Блед замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Блед замогы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1011
Дәүләт Flag of Slovenia.svg Словения
Административ-территориаль берәмек Блед[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 599 метр
Архитектура стиле Яңырыу архитектураһы[d]
Мираҫ статусы Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][1]
Рәсми сайт blejski-grad.si/it/caste…
Commons-logo.svg Блед замогы Викимилектә


Ҡая түбәһендәге Блед замогы

Блед замогы (слов. Blejski grad) — 130 метр бейеклегендәге текә ҡая түбәһендә төҙөлгән замок. Ул Блед ҡалаһы (Словения) янындағы Блейско күле эргәһендә тора. Словенияның иң боронғо замоктарының береһе.

Замок тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Замок беренсе тапҡыр 1004 йылда, император Генрих II уны Бриксен епискобы Альбуинға файҙаланыуға биргәндә телгә алына. Шул ваҡытта замок немецсә «Фельдес» тип аталған була[2].

Замоктың иң боронғо өлөшө — роман стилендәге башня. Был манара торлаҡ һәм оборона өсөн, шулай уҡ тирә-яҡты күҙәтеү өсөн ҡулланылған.

Урта быуаттар дәүерендә бындағы ҡаяла яңы ҡоролмалар барлыҡҡа килгән, ә ҡая түбәһендә вышкалар ҡуйылған оборона таш нығытмалары эшләнгән.

Австро-Венгрия империяһы тарҡалғандан һуң, Блед ҡалаһы Югославия составы территорияһы составына индерелә һәм башта Карагеоргиевичтар монарх ғаиләләренең йәйге резиденцияһына әйләнә, ә һуңынан Иосип Броз Титоға бирелә. ВИкенсе донъя һуғышында немец ғәскәрҙәренең штабы замокта ваҡытлыса торған.

1947 йылда замок янғындан зыянлана, тик бер нисә йылдан тергеҙелә һәм тарих музейына әйләндерелә. Музей коллекциялары бында килеүселәргә төрлө кейем, ҡорал һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡарарға тәҡдим итә.

Замоктың барлыҡ ҡаралтылары ла ике ихата тирәләй урынлашҡан,. Был ихаталар береһенең өҫтөнә икенсеһе ҡуйылып эшләнгән, улар баҫҡыстар ярҙамында ғына бәйләнгән. Түбәнге ихатала хужалыҡ ҡаралтылары төҙөлгән, ә уның өҫтөндәге үрге ихатала торлаҡ биналары теҙелгән.

Үрге эске ихатала XVI быуатта төҙөлгән сиркәү тора.

Замок эргәһендәге соҡор аша күтәртелә торған күпер эшләнгән.

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]