Брессаноне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брессаноне
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Bressanone һәм Brixen
ХФА-лағы транскрицияһы bressaˈnoːne һәм ˈbrɪksn̩
Этнохороним brissinesi, bressanonesi һәм brissensi
Дәүләт  Италия[1]
Административ үҙәге Бриксенское епископство[d] һәм Eisacktal[d]
Административ-территориаль берәмек Больцано[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Ойошма ағзаһы Climate Alliance[d][2]
Халыҡ һаны 22 816 кеше (1 ғинуар 2023)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 560 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Регенсбург[4], Блед[5], Гавличкув-Брод[6], Марквартштайн[d], Мантуя[d], Халль-ин-Тироль һәм Террачина[d]
Сиктәш Фунес[d], Лузон[d], Нац-Шиавес[d], Сан-Мартино-ин-Бадия[d], Варна[d] һәм Вельтурно[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 84,7 км² (9 октябрь 2011)[7]
Почта индексы 39042
Урынлашыу картаһы
Святой покровитель Кассиан из Имолы[d]
Сейсмическая классификация 4[d][8][9]
Рәсми сайт brixen.it
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Brixen[d]
Урындағы телефон коды 0472
Номер тамғаһы коды BZ
Карта
 Брессаноне Викимилектә

Брессанон, шулай уҡ Бриксен (итал. Bressanone, нем. Brixen) — Италияның төньяғындағы Больцано (Көньяҡ Тироль) автономиялы провинция ҡалаһы.

Брессанон (Бриксен) — ҙурлығы буйынса Көньяҡ Тиролдең иң боронғо һәм ҙурлығы буйынса өсөнсө (нигеҙләнгән йылы — 901 йыл) ҡалаһы. Ул Альп үҙәнендә Изарко һәм Риенец йылғалары ҡушылған ерҙә, Больцанонан төньяҡҡа табан 40 км-ҙа, Бреннер артылышынан һәм Австрия сигенән 45 км-ҙа, ята. Ҡаланы Альп тауҙарының түбәләре уратып тора. Брессанон халҡының күпселеге, Көньяҡ Тирольдәге бар халыҡ кеүек, немец телендә һөйләшә. Ҡаланың итальян халҡы ни бары 27 процентҡа тиң. Тағы ла яҡынса 1 % кеше — этник ладиндар.

Баш ҡаланың ҡурсалаусыһы тип Имоланан Изге Кассиан, Сабиондан Ингевин һәм Брессанондан Альбуин була. Ҡала байрамы йыл һайын 2 февралдә үткәрелә

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брессаноне тирәһендә ауылдар мезолит (беҙҙең эраға тиклем VIII мең) дәүерендә барлыҡҡа килгән. Беҙҙең эраға тиклем 15-се йылдар тирәһендә Брессаноне ерҙәре Рим империяһы составына индерелә. Хәҙерге Брессаноненан алыҫ түгел рим муниципийы Сабион нигеҙләнгән булған. Рим ҡолатылғандан һуң, Сабион Италия территорияһындағы варвар короллектәре араһында ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй, ниһайәт, 590-сы йылдарҙа баварҙар хакимлығы аҫтына эләгә.

Бриксен 901 йылда беренсе тапҡыр телгә алына: яҙма буйынса. Германия короле IV Людовик Дитя Prihsna Maso биләмәһен Сабион епискобы Захарийға бүләк итә. Ваҡыт үтеү менән prihsna исеме (нем. Brixen) Бриксен атамаһы менән алмаштырыла. 992 йылда Бриксендә ғибәҙәтхана төҙөлөшө тамамланғандан һуң, был ҡалаға Сабион епископтары күсенеп килә, шулай итеп Бриксен епискополығына нигеҙ һалына. 1039 йылда Бриксен епискобы Паппо рим папаһы итеп Дамасий II исеме аҫтында һайлана, уның хакимлыҡ итеүе бөтәһе 23 көн дауам итә.

XI быуатта Бриксен епископлығы бойондороҡһоҙ кенәзлеккә әйләнә һәм үҙ власы аҫтында Тиролдең күп өлөшөн тота. Һуңғараҡ урындағы феодалдар был төбәктә Бриксендең йоғонтоһон ҡыҫырыҡлап сығара, әммә 1803 йылға тиклем епископлыҡ Альп ерҙәренең байтаҡ өлөшөн биләй һәм суверенлы дәүләт булараҡ Изге Рим империяһы составына инә. Ысынбарлыҡта иһә епископлыҡ XV быуатта Габсбургтар протектораты аҫтында тора. 1803 йылда Бриксен секулярлаштырыла һәм Австрия империяһы составына инә.

Беренсе донъя һуғышынан һуң 1919 йылдың Сен-Жермен килешеүе шарттарына ярашлы Бриксен Италияның Көньяҡ Тироль биләмәһе составына индерелә һәм итальянса Брессаноне тип атала башлай.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брессанон кафедраль соборы
Brixen — Bressanone
  • Бриксен кафедраль соборы (X быуат), XIII быуата яңынан төҙөлә һәм 17451754 йылдарҙа барокко стилендә үҙгәртелә. Соборҙың неф түбәләре Пауль Трогерҙың «Поклонение агнцу» фрескалары менән биҙәлгән.
  • Епископ һарайы (XIII быуат) стиль ренессанс стилендә төҙөлә, ул Көньяҡ Тироль һарайҙарының иң ҙуры. Һарай бинаһында музей урынлашҡан, унда епископ Карл Франц Лодрон заказы буйынса эшләтелгән 5000 һынлы Христос тыуғандан һуң ятҡан мал яслеһе бар.
  • Сан-Микеле сиркәүе (XI быуат), XV быуатта готик хоры һәм саң манараһы яңыртылып төҙөлә.

Ҡаланан алыҫ түгел урында Роденго (XIII быуат), Кастель-Форте һәм Тассо һарайҙары (замоктары) урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бриксендең туғанлашҡан ҡалалары :

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://web.archive.org/web/20180806123507/http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  3. https://demo.istat.it/?l=it
  4. https://www.brixen.it/it/citta-gemellate/regensburg
  5. https://www.brixen.it/it/citta-gemellate/bled
  6. https://www.brixen.it/it/citta-gemellate/havlickuv-brod
  7. Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011ISTAT.
  8. (unspecified title)
  9. https://rischi.protezionecivile.gov.it/it/sismico/attivita/classificazione-sismica