Сьюзан Бойл
Сьюзан Бойл ингл. Susan Boyle | |
![]() | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме | |
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы |
Жанрҙар | |
Лейблы |
Syco, Columbia Records |
Susanboylemusic.com | |
![]() | |
Сью́зан Магдалейн Бойл (Сүзан) (ингл. Susan Magdalane Boyle; 1 апрель 1961 йыл, Блэкберн, Көнбайыш Лотиан, Шотландия) — шотланд йырсыһы, (11 апрель 2009 йыл) йырсылар бәйгеһендә ҡатнашып билдәлелек ала.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бойл Шотландияла Блэкберн[en] Көнбайыш Лотианда донъяға килгән. Ата-әсәһе ирланд иммигранттары булған. Сүзан ауыр йылдарҙа Шотландияға күсенгән ирландтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Әсәһе ҙур ауырлыҡ менән баланан ҡотолған, норманан кәм ауырлыҡ менән тыуған меҫкен сабый әллә ҡала, әллә юҡ тип уйлағандар хатта. Әммә ул бер нигә ҡарамай йәшәүен дауам иткән. Донъяға килеү михнәттәре арҡаһында хәтерһеҙерәк, сәйерерәк ҡыҙыҡай мәктәптә лә насар уҡыған. Синыфташтары ла, ауылдаштары ла уны ошоғаса «Иҫәүән Сүзан» тип кенә йөрөткән. Ауыр кисергәндер, әммә мәсхәрәләргә түҙеп өйрәнгән, ҡул һелтәгән. Ағалары, апалары башлы-күҙле булып, таралышҡан, күсеп киткән, «иҫәүәнкәй» генә ата-әсәһе менән тороп ҡалған, ҡарттарҙы ҡараған. Ун ике йәшенән йырлай башлаған ҡыҙ ике тапҡыр йырсылар конкурстарында ҡатнашып ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Ауырыуы буйынса пенсия алып, ауылда көн күреүен дауам итә. Тәүҙә атаһын ерләй, әсәһе лә бер нисә йыл элек 91 йәшендә вафат булғас, Сүзан йәнә бер бәхетен һынап ҡарамаҡ булып, конкурсҡа килә.
2010 йылда «The Gift» альбомы Атлантиканың ике яғын да яулай: башта Англияла, шунан АҠШ-та[7] һәм Грэмми премияһына лайыҡ була.
2012 йылдың 7 июлендә Queen Margaret University (Эдинбург) университеты Сьюзан Бойлға ижади индустрияға индергән өлөшө өсөн почетлы доктор дәрәжәһе бирә. Шунан алда Бойл шул вузда социаль хеҙмәткәр курсын тамамлаған була.[8]
Britain’s Got Talent[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2009 йылдың 11 апрелендә Сүзан тамашасыларҙы ла, баһалама ағзаларын да иҫ киткес моңло һәм көслө тауышы менән таң ҡалдыра. Ул унда Элин Пейдждың «Тибелгәндәр» мюзиклынан «I Dreamed a Dream» тигән йырын башҡара, йыр уның үҙ яҙмышы хаҡында кеүек. Йырҙың һүҙҙәрен башҡортсаға шағирә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән[9]
Төш күргәйнем күптән, инде күптән,
Киләсәккә өмөттәр ҙур саҡта:
Мөхәббәтем килгән мәңгелеккә,
Хаҡ тәғәлә баҡҡан минең яҡҡа.
Шундай йәшмен, шундай ҡыйыу үҙем,
Өмөттәр ҙә һүнә — тоҡаналар,
Барыһы ла алда кеүек ине:
Эселәһе шарап, йырлар йырҙар.
Төн ҡарынын ярып әммә арыҫлан килде,
Тауыштары күк күкрәгән төҫлө,
Һәм ботарлап яҡты өмөттәрҙе
Өҙөп ҡуйҙы минең татлы төштө.
Ә шулай ҙа һаман хыялланам,
Берҙән-берем табылыр ҙа һымаҡ,
Буш хыялдар икәнлеген беләм,
Тик хистәргә һалып булмай тоҙаҡ.
Мин төш күрҙем яҙмыш үҙгәргән тип,
Оҡшамаған һис тә өндәгемә.
Ә уяндым башҡа тормошта мин,
Төш-хыялдар үлгән, күптән үлгән.
30 майҙа конкурс финалында Сьюзан икенсе урын яулай. Шундай көсөргәнештән ул хатта хәстәханаға эләгә[10][