Машуҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Машуҡ
Рәсем
Тау һырты Кавказ тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ставрополь крайы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 993 метр
Вид с воздуха
Был объекттан күренештәр категорияһы Категория:Виды с горы Машук[d]
Карта
 Машуҡ Викимилектә

Машуҡ (рус. Машу́к) — Кавказ Минераль Һыуҙары төбәгендә Биштау буйының (Пятигорье) үҙәк өлөшөндә, Пятигорск ҡалаһының төньяҡ-көнсығышындағы ҡалдыҡ магматик тау (тау-лакколит). Бейеклеге 993,7 м. Тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаманы ҡарт Эльбрус үлтергән Тау исемле кейәү егете өсөн илаған сибәр Машуко исемле ҡыҙ тураһындағы тау халыҡтары легендаһы менән бәйләйҙәр.

Ҡабарҙыса Машуко — «маш» — тары һәм «ко» — үҙән, йәғни тары сәселгән үҙән. Уларҙа хәҙер ҙә Машуковтар фамилияһы киң таралған.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа тау Машуха исеме менән тасуирлана[1].

фарсы телендә һүҙ фарс. معشوقه (мағшуҡа) «ғашиҡ ҡыҙ» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлата.

Провал күле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙың көньяҡ (көньяҡ-көнсығыш, йәғни Михайловский) битләүендә тәрән тәбиғи ҡоҙоҡ-ер аҫты күле булған мәмерйә — Пятигорск Провалы урынлашҡан. Уның тәрәнлеге 42 м һәм диаметры 15 м тиклем.

1858 йылда Мәскәү сауҙагәре П. А. Лазарик аҡсаһына яҡынса 58 м оҙонлоҡтағы горизонталь туннель һалына, уға Михайлов галереяһынан юл үткәрелә[2].

Провал Ильф һәм Петровтың «Ун ике ултырғыс» романы сюжетында урын алған.

Фотоһүрәттәр галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Машуҡ тауы башынан Пятигорск панорамаһы
Машуҡ тауы башынан Пятигорск панорамаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Динник Н. Я. Машуха // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Город Пятигорск. Коваленко А. Н. Ставропольский хронограф на 2005 год. Ставрополь, 2005. С. 209—226.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]