 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | РКП(б)-ның XI съезы[d] |
Бисярин Василий Григорьевич (1893—1949) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының һәм ВКП(б-ның Новгород өлкә комитетының яуаплы секретары. Коммунистар партияһының XI, XIII, XV һәм XVI съездары делегаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисярин Василий Григорьевич 1893 йылда Өфө губернаһының Ҡытау- Ивановкск ҡалаһында тыуған
Фармацевтика курсты тамамлағандан һуң Өфөлә дарыуханала эшләй башлай[1].
1914 йылда РСДРП(б)-ға инә. 1916 йылда партия йәшерен эшмәкәрлеге өсөн Златоуст ҡалаһында ҡулға алына һәм Турғай өлкәһенә һөрөлә.
1917-1918 йылдарҙа РСДРП(б)-ның Златоуст комитетының секретары була[2].
1919 йылдың февраль — март айҙарында — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.
1919 йылдың июленән — РККА-ның 5-се армияһы 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары, 1919 йылдың октябренән декабренә тиклем — 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары.
1920 йылда Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1921 йылдың июленән 1922 йылдың декабренә тиклем — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.
1922 йылдың июленән сентябренә тиклем, А. И. Жеханов менән берлектә , РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ике яуаплы секретарының береһе була[3].
1923-1925 йылдарҙа РКП(б)/ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында эшләй. 1925-1930 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Новгород өлкә комитетының секретары.
Артабан Ленинград ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була.
1932 йылдан алып — Мәскәү ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан — Мәскәү өлкә халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1936 йылдан алып — Мәскәү өлкә сәнғәт эштәре буйынса идаралығы начальнигы.
1942 йылдан алып Баш дарыухана склады идарасыһы була, 1945-1947 йылдарҙа — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының дауахана идаралығы начальнигы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статья в энциклопедии Челябинск
- ↑ Справочник по истории КПСС
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 197. — 468 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары 2017 йыл 15 декабрь архивланған.
- Башҡортостан энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка) (баш.)(баш.)