Эстәлеккә күсергә

Богуславец Анна Ульяновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богуславец Анна Ульяновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Николаевка[d], Роменский район[d], Украина
Вафат булған көнө 1 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Ромны[d], Сумы өлкәһе, Украина
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Богуславец Анна Ульяновна (6 ғинуар 1919 йыл — 1 август 1993 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Украина ССР-ы Сумы өлкәһе Сумы өлкәһе Роменский районының "Маяк"колхозы звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).

Анна Ульяновна Богуславец 1919 йылдың 6 ғинуарында Сумы өлкәһе Роменский районы Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин ҡыҙы. 1930 йылда урта мәктәпте тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Роменский районы «Маяк» колхозында башлай, 1936 йылда — махорка, күк һағыҙ, тут ебәк күбәләгенең ҡурсаҡ көбөн үҫтереү буйынса звеньевой.

СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 6 апрель Указы менән «Маяк» колхозы звеньевойы Богуславец Анна Ульяновнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1952 йылда Полтава өлкәһе Миргород ҡалаһында ебәкселек бригадирҙары курсын тамамлай. Тыуған колхозында ебәкселек, ә 1958 йылдан — йәшелсә бригадаһын етәкләй.

Һуңынан Сумы өлкәһендәге Ромны ҡалаһына күсә, унда туҡланыу системаһында эшләй. 1993 йылдың 1 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (06.04.1951)
  • Ленин ордены (06.04.1951)
  • миҙалдар.