Богдан Истру
Богдан Истру | |
рум. Ion Bădărău | |
Исеме: |
Ион Бэдэрэу |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Рәсәй Империяһы, Бессарабия губернаһы, Оргей өйәҙе, Пиструень ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Йүнәлеше: |
соцреализм |
Жанр: |
шиғыр |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
молдаван |
Премиялары: |
МССР-ҙың Дәүләт премияһы |
Богдан Истру (молд. Bogdan Istru; ысын исеме һәм фамилияһы Ион Бэдэрэу (рум. Ion Bădărău); 13 апрель 1914 йыл — 25 март 1993 йыл) — молдаван шағиры. Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1982).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бессараб Пиструены ауылында (хәҙер Молдавияның Теленешты районы) тыуған.
1931 йылда Яссыла юғары педагогия училищеһын тамамлаған.
1932 йылда беренсе шиғырҙары сыға, ә тағы ла дүрт йылдан Кишиневта «Имләү» (рум. BlestemBlestem, 1937) беренсе шиғри йыйынтығы донъя күрҙе, һуңынан шул уҡ ҡалала — «Бөркөт үлеме» (рум. Moartea vulturuluiMoartea vulturului, 1938).
«Ватан тауышы» (1946), «Алғы һыҙыҡта» (1951), «Ярҙан ярға» (1958), «Тыныслыҡ аллеяһы» (1953), «Һайланма шиғырҙар» (1964), «Мең тауыш» (1971), «Татарбунар» (1974) һәм башҡа шиғыр һәм поэмалар йыйынтыҡтары.
МССР-ҙың булдырылыуынан һуң Богдан Истру ижадының төп темаһы колхозсыларҙың һәм ауыл кешеләренең тормошо, Бөйөк Ватан һуғышы һәм социализм төҙөүенең (Волга-Дон каналы) образдары була. Ливиу Деляну менән берлектә молдаван теленә СССР Гимнын тәржемә иткән. Шулай уҡ ул хиҡәйәләр ҙә яҙған.
Молдавия ССР-ның дәүләт премияһына лайыҡ булды — «Татарбунар» поэмаһы өсөн (1924 йылдағы Татарбунар ихтилалы тураһында) (1976). Молдавия Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (1984).
Йыйынтыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поэмы. Кишинев, 1959.
- Хәйерле сәғәттә. Мәскәү, 1959.
- Шиғырҙар. Мәскәү, 1964.
- Версурь (шиғырҙар). Кишинев, 1966.
- Pasarea albastra. Кишинев, 1991.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Истру Богдан — яҙыусы(недоступная ссылка)
- Ana Bantos. Bogdan Istru și creația scriitorilor tineri. În volumul «Creație și atitudine» (Ed. Literatura artistică, Chișinău, 1985)
- George Călinescu. Istoria literaturii române de la origini până în prezent (ed. a II-a, revăzută și adăugită, p. 942)