Эстәлеккә күсергә

Божор (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Божор битенән йүнәлтелде)
Божор
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 549 метр
Ишембай районы Башҡортостан картаһында
Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы тауҙар.

Божор (рус. Бужур) - Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғалары араһында урынлашҡан[1].. Иң бейек түбәһе - 549 м[1]. Тауҙың һырттары бик текә түгел. Божор менән Шәгәбыуа тауы араһында уларҙы айырып торған тәрән соҡор бар. Тау тоҡомо ҡомташ, аргиллиттар һәм венд ҡатнашмаһынан тора. Тау өҫтө уҫаҡ һәм ҡайын ҡатыш урман менән ҡапланған. Йылға итәгенән ваҡ шишмәләр ағып сыға.

Божор тауының көньяҡ итәгендә Божор йылғаһы (Кесе Рәүҙәк бассейны) аға[1].. Тауҙан алыҫ түгел Әрмет ауыл советына ҡараған Божор йорт тип аталған утар булған. Уға 1920-30 йылдар тирәһендә нигеҙ һалынған. 1950 йылға тиклем утарҙа халыҡ йәшәгән.

«Божор» - ҡайһы бер райондарҙа "сел"де божор тип йөрөтәләр. Божор, сел Уралда 67°-ҡа тиклем урмандарҙа йәшәй. Икенсе мәғәнә «божор, быжыр»-ала-ҡола, «пёстрый.[2]/

  1. 1,0 1,1 1,2 Лист карты N-40-78 Ташла. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  2. Диалектологический словарь башкирского языка 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.
  • Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 120. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа. 2004
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. - Уфа: Китап,. 2002. - 256 с. ISBN 5-295-03192-6.