Ильф һәм Петров
Ильф һәм Петров | |
Тыуған урыны | Одесса |
---|---|
Вафат булған урыны | Мәскәү |
Һөнәр төрө | романист, яҙыусы, новеллист |
Әҫәрҙәр исемлеге | Произведения Ильи Ильфа и Евгения Петрова[d] |
Ильф һәм Петров Викимилектә |
Ильф һәм Петров — Илья Ильф (ысын исеме Иехиел-Лейб бен Арье Файнзильберг; 1897—1937) һәм Евгений Петров (ысын исеме — Катаев Евгений Петрович; 1902—1942)— совет яҙыусылары-авторҙаштары. Одесса ҡалаһында тыуғандар. Берлектә данлыҡлы «Ун ике ултырғыс» (1928) һәм «Алтын быҙау» (1931) романын яҙғандар. Бөйөк комбинатор Остап Бендерҙың мажаралары тураһында дилогияһы рус телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә күп тапҡыр яңынан баҫтырылып сығарыла.
Авторҙаштарҙың танышыуы 1925 йылда була, һәм 1926 йылдан улар уртаҡ эш башлай, тәүге осорҙа «Смехач» журналында һүрәттәр һәм фельетондар өсөн темалар яҙыу һәм «Гудок» гәзите өсөн материалдар эшкәртеү тора. Ильф һәм Петровтың берлектәге ҙур эше булып «Ун ике ултырғыс» романы тора, ул 1928 йылда «Тридцать дней» журналында баҫылып сыға һәм шул уҡ йылда айырым китап булып сыға. Роман ҙур уңыш ҡаҙана. Ул көнүҙәк тормошсан күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булған шәп сатирик эпизодтарҙың, һүрәтләүҙәрҙең һәм нескәлектәрҙең күп булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Романдан һуң бер нисә хикәйә һәм повестары («Светлая личность», 1928, «Тысяча и один день, или Новая Шахерезада», 1929) килә; шул ваҡытта яҙыусылар «Правда» гәзите һәм «Литературная газета» өсөн фельетондар өҫтөндә системалы эш башлай. 1931 йылда Ильф һәм Петровтың икенсе романы — «Алтын быҙау», «Ун ике ултырғыс» геройы Остап Бендерҙың артабанғы мажаралары тарихы баҫылып сыға. Романда «оло донъяла йәшәгән ҙур кешеләр һәм ҙур әйберҙәргә параллель» ҡомһоҙ теләкле ваҡ кешеләрҙең галереяһы бирелә.
1935—1936 йылдарҙа яҙыусылар АҠШ буйлап сәйәхәт ҡыла,шуның һөҙөмтәһе булып «Бер ҡатлы Америка» (1936) китабы була. 1937 Ильф вафат була, ә вафатынан һуң баҫылған «Записные книжки» тәнҡитселәр тарафынан күренекле әҙәби әҫәр булараҡ баһалана. Петров авторҙашы үлгәндән һуң бер нисә киносценарий (Георгий Мунблит менән берлектә), «Тыныслыҡ утрауы» (1947 йылда баҫылған) пьесаһын, «Фронт көндәлектәре» (1942) яҙа. 1940 йылда ул һуғыштың беренсе көндәрендә үк Коммунистар партияһына инә һәм «Правда» һәм «Информбюро» гәзиттәренең хәрби хәбәрсе була. Севастополдән Мәскәүгә осошлай авиакатастрофала һәләк була. Ленин ордены менән бүләкләнә
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Двенадцать стульев» романы (1928);
- «Золотой телёнок» романы(1931);
- «Необыкновенные истории из жизни города Колоколамска» новеллалары (1928);
- «Светлая личность» фантастик повесы (1928)[1];
- «Тысяча и один день, или Новая Шахерезада» новеллалары (1929);
- «Однажды летом» фильмы сценарийы (1936);
- «Одноэтажная Америка» (1937) нәфис-документаль повесть .
