Сьюзан Бойл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бойл Сьюзан битенән йүнәлтелде)
Сьюзан Бойл
ингл. Susan Boyle
Төп мәғлүмәт
Исеме

Susan Magdalane Boyle[1][2][3]

Тыуған

1 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[4][5] (62 йәш)

Тыуған урыны

Блэкберн, Шотландия

Ил

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Һөнәрҙәре

йырсы

Жанрҙар

поп[6]

Лейблы

Syco, Columbia Records

Susanboylemusic.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Сью́зан Магдалейн Бойл (Сүзан) (ингл. Susan Magdalane Boyle; 1 апрель 1961 йыл, Блэкберн, Көнбайыш Лотиан, Шотландия) — шотланд йырсыһы, (11 апрель 2009 йыл) йырсылар бәйгеһендә ҡатнашып билдәлелек ала.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойл Шотландияла Блэкберн[en] Көнбайыш Лотианда донъяға килгән. Ата-әсәһе ирланд иммигранттары булған. Сүзан ауыр йылдарҙа Шотландияға күсенгән ирландтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Әсәһе ҙур ауырлыҡ менән баланан ҡотолған, норманан кәм ауырлыҡ менән тыуған меҫкен сабый әллә ҡала, әллә юҡ тип уйлағандар хатта. Әммә ул бер нигә ҡарамай йәшәүен дауам иткән. Донъяға килеү михнәттәре арҡаһында хәтерһеҙерәк, сәйерерәк ҡыҙыҡай мәктәптә лә насар уҡыған. Синыфташтары ла, ауылдаштары ла уны ошоғаса «Иҫәүән Сүзан» тип кенә йөрөткән. Ауыр кисергәндер, әммә мәсхәрәләргә түҙеп өйрәнгән, ҡул һелтәгән. Ағалары, апалары башлы-күҙле булып, таралышҡан, күсеп киткән, «иҫәүәнкәй» генә ата-әсәһе менән тороп ҡалған, ҡарттарҙы ҡараған. Ун ике йәшенән йырлай башлаған ҡыҙ ике тапҡыр йырсылар конкурстарында ҡатнашып ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Ауырыуы буйынса пенсия алып, ауылда көн күреүен дауам итә. Тәүҙә атаһын ерләй, әсәһе лә бер нисә йыл элек 91 йәшендә вафат булғас, Сүзан йәнә бер бәхетен һынап ҡарамаҡ булып, конкурсҡа килә.


2010 йылда «The Gift» альбомы Атлантиканың ике яғын да яулай: башта Англияла, шунан АҠШ-та[7] һәм Грэмми премияһына лайыҡ була.

2012 йылдың 7 июлендә Queen Margaret University (Эдинбург) университеты Сьюзан Бойлға ижади индустрияға индергән өлөшө өсөн почетлы доктор дәрәжәһе бирә. Шунан алда Бойл шул вузда социаль хеҙмәткәр курсын тамамлаған була.[8]

Britain’s Got Talent[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдың 11 апрелендә Сүзан тамашасыларҙы ла, баһалама ағзаларын да иҫ киткес моңло һәм көслө тауышы менән таң ҡалдыра. Ул унда Элин Пейдждың «Тибелгәндәр» мюзиклынан «I Dreamed a Dream» тигән йырын башҡара, йыр уның үҙ яҙмышы хаҡында кеүек. Йырҙың һүҙҙәрен башҡортсаға шағирә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән[9]

Төш күргәйнем күптән, инде күптән,

Киләсәккә өмөттәр ҙур саҡта:

Мөхәббәтем килгән мәңгелеккә,

Хаҡ тәғәлә баҡҡан минең яҡҡа.

Шундай йәшмен, шундай ҡыйыу үҙем,

Өмөттәр ҙә һүнә — тоҡаналар,

Барыһы ла алда кеүек ине:

Эселәһе шарап, йырлар йырҙар.

