Боғҙанов Ғәбдрәүеф Ғабдулла улы
Ғәбдрәүеф Ғабдулла улы Боғҙанов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур ҡалаһы, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Наградалары һәм премиялары |
Станислав таҫмаһындағы «За усердие» алтын миҙалы |
Ғәбдрәүеф Ғабдулла улы Боғҙанов (1886—1931) — башҡорт дин әһеле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боғҙанов Ғәбдрәүеф Ғабдулла улы 1886 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ырымбур ҡалаһында Ырымбур казак ғәскәре офицеры ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт.
Ырымбур Неплюев кадет корпусын, 1907 йылда Ырымбур казак юнкер училищеһын тамамлай. 1910 йылда хорунжий званиеһында отставкаға китә, Уралдың бер нисә төбәгендә ер үлсәүсе булып эшләй[1].
1914 йылда йәнә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Есаул званиеһын ала, бер нисә орден менән бүләкләнә[1].
1917 йылдан эсерҙар партияһы, Ырымбур ғәскәри хөкүмәте ағзаһы. I Ырымбур мосолман казактары съезының рәйесе, 2-се һанлы Ырымбур округы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутат итеп һайлана[1].
1918 йылдан — Комуч (Бөтә Рәсәй Ойоштороу комитеты) ағзаһы, Комуч мосолман хәрби частарын ойоштороусыларының береһе була[1].
1919 йылдан генерал А. И. Дутовтың Ырымбур казак армияһында хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың көҙөндә Ырымбур казак бригадаһы менән Ҡыҙыл армия яғына сыға. Эскадрон командиры, полк командиры ярҙамсыһы булараҡ совет-поляк һуғышында, Врангель армияһына һәм баҫмаҡтарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1].
1920 йылдарҙа РККА кавалерия полкының һәм бригаданың командиры була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ҡыҙыл армияһының командир составын элекке аҡтарҙың офицерҙарынан «таҙартыу» барышында «Весна» эше буйынса репрессиялана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волков Е. Колчаковские офицеры: опыт исторического исследования. — Челябинск, 2001.
- Всероссийское Учредительное собрание. — М.-Л., 1930. — С.116-138.
- Гражданская война в Оренбуржье. 1917—1919 гг. Документы и материалы. — Оренбург, 1958.
- Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М., 2008.
- Урал и Прикамье. Ноябрь 1917 — январь 1919. Документы и материалы. — Париж, 1982.
- 1886 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбурҙа тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 1931 йылда вафат булғандар
- Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлаусылар
- Эсерҙар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары
- Совет-поляк һуғышында ҡатнашыусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар