Бодбе монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бодбе монастыры
груз. ბოდბის მონასტერი
Рәсем
Нигеҙләү датаһы IX быуат
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмек Сигнахи[d] һәм Кахетия[d]
Урынлашыу Кавказ
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Commons-logo.svg Бодбе монастыры Викимилектә

Бодбе монастыры — Грузин православ сиркәүе Бодбе епархияһының ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, Кахетиялағы Сигнахинан ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Унда 347 йылда 67-се йәшендә вафат булған Грузия мәғрифәтсеһе изге Нинаның мәйете ята[1].


Ҡорам байрамы 14 ғинуарҙа билдәләнә һәм хаж ҡылыусыларҙы йәлеп итә[1].

Монастырь тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вафааты алдынан изге Нина Бодбе еренә сығып китә һәм шунда, бер аҙҙан вафат була һәм ерләнә. Тиҙҙән батша Мириан һорауы буйынса изге Нина ҡәбере өҫтөндә Грузияның күк ҡурсалаусыһы изге Геогрий хөрмәтенә ҡорам төҙөлә, ә эргәһендә монастырь ҙа барлыҡҡа килә.

Ваҡыт үтеү менән ғибәҙәтхана Бодбе епархияһының мәҙәни үҙәге була. Әммә изге Нина монастыры ысынында үҫешен XV быуатта ала. Кахетин батшалығының батшалары ғибәҙәтхананы ололағандар һәм хатта уны таж кейеү урыны итеп һайлағандар. Теймураз I таж кейеү тантанаһында Ғәббәс I үҙе булған, әммә был уға бер нисә йылдан һуң ҡорамды талауға ҡамасауламаған[2].

XVII быуаттың башында фарсы шаһы Ғәббәс I. ғәскәрҙәре монастырҙы талай. Ҡорамды XVII быуаттың икенсе яртыһында Кахетия батшаһы Теймураз I тергеҙә. Бодбела монахтар тормошон тергеҙеү менән дини семинария асыла, унда Грузияла дини китаптарҙың иң ҙур һаҡлағысы урынлаша. Ә XVIII быуатта ғибәҙәтханала ирҙәр монастыры төҙөлә.

XIX быуаттың беренсе яртыһында Бодбе епархияһын митрополит Иоанн етәкләй (кенәз Макашвили). Уның ваҡытында 1823 йылда ҡорам яңынан тергеҙелә һәм биҙәлә, яңы иконостас ҡуйыла, ул әле лә бар. Һуңыраҡ архимандрит Николоз Микеладзе етәкселегендә өс ҡатлы манара төҙөлә[2]. .

Әммә артабанғы ун йыллыҡта Грузин сиркәүенең автокефалия бөтөрөлөү менән (1811 й.) монастырь яйлап тарҡала. Уны XIX быуаттың икенсе яртыһында тергеҙеү башлана. Был ваҡытта бындаикона яҙыусы рәссам Михаил Сабинин байтаҡ эшләй, ул изге Нина мәйетен һаҡланған ғибәҙәтхананы тергеҙә (1880 й.). Уның эшмәкәрлеге менән бында ҡатын-ҡыҙҙар монастырына нигеҙ һалына. Ә 1889 йылда император Александр III килгәндән һуң, Бодбела ҡатын-ҡыҙҙар монастыры асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тиҙҙән яңыртылған ғибәҙәтханаға төрлө ҡорамдарҙан тәүге ун ике рухани ҡатын-ҡыҙ килә[2], һынлы сәнғәт һәм ҡул эштәре мәктәптәре асыла.

1902—1906 йылдарҙа монастырь настоятельницаһы булып игумения Ювеналия II тора (кенәз ҡыҙы Марджанишвили Тамара Александровна, билдәле грузин режиссеры Котэ Марджанишвилиның апаһы), ул үҙ эшмәкәрлеге менән артабан Рәсәйҙә дан тота.