1932—1937 йылдарҙа Ильф һәм Петров «Правда», «Литературная газета» гәзиттәре һәм «Крокодил» журналы өсөн фельетондар яҙа. 1935—1936 йылдарҙа улар АҠШ ҡалалары буйлап сәйәхәт ҡыла, уның һөҙөмтәһе булып «Бер ҡатлы Америка» (1937) китабы сыға. Ижади хеҙмәттәшлекте Ильфтың Мәскәүҙә 1937 йылдың 13 апрелендә вафат булыуы туҡтата.
Илья Ильф һәм Евгений Петровтың биш томлыҡ йыйылма әҫәрҙәре нәфис әҙәбиәттең Дәүләт нәшриәте тарафынан 1961 йылда ҡабаттан (1939 йылдан һуң) баҫылып сыға. Был әҫәрҙәр йыйынтығының инеш мәҡәләһендә Д. И. Заславский былай тип яҙа: «Ильф һәм Петровтың әҙәби берләшмәһе яҙмышы ғәҙәти түгел. Улар бергә оҙаҡ эшләмәй, барлығы ун йыл, әммә совет әҙәбиәте тарихында тәрән һәм онотолмаҫ эҙ ҡалдыра. Улар тураһында иҫтәлектәр һүрелмәй, һәм уларҙың китаптарына китап уҡыусыларҙың һөйөүе кәмемәй. „Ун ике ултырғыс“ һәм „Алтын быҙау“ романдары киң билдәлелек менән файҙалана».
Романдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Прозаиктар тарафынан яҙылған беренсе «Ун ике ултырғыс» романының яҙылыу тарихы тиҫтә йылдар эсендә легенда менән уратып алына, хатта, әҙәбиәт белгестәре Михаил Одесский һәм Давид Фельдман иҫкәрмәләре буйынса, билдәле бер ваҡытта ысынбарлыҡты уйҙырманан айырыуы ҡатмарлы була. Яңылышлыҡ башында Петров Евгений тора, ул 1939 йылда хәтирәләр баҫтырып сығара, уға ярашлы, өлкән Катаев уға һәм Ильфҡа ҡулъяҙма әҙерләргә ҡуша, уның буйынса ата Дюманы уйнаусы мэтр, артабан «оҫта ҡулы аша үтер ине». План авторҙаштарға ҡыҙыҡлы булып күренә, һәм 1927 йылдың авгусында (йәки сентябрь башында) эш башлайҙар[2]. Беренсе өлөшө ай дауамында яҙыла, 1928 йылдың ғинуарына ҡарата роман тамамлана: «Ҡар яуа. Санаға эре генә ултырып, беҙ ҡулъяҙманы өйгә алып ҡайттыҡ... Беҙҙең романды баҫтырып сығарырҙармы?»[3]. «Тридцать дней» журналы биттәрендә ул шунда уҡ баҫылып сыға башлай; әҫәрҙең баҫылып сығыуы июлгә тиклем дауам итә[4].
Шул уҡ тиерлек версияны үҙенең «әҙәби негрҙары» алдына ижади бурыстарҙы нисек итеп ҡуйып Йәшел моронға китеүе тураһында хәтирәләре менән «Ун ике ултырғыс» тарихын тулыландырыусы Валентин Катаев та «Алмазный мой венец» әҫәрендә яҙа. Унда авторҙаштар, төрлө мәсьәләләр буйынса консультация һорап, әле-әле телеграмма ебәрә, әммә яуап ҡыҫҡа була: «үҙегеҙ уйлағыҙ». Көҙ Мәскәүгә ҡайтҡас, Катаев беренсе өлөшө менән таныша ата Дюма роленән баш тарта, әҫәргә «оҙон ғүмер һәм донъя даны» күрәҙәлек итә, ә идея өсөн түләү сифатында романды уға арнарға һәм беренсе гонорарҙан бүләк рәүешендә алтын портсигар һорай. Был ике шарт та үтәлә[5].