Төн ҡарынын ярып әммә арыҫлан килде,

Тауыштары күк күкрәгән төҫлө,

Һәм ботарлап яҡты өмөттәрҙе

Өҙөп ҡуйҙы минең татлы төштө.

Ә шулай ҙа һаман хыялланам,

Берҙән-берем табылыр ҙа һымаҡ,

Буш хыялдар икәнлеген беләм,

Тик хистәргә һалып булмай тоҙаҡ.

Мин төш күрҙем яҙмыш үҙгәргән тип,

Оҡшамаған һис тә өндәгемә.

Ә уяндым башҡа тормошта мин,

Төш-хыялдар үлгән, күптән үлгән.

30 майҙа конкурс финалында Сьюзан икенсе урын яулай. Шундай көсөргәнештән ул хатта хәстәханаға эләгә[10][11].

Тәүге альбомы уҡ аҙна эсендә 412 мең тираж менән тарала, өс аҙнала инде миллионға етә. Сүзан бик Аллаға ышана, шуға күрә Бөйөк Британияға Рим Папаһы килгәс, уның алдында сығыш яһауына ифрат ҡыуана. 2011 йыл башында йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға кисерә Бойл — уны Шотландияла уҙған йылдың иң данлыҡлы кешеһе тип иғлан итәләр. Ундағы ScotsCare хәйриә ойошмаһы халыҡ фекерен өйрәнеп, 95 процент тауыш Сүзан Бойлға тауыш биреүен белдерә. Быға хәтлем бер кем өсөн дә шунса тауыш бирелмәгән булған.

YouTube сайтында һалынған сығышын 200 млн-дан ашыу кеше ҡараған (21.10.2016)[12].

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Год Номинация Категория Итог
2011 53-я церемония «Грэмми» Лучший вокальный поп альбом Номинация
2012 54-я церемония «Грэмми» Лучший традиционный вокальный поп-альбом Номинация

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2009 — I Dreamed a Dream, — более 14 млн проданных копий по всему миру
  2. 2010 — The Gift, — более 1,8 млн проданных копий в США
  3. 2011 — Someone To Watch Over Me, — релиз 1 ноября 2011 года
  4. 2012 — Standing Ovation: The Greatest Songs From The Stage, — релиз 19 ноября 2012 года[13]
  5. 2013 — Home for Christmas
  6. 2014 — Hope

Синглдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2009 Wild Horses (iTunes)

Турҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013—2014 Susan Boyle in Concert

Башҡорт телендә уның тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гүзәл Ситдиҡова. Бына һиңә «иҫәүән Сүзан»… : [йырсы Сүзан Бойл тур., Лондон] // Башҡортостан ҡыҙы. — 2011. — № 4. — Б. 20-21

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Interview with Susan’s brother Gerry Boyle on RadioLive NZ
  2. Susan Boyle: Albums, Songs, Bios, Photos from Amazon.com with middle name spelling 'Magdalane'.
  3. The Correct Spelling of Susan’s Middle Name 2009 йыл 17 декабрь архивланған. email from Gerry Boyle on forum.susan-boyle.com
  4. Deutsche Nationalbibliothek Record #139794700 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. Nolen J. L. Susan Boyle // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Susan Boyle. Allmusic. Дата обращения: 14 сентябрь 2009. Архивировано 30 март 2012 года.
  7. Сьюзан Бойл возглавила чарты по обе стороны Атлантики // Lenta.ru.
  8. Сьюзан Бойл получила почетную степень университета в Эдинбурге
  9. Бына һиңә «иҫәүән Сүзан»… : [йырсы Сүзан Бойл тур., Лондон] // Башҡортостан ҡыҙы. — 2011. — № 4. — Б. 20-21
  10. Сьюзан Бойл проиграла 2009 йыл 16 сентябрь архивланған. Частный корреспондент 01.06.2009.
  11. У Сьюзан Бойл сдали нервы Дни. Ру 01.06.2009
  12. [1] Запись на YouTube
  13. Сьюзан Бойл анонсировала новую пластинку. // Lenta.ru

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]