XX быуат башында монастырҙа ҡатын-ҡыҙҙар һаны 300-гә етә.Тәүге йылдарында уҡ бер класлы мәктәп асыла, ул тиҙҙән ике класлыға әйләнә; Бодбе монастырында педагогия курстары индерелгәндән һуң, ул башланғыс мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләй башлай.

1906 йылда император Николай II указы буйынса монастырға беренсе класлы ғибәҙәтхана исеме бирелә.

1919 йылда ғибәҙәтханаға килгән сэр Оливер Уордроп һүҙҙәре буйынса, Грузия сиркәүенең автокефалияһын тергеҙгәндән һуң (1918 й.), монастырҙы XX быуат башында ниндәй булғанлығын күҙ алдына килтереү мөмкин була. Был сәфәр хаҡында үҙенең ҡатынына һоҡланып, яҙа:

«Беҙ монастырға яҡынлашҡас, триумфаль арка күренде (япраҡтарҙан һәм сәскәләрҙән). Беҙҙе настоятельница ҡабул итте (княжна Вачнадзе). Монастырь ҡатындары бөтәһе лә ҡара кейемдә, бейек баш кейемдәрендә, монастырь мәктәбенең ҡыҙҙары аҡ кейемдә. Дин әһеле мине IV быуатта төҙөлгән ҙур булмаған сиркәүгә саҡырҙы, Оливер өсөн доға ҡылды, монахинялар шул ваҡытта йырланы. Аҙаҡ настоятельница ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәләрҙе, аш-һыу бүлмәһен, шулай уҡ келәм һуғыу, сигеү, сиркәү кейемдәре тегеү һәм иконалар һ.б. ҡул эштәре үтәлә торған бүлмәне күрһәтте. Беҙ монастырь эргәһендә ҙур баҡсаны һәм сәскәләрҙең ҙур гөлләмәһен күрҙек, уларҙы беҙгә ҡыҙҙар бүләк итте, беҙҙе ҡул сабып һәм ҡыуаныслы ҡысҡырып оҙаттылар, беҙ Сигнахиға юлды дауам иттек»

Был хат монастырь башлығы игуменья Феодораға Оливер Уордроптың ҡыҙы тапшыра[2].


1924 йылда совет хөкүмәте монастырҙы яба, шунан бирле унда дауахана урынлаша. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Бодбе училищеһы тәрбиәләнеүсеһе сиркәү тормошон яңынан тергеҙә.

Монастырь бөгөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Нина ерләнгән урында төҙөлгән баштағы ҡорам (IX—XI быуат) беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған, һуңынан уның урынында Изге Георгий хөрмәтенә өс нефлы кафедраль собор төҙөлә, уның көньяҡ төкәтмәһендә милли грузин аманаты — изге Нина ҡәбере ята. Айырым торған өс ҡатлы манара XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән.

Ҡорам шулай уҡ Сигнахи епархияһының үҙәге булып тора.

Ҡорам артында Алазань үҙәненә матур күренеш менән күҙәтеү майҙансығы бар, унан һуҡмаҡ түбәнгә изге Нина сығанағына алып бара. Ул ғибәҙәтхананан 3 км алыҫлыҡта, 1990 йылда төҙөлгән ҙур булмаған Завулон һәм Сосана ҡорамдары аҫтында урынлашҡан (изге Нинаның ата-әсәһе). Сығанаҡ шифалы тип һанала. Монастырь янында киң ярҙамсы хужалыҡ бар, икона яҙыу һәм алтын менән тегеү оҫтаханалары эшләй.

Монастырҙың иҫтәлекле әйбере булып Грузияның изге иконаһы — мөғжизәле Божья Матерь Иверская иконаһы тора. (изге Георгий соборында урынлашҡан). Ул монастырь ҡорамы ябылып монастырҙы дауаханаға әйләндергәндән һуң да һаҡланып ҡалған, ул хатта операция өҫтәле булараҡ та ҡулланылған, Богородицаның йөҙөндә хирургик скальпельдың эҙҙәре күренеп тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Бодбийский монастырь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Бодбийский Монастырь  (рус.). PEMPTOUSIA. 2 февраль 2019 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]