Одесский һәм Фельдман фекеренсә, Катаев һәм Петров булдырған тарих, бигерәк тә әгәр 1920 йылғы мөхәрририәт-полиграфия мөмкинлектәрен иғтибарға алғанда, бик ҡаршылыҡлы. Теләһә ниндәй ҡулъяҙманың мөхәрририәткә килеү мәленән уның матбуғатта ҡул ҡуйылыуына тиклем — мотлаҡ цензура фекерен иҫәпкә алыу менән ғәҙәттә күп аҙна үтә; типография эштәре лә шундай уҡ оҙаҡ була[6]. Әҙәбиәт белгестәре фараз иткәнсә, романдың «Тридцать дней» журналының ғинуар номерында баҫылып сығыуы, бәлки, авторҙаштарҙың ҡулъяҙмаларҙы журналға көҙ үк өлөшләтә тапшырыуҙары арҡаһында мөмкин булалыр. Одесса ваҡытынан алып Катаев менән таныш булған мәхәрририәт мөдире Василий Регинин, шулай уҡ яуаплы мөхәррир Владимир Нарбут яңы башлаусы авторҙарҙың әҫәренең тексы менән алдан танышмайынса баҫтырып сығарырға риза була[7]; гаранты булып был осраҡта Валентин Петрович үҙе сығыш яһай[8].
Евгений Петров, Ильфтың вафатынан һуң уның менән берлектәге эштәре тураһында иҫтәлектәрҙе әҙерләп, «Ун ике ултырғыстың» ентекле тарихының деталдәрен, моғайын, белгән, әммә уларҙы яҙа алмай, сөнки йәш әҙәбиәтселәргә «тормошҡа путевка» биреүсе һәм «Тридцать дней» журналына нигеҙ һалыусы Владимир Нарбут 1936 йылда «халыҡ дошманы» тип иғлан ителә һәм ҡулға алына; уның исеме «телгә алынмаусы» кешеләр иҫәбенә инә[9]. Вафатына тиклем ун йыл эсендә, 1928 йылда, Нарбут бөтә вазифаларынан төшөрөлә[10]. Бәлки, хәл был Ильф һәм Петровтың киләһе романының баҫылып сығыуы менән бәйле ваҡиғаға йоғонто яһай: 1931 йылда «Алтын быҙау» романының журналда баҫылыуы туҡтатыла, цензура дилогияның Остап Бендер тураһында икенсе өлөшөн Советтар Союзына пасквиль» тип атай, айырым китаптың сығыуы өс йылға тиклем һуҙыла.
Ике романдың күп йыллыҡ уңышын аңлатып, әҙәбиәт белгесе Юрий Щеглов Ильф һәм Петровтың дилогияһы — совет донъяһының киң картинаһын күрһәтеү арҡаһында — 1920-1930 йылдарҙың үҙенсәлекле «рус тормошо энциклопедияһы» булып тора, ә авторҙаштар булдырған йөҙләгән фрагменттарҙан йыйылған күп ҡатлы панорама «Бөтә Союз» тип шартлы аталған картинаны барлыҡҡа килтерә, тип билдәләй[11]. Был тезисты хуплап, Игорь Сухих былай тип яҙа: «Башҡа бындай ентекле, колоритлы совет ысынбарлығы картинаһы... беҙҙең әҙәбиәттә, күрәһең, юҡ». Шул уҡ мәлдә ике әҫәр ҙә төрлө ваҡытта күп һанлы әҙәби трактовкалар кисерә: уларҙы «совет сатираһы классикаһы», алтмышынсы йылдар эшмәкәрҙәренең өҫтәл китабы, яңы Растиньяктарҙың интеллигенттарға ҡаршы памфлеты, «әҙәби дайджест» тип атайҙар[12]. Ильф һәм Петровтың мут романдарын тәүге тапҡыр интеллигенттарға ҡаршы памфлет кеүек Осип Мандельштамдың тол ҡатыны Надежда Яковлевна, ә һуңынан үҙенең «Русофобия» эшендә Васисуалий Лоханкин йөҙөндә революцияға тиклемге интеллигенцияға уҫал карикатураны күреүсе И. Р. Шафаревич, ә романдарҙың авторҙарында — «бәләкәй халыҡтар» («антисистема») вәкилен күрә. Мәҫәлән, Шафаревич