Бойко Михаил Акимович
Бойко Михаил Акимович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1 июль 1899 |
Тыуған урыны | Тульчын районы, Тульчинский округ[d], СССР |
Вафат булған көнө | 1986 |
Вафат булған урыны | Запорожье, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | металлург |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бойко Михаил Акимович (1 июль 1899 йыл — август 1986 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, УССР-ҙың атҡаҙанған металлургы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Запорожье ҡалаһының почетлы гражданины.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1899 йылдың 1 июлендә хәҙерге Винница өлкәһе Тулчин районы территорияһында тыуған.
- 1917—1921 йылдар — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы яугиры;
- 1931—1933 йылдар — Днепргэс төҙөлөшөндә таш юныусы;
- 1933—1941 йылдар — «Запорожсталь» комбинатының инструменталь ҡорос заводында ҡорос ҡойоусы;
- 1942—1950 йылдар — Электросталь ҡалаһындағы (эвакуацияла) металлургия комбинатында ҡорос ҡойоусы;
- 1951—1965 йылдар — «Днепроспецсталь» заводында ҡорос ҡойоусы.
Запорожье ҡалаһы һәм өлкә советының бик күп саҡырылышы депутаты булып һайлана. 1986 йылдың авгусында Запорожьела вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- Өс Ленин ордены (1939, 1954, 1958)
- миҙалдар
- УССР-ҙың атҡаҙанған металлургы.
- Запорожье ҡалаһының Почетлы гражданины (ҡала советының 1967 йылдың 27 октябрендәге 4/4-се ҡарары менән бирелә).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. И. Голдобин. «Запорожье и запорожцы». — Запорожье, 2005. — С. 301.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Михаил Акимович Бойко . «Герои страны» сайты.