Боголюбов Василий Михайлович
Боголюбов Василий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 февраль 1933[1] |
Тыуған урыны | Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 июнь 2013 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | физиотерапия[d] |
Эш урыны |
Мәскәү дәүләт медик-стоматология университеты[d] Медицинский радиологический научный центр Минздравсоцразвития России[d] Российский научный центр восстановительной медицины и курортологии[d] Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d] |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Боголюбов Василий Михайлович (7 февраль 1933 йыл — 12 июль 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй физиотерапевы, СССР ФА ағза-корреспонденты (1986), РМФА академигы (1994).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Михайлович Боголюбов Тверь өлкәһендә 1933 йылдың 7 февралендә тыуған.
1957 йылда Хәрби-медицина академияһын тамамлай һәм һыу аҫты кәмәләре берләшмәләре медицина хеҙмәтендә өс йыл начальник булып һәм Хәрби -диңгеҙ флоты госпиталендә табип-терапевт булып эшләй.
1960—1963 йылдарҙа — СССР МФА Терапия институты аспирантураһында уҡый.
1963 йыл — «Йөрәк ритмының боҙолоуы патогенезы һәм уны дауалауҙа натрий һәм калийҙың роле» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1963 йылдан алып СССР МФА Медицина радиологияһы институтында эшләй.
1969 йылда: «Радиоиндикация методыы менән атеросклероз һәм тромбозды диагностикалау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1972 йыл — Н. А. Семашко исемендәге Мәскәү стоматология институтыны эске ауырыуҙар пропедевтика кафедраһының мөдире итеп һайлана, бер үк ваҡытта институттың дауалау факультеты деканы булып эшләй.
1976 йылдан 1998 йылға тиклем — СССР һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Курортология һәм физиотерапия ғилми-тикшеренеү институтының директоры (1991 йылдан алып — Реабилитация һәм курортологияның милли медицина тикшеренеү үҙәге).
1978—2008 йылдарҙа — Рәсәй дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының физиотерапия кафедраһы мөдире.
1986 йыл — СССР МФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1994 йыл — РМФА академигы итеп һайлана.
2013 йылдың 12 июлендә вафат була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Физиотерапия һәм медицина реабилитациялау өлкәһе белгесе.
350-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 3 дәреслек, 4 монография, байтаҡ белешмәләр авторы һәм 23 патент һәм авторлыҡ танытмаһы эйәһе.
36 медицина фәндәре кандидаты һәм 15 медицина фәндәре докторы уның етәкселегендә әҙерләнгән.
«Вопросы курортологии, физиотерапии и лечебной физической культуры», «Физиотерапия, бальнеология и реабилитация» журналдарының баш мөхәррире.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Боголюбов Василий Михайлович // https://www.biografija.ru/biography/bogoljubov-vasilij-mikhajlovich.htm
- ↑ Памяти Василия Михайловича Боголюбова . cyberleninka.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2019.