былай тип яҙа: «Минең уйымса, Ильф һәм Петров романдарына традицион ҡарашты ҡайтанан ҡарар кәрәк. Йомшаҡ, әммә аныҡ формала уларҙа, минең ҡарашҡа, төп йөкмәткеһен тәшкил итеүсе концепция үҫешә. Ваҡиғалар боронғо рус тормошо емереклектәре араһында бара, романдарҙа дворяндар, дин әһелдәре, интеллигенттар телгә алына — улар бөтәһе лә нисектер шыҡһыҙ, әшәке хайуандар һымаҡ һүрәтләнә һәм сирҡаныу тыуҙыра. Уларға хатта кешене ғәйепләп була торған ниндәйҙер һыҙаттар ҙа хас түгел. Уларға бының урынына нәҡ физиологик яҡтан ситкә этәреү маҡсаты булған штамп ҡуйыла: береһен яланғас, ерән йөн менән ҡапланған һәленеп торған йыуан ҡорһаҡ менән; икенсеһе тураһында уның бәҙрәфтә яҡтылыҡты һүндермәгәне өсөн ҡамсылайҙар... Ундай йән эйәләре йәлләү тойғоһо уятмай, уларҙы юҡҡа сығарыу — күңелле һунар һымағыраҡ, унда тулы күкрәк менән тын алаһың, йөҙ балҡый һәм береһе лә күңелде төшөрмәй». Әммә рәсәй-меннониты ҡорбаны Остап Бендерҙан тыш (ул үҙен «Алтын быҙау» романында ҡәһәрле меннонит тип атай) ул үҙенән дә, йәһүд Михаил Самуэлевичтан (беренсе баҫмала хатта Моисеевич, поляк Адам Козлович, тик урыҫтар түгел Васисуалий Лоханкин һәм Шура Балаганов) да мыҫҡыллап кәләләр. Авторҙар, киреһенсә, антигеройҙарҙа яҡшы һыҙаттарҙың күплеген күрһәтә, әммә улар сараһыҙҙан алдаҡсы булып китә. (Мәҫәлән, гимназияны тамамлаған Лоханкиндан айырмалы рәүештә зыялы Остап Бендерҙың ғаиләһенә золом ябырыла)[13] Бынан тыш, Илья һәм Петров «Алтын быҙау» романын Остаптың Зося Синицкая менән туйы менән, социализм төҙөүселәр йәмғиәтенең яңы ойошмаһы барлыҡҡа килеү менән тамамлай. Тик авторҙарға «ВКП(б)-ның иң юғарыһынан» Бендерҙың социализм төҙөүселәре араһында кәрәк түгеллеге тураһында шылтыратыу, уларҙы тиҙ генә романдың беҙ белгән аҙағын яҙырға мәжбүр итә. Өс дуҫтың — И. Ильф, М. А. Булгаков, Е. Петровтың төп уҡыусыһы
булып ВКП(б)-ла шәхсән И. В. Сталин тора.[14]
Повестар, новеллалар циклы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ун ике ултырғыс» романы өҫтөндә эшләгән ваҡытта тыуған күп идеялар уларҙың беренсе романында тормошҡа ашырылмай. Шул уҡ ваҡытта йәш әҙәбиәтселәрҙең ижади энергияһы баҫылып сығыуҙы талап итә. Шуға күрә 1928 йылдың йәйендә Ильф һәм Петров «Светлая личность» сатирик повесын яҙырға тотона. Ул ҡыҫҡа ваҡытта — алты көн эсендә барлыҡҡа килә — һәм Егор Карлович Филюриндың, Пищеслав ҡалаһының коммуналь хеҙмәткәре канцелярисының күҙгә күренмәҫ кешегә әүерелеүе тарихынан ғибәрәт. Әгәр беренсе әҫәрҙә донъяның дөйөм картинаһы реаль донъяға яҡын булһа, икенсе әҫәрҙә автор иронияһын гротеск тулыландыра. Һөҙөмтәлә уйҙырма ҡала барлыҡҡа килә, унда тормош мәғәнәһеҙ ойошторолған: урындағы билмән эшләү машинаһы сәғәтенә өс миллион билмән етештерә, Пищеслав клубын колонналар, урман кеүек «баҫып» алған, уртаһында тәбиғи фәндәре белгесе Тимирязевтың ат һыны тора[15].
