Эстәлеккә күсергә

Биштау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биштау
Рәсем
Тау һырты Кавказ тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ставрополь крайы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1402 метр
Карта
 Биштау Викимилектә

Биштау (рус. Бешта́у) — биш түбәле айырым торған тау-лакколит, Кавказ Минераль Һыуҙары Пятигорье тауҙарының 17 магматик ҡалдыҡтарының иң бейеге. Бейеклеге 1400 м[1]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тирә-яҡ мөхиткә (Пятигорье) һәм Пятигорск ҡалаһына исем биргән.

Тау Пятигорьеның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Итәгенең диаметры яҡынса 8 км.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[2]. Тауҙың исеме төркисә биш (беш) һәм тау һүҙҙәренән яһалған .

Геологик төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сағыштырмаса һөҙәк (7-8°) тауҙың аҫҡы өлөшө диңгеҙ палеоген балсыҡтарынан, һирәгерәк мергелдәрҙән һәм алевролиттарҙан тора һәм тәрән һыҙаларҙың радиаль системаһы менән йырғыланған. 820 м бейеклектән башлап өҫкө өлөшө ныҡ йырғыланған бештаунит[3] ҡая массивынан ғибәрәт. Майҙаны яҡынса 3 км², аҡбур осорондағы эзбизташ, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташтарҙың айырым блоктарынан тора. Уның иң бейек түбәһе — Биштау — бейеклеге 1400 м.

  • Кесе Биштау (1254 м)
  • Кәзә Ҡаялары (1167 м)
  • Два Брата (Лисий Нос) (1124 м)
  • Лохматая (Лохматый Курған, Зелёный Мыс) (1080 м)[4][5]
Биштауҙың Машуҡ тауынан күренеше

Тәбиғәтте файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бештауға Тимер тауынан күренеш

XX быуаттың икенсе яртыһында Биштауҙа уран ятҡылыҡтары эшкәртелә. 1950 йылдан 1975 йылға тиклем № 1 Лермонтов руднигы эшләй. 25 йыл эсендә ҡырҡтан ашыу штольня үтелгән. Биштау территорияһы административ рәүештәЛермонтов ҡалаһына ҡарай (уран эшкәртмәләре менән бәйле нигеҙләнгән), ә ташландыҡ шахтерҙар ҡасабаһы (Ҡасаба № 1) Лермонтов ҡалаһының көнсығыш өлөшө булып тора. Штольняларҙың дөйөм оҙонлоғо 203 километр тәшкил итә. Эштәр тамамланғандан һуң инеү урындарының күпселеге бетон менән көпләнгән.

  1. Бештау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Постановление бюро Ставропольского краевого комитета КПСС и исполкома краевого Совета депутатов трудящихся от 15.09.1961 г. № 676 «О мерах по охране природы в крае»
  3. Бештаунит. Дата обращения: 7 апрель 2013. Архивировано 17 декабрь 2013 года.
  4. МПРиООС СК: гора Бештау (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  5. Путешествие в Кисловодск и его окрестности. Газета «Призыв», № 20-22, 24.03.2010 года