Комик хәлдәрҙең күп һәм теманың популяр булыуына ҡарамаҫтан (повеста Герберт Уэллстың «Человек-невидимка» әҫәренә һылианма бар, Герберт Уэллс 1920 йылда, Мәскәүгә визитынан һуң, СССР-ҙа яҡшы билдәле була), «Светлая личность» повесы тәнҡитсе һәм уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Авторҙаштар үҙҙәре лә повестың «беренсе романдан көсһөҙөрәк» булыуын һиҙәләр; ул хатта Ильф һәм Петровтың 1938—1939 йылдарҙа донъя күргән дүрт томлыҡ әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелмәй. Ҡабаттан «Яҡты шәхес» баҫмаһы бары тик 1961 йылда була[16].
1929 йылда Ильф һәм Петров «Необыкновенные истории из жизни города Колоколамска» новеллалар циклын яҙырға тотона. «Светлая личность» повесындағы фантастика бында ныҡ ҡуйыртыла[17]. Улар уйлап сығарған ҡала кешеләре иҫәбендә тәүге тапҡыр Васисуалий Лоханкин — табут яһаусы, ҡала халҡы араһында донъя бөтөү, һыу баҫыу тураһында паника тыуҙырыусы тора. Яҙыусылар күрһәткән коммуналь көнкүреш атмосфераһы «Ҡарға слободкаһы» әҫәрендәге әйләнә-тирәне хәтерләтә — был атама табут яһаусының исем һәм фамилияһы менән һуңғараҡ «Алтын быҙау» романында барлыҡҡа килә[18]. Моғайын, «колоколамск проектын» башлап, авторҙаштар Салтыков-Щедриндың «Истории одного города» романының совет вариантын эшләүҙе планлаштыра. Әммә, әҙәбиәт белгесе Лидия Яновская һүҙҙәре буйынса, «Щедрин сатираһы килеп сыҡмай»[19]. Ильф һәм Петров тәнҡитселәрҙән алда аңлай, шуға күрә цикл өҫтөндә эште туҡтатыу ғына түгел, хатта яҙған новеллаларын баҫтырып сығарыуға тапшырмай[20].
Тағы бер новеллалар циклының — «Чудак» журналында баҫылып сыҡҡан «Мең дә бер көн, йәки Яңы Шәхерезаданың» (1929, № 12-22) барлыҡҡа килеүенә алдан реклама була: китап уҡыусыларға «совет Шәхерезадаһы әкиәттәре, Ф. Толстоевский әҫәрҙәре» тип хәбәр ителә. Әкиәтсе роле тырнаҡтар һәм ҡойроҡтар әҙерләү контораһының эш башҡарыусыһы Шәхерезада Фёдоровна Шайтановаға бирелә, ул, үҙе алдағы «Мең дә бер кисә» әкиәтенә оҡшатып, бюрократтар, оятһыҙҙар һәм ике йөҙлө кешеләр тураһында һөйләй. Әммә «Чудактағы» реклама ысынына ҡарағанда күпкә күберәк новеллалар вәғәҙә итә. Авторҙаштар эш процесында үҙ ниәттәренә ҡыҙыҡһыныуын юғала, һәм «Яңы Шахерезада» «күсемле әҫәр» булып ҡала. Һуңғараҡ, 1920 йылдарҙа яҙылған новелла циклы һәм повестар тураһында Евгений Петров хәтерләй: «Беҙ Колоколамск тарихын яҙабыҙ. Шахерезаданы. Ижади ғазаптар. Беҙ нимәлер икенсене яҙырға икәнлеген тойҙоҡ. Әммә нимәне?». Уларҙың эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе булып Остап Бендер тураһында дилогияның икенсе өлөшө — «Алтын быҙау» романы була, унда «Мең дә бер көндөң» ҡайһы бер персонаждары күсә[21].
Водевиль һәм киносценарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильф һәм Петров сәхнә жанрҙарына 1930 йылдарҙа мөрәжәғәт итә башлай, әммә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу авторҙаштарҙың күпкә иртәрәк булыуы билдәләнә. Әҙәбиәт белгесе Абрам Вулис раҫлауынса, уларҙың водевиль һәм сценарийҙарының туранан-тура алда килеүсе әҫәрҙәре булып Петровтың шаян диалогтар менән тулы һәм формаһы менән ҡыҫҡа комедия пьесаларына оҡшаған хикәйәләре тора[22]. Һуңынан яҙыусыларҙың «күҙгә күренгән эпизодтарға» тартылыуы «Ун ике ултырғыс» романында сағыла, уның күп бүлектәре ысынында «кинематографиялы» була[23]. Авторҙаштарҙың кинематографияла беренсе эштәре Яков Протазановтың тауышһыҙ «Праздник святого Иоргена» фильмы менән бәйле була, уның өсөн Илья Арнольдович һәм Евгений Петрович интертитрҙар яҙа[24]. Һуңынан улар «Барак» сценарийын яҙа, ул алдынғы төҙөүсе Битюговтың артта ҡалыусы бригаданы «буксирға» алырға ҡарар итеүе тураһында һөйләй. Николай Горчаков һәм Михаил Яншин төшөргән картина 1933 йылда «Черный барак» исеме аҫтында экрандарға сыға, әммә тамашасылар араһында айырым уңыш ҡаҙанмай; тәнҡитселәр фекеренсә, фильм төҙөүселәр «кеше һәм ваҡиғаларға ҡарата бер аҙ схематик алым» ҡуллана[25].
1933 йылда Европа буйлап сәйәхәте ваҡытында Ильф һәм Петров француз «Софар» кинофирмаһынан тауышлы кино өсөн сценарий яҙыуға заказ ала. Ун көн эсендә башҡарылған эш заказсы тарафынан яҡшы баһалана; Ильф ҡатынына яҙған хатында «кисә сценарийҙы тапшырҙыҡ. Ул оҡшаны, бик көлдөләр, хатта ултырғыстан йығылдылар» тип яҙа. Әммә француз кинокомедияһы йолаларына ҡоролған сценарий буйынса фильм шулай ҙа төшөрөлмәй, ә «Софарға» тапшырылған ҡулъяҙма юҡҡа сыға. Уның машинкала яҙылған күсермәһе утыҙ йылдан һуң тиерлек авторҙаштарҙың береһенең йортонда табыла — күрәһең, ҡараламаһы. Был текст тергеҙелә һәм «Тауышлы кинофильм сценарийы» исеме аҫтында тәүге тапҡыр «Искусство кино» (1961, № 2) журналында баҫылып сыға[26].
Ильф һәм Петровтың пародияға әҙәби уйын элементына кеүек һәүәҫ мөнәсәбәте «Тридцать дней» (1933, № 5) журналында баҫылып сыҡҡан бер актлы «Көслө тойғо» водевилендә сағыла. Авторҙаштар уйлап сығарған тарих, бер яҡтан, Чеховтың « Свадьба» хикәйәһенең үҙенсәлекле вариацияһы[27], икенсе яҡтан үҙҙәренең темаларының һәм мотивтарының көлкөлө ҡабатлауы була. Унда «Ун ике ултырғыс» романының персонажы кеше ашаусы Эллочка персонажы үҫеш ала, ул был юлы Рита исемен йөрөтә һәм уңышҡа ирешкән сит ил кешеһенең ҡатыны булырға тырыша: «Уның менән сит илгә барырға! Буржуаз йәмғиәттә, коттеджда, ҡултыҡ буйында бик тә йәшәгем килә...»[28].
Билдәле ҡабатлауҙар 1936 йылда экрандарға сыҡҡан «Однажды летом» фильмының сценарийында ла күренә (режиссёры Ханан Шмаин һәм Игорь Ильинский). Жораның һәм Телескоптың үҙҙәре ҡулдан йыйған автомобилдә сәйәхәте ятҡан сюжеты — персонаждары «Гну антилопаһында» мажараларға юлланған «Алтын быҙау» фабулаһын хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта, геройҙар юлыҡҡан әкәмәт ваҡиғаларҙың күп будыуына, шулай уҡ яҡшы актёр уйынына ҡарамаҫтан (Ильинский ике ролдә лә уйнай), «Однажды летом» картинаһы авторҙаштарҙың ижади уңышы исемлегенә инмәй. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, төшөрөү ваҡытында иҫкергән технологиялар ҡулланыла, шуның өсөн таҫма «беҙҙе кинематографияның үҙенең беренсе аҙымдарын яһаған ваҡытына ҡайтара»[29].
1930 йылдар уртаһында Ильф, Петров һәм Катаев репертуарҙы яңыртыуға мохтажлыҡ кисергән мюзик-холлдан заманса комедияға заказ ала. Шулай итеп «Цирк көмбәҙе аҫтында» тигән пьеса барлыҡҡа килә, ул һуңынан Григорий Александровтың үҙгәрешһеҙ тиерлек «Цирк» фильмы сценарийына күсерелә[30]. Эш барышында Александров һәм авторҙаштар араһында килешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. «Мосфильм» дирекцияһына адресланған хатта режиссёрҙың сценарийға ҡыҫылыуы арҡаһында «комедияның кәмит элементтарының шаҡтай кәмеүе, мелодрама элементтарының артыуы» тураһында күрһәтәләр. Студияның етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙән һуң әҫәрҙең төп фекере боҙолған тип иҫәпләгән Ильф һәм Петров титрҙарҙан үҙҙәренең фамилияларын алып ташлауҙарын һорайҙар[31].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собрание сочинений в четырёх томах. — М.: Советский писатель, 1938—1939.
- Как создавался «Робинзон». Л.—М., «Молодая гвардия», 1933.
- Двенадцать стульев. Золотой телёнок. — М.: Советский писатель, 1936
- Двенадцать стульев. — М.—Л., ЗиФ, 1928.
- Золотой телёнок. — М.: Федерация, 1933
Әҫәрҙәрен экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1933 — Двенадцать стульев (Польша—Чехословакия)
- 1936 — Цирк
- 1936 — Однажды летом
- 1938 — 13 стульев
- 1961 — Совершенно серьёзно (очерк Как создавался Робинзон)
- 1968 — Золотой телёнок
- 1970 — The Twelve Chairs (Двенадцать стульев)
- 1971 — Двенадцать стульев
- 1972 — Ехали в трамвае Ильф и Петров (по мотивам рассказов и фельетонов)
- 1976 — Двенадцать стульев
- 1989 — Светлая личность
- 1993 — Мечты идиота
- 2004 — Двенадцать стульев (Zwölf Stühle)
- 2006 — Золотой телёнок
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙыусыларға Одессала һәйкәл асыла. «Двенадцать стульев» фильмы (1971) аҙағында күрһәтелгән һәйкәл ысынбарлыҡта бер ҡасан да булмаған.
- Ильфтың ҡыҙы Александра (1935—2013) «ике атаһыһының да» әҫәрҙәрен пропагандалай — ул нәшриәттең мөхәррире була, унда текстарҙы инглиз теленә тәржемә итә. Мәҫәлән, уның хеҙмәте арҡаһында баҫмаға «Ун ике ултырғыс» романының цензураһыҙ һәм иртә текстарына индерелмәгән бүлек менән тулы версияһы сыға. Уға яҙылған һуңғы китап «Дом, милый дом… Как жили в Москве Ильф и Петров». Ул авторы вафат булғандан һуң сыға.
- Яҙыусылар Ильф һәм Петров иҫтәлегенә Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономы Людмила Карачкина үҙе 1982 йылдың 21 октябрендә асҡан астероидты 3668 Ilfpetrov тип атай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Один из тринадцати — фильм 1969 года, снят кинематографистами Италии и Франции по мотивам романа «12 стульев».
- Ильфипетров — российский полнометражный документально-анимационный фильм 2013 года режиссёра Романа Либерова, посвящённый жизни и творчеству советских писателей Ильи Ильфа и Евгения Петрова.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Скачать аудиокнигу Ильф Илья. Петров Евгений - Светлая личность . Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано 1 февраль 2013 года. 2013 йыл 31 июль архивланған.
- ↑ Одесский, 2015, с. 11
- ↑ Петров, 2001, с. 152
- ↑ Одесский, 2015, с. 12
- ↑ Шаблон:Sfn-ҙән сыҡҡан
- ↑ Одесский, 2015, с. 12—13
- ↑ Одесский, 2015, с. 14—15
- ↑ Одесский, 2015, с. 19
- ↑ :Шаблон:Sfn-ҙән сыҡҡан
- ↑ Одесский, 2015, с. 210
- ↑ Щеглов, 2009
- ↑ Сухих И. Н. Шаги Командора // Звезда. — 2013. — № 3.
- ↑ DAZ.;Вязь жизни (Заметки о романе Иды Бендер);(рус.); Russian DAZ;(17 февраля 2011)Дата обращения 5 января 2020
- ↑ И. Рейф. «Золотой теленок», «Мастер и Маргарита»: типология массового мышления в тоталитарном обществе. Звезда, 2013, № 2.
- ↑ Яновская, 1969, с. 46—47
- ↑ Галанов, 1961, с. 144
- ↑ Яновская, 1969, с. 55
- ↑ Яновская, 1969, с. 56—57
- ↑ Яновская, 1969, с. 58
- ↑ Яновская, 1969, с. 62
- ↑ Вулис А. З. Примечания // Илья Ильф, Евгений Петров. Собрание сочинений в пяти томах. — М.: Художественная литература, 1961. — Т. 3. — С. 561—562. — 546 с.
- ↑ Вулис, 1960, с. 312
- ↑ Вулис, 1960, с. 313
- ↑ Яновская, 1969, с. 176
- ↑ Вулис, 1960, с. 314—315
- ↑ Яновская, 1969, с. 174—176
- ↑ Галанов Б. Е., Ершов Л. Ф. Примечания // Илья Ильф, Евгений Петров. Собрание сочинений в пяти томах. — М.: Художественная литература, 1961. — Т. 3. — С. 538. — 546 с.
- ↑ Галанов, 1961, с. 121
- ↑ Вулис, 1960, с. 315
- ↑ Яновская, 1969, с. 177
- ↑ Яновская, 1969, с. 182—183
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вулис А. З. И. Ильф, Е. Петров. Очерк творчества. — М.: Художественная литература, 1960. — 374 с.
- Галанов Б. Е. Илья Ильф и Евгений Петров. Жизнь. Творчество. — М.: Советский писатель, 1961. — 312 с.
- Катаев В. П. Алмазный мой венец. — М.: АСТ-Пресс, 1994. — С. 298—302. — 400 с. — ISBN 5-214-00040-5.
- Лурье Я. С. В краю непуганых идиотов. Книга об Ильфе и Петрове. — Санкт-Петербург: Издательство Европейского университета в Санкт-Петербурге, 2005. — ISBN 5-94380-044-1.
- Одесский М. П., Фельдман Д. М. Миры И. А. Ильфа и Е. П. Петрова: Очерки вербализованной повседневности. — М.: РГГУ, 2015. — 293 с. — ISBN 978-5-7281-1678-3.
- Петров Е. П. Мой друг Ильф / Составление и комментарии А. И. Ильф. — М.: Текст, 2001. — ISBN 5-7516-0254-4.
- Сборник воспоминаний об И. Ильфе и Е. Петрове / Составители Г. Н. Мунблит, А. Б. Раскин. — М.: Советский писатель, 1963. — 336 с.
- Щеглов Ю. К. Романы Ильфа и Петрова. — Санкт-Петербург: Издательство Ивана Лимбаха, 2009. — 656 с. — ISBN 978-5-89059-134-0.
- Яновская Л. М. Почему вы пишете смешно? Об И. Ильфе и Е. Петрове, их жизни и их юморе. — М.: Наука, 1969. — 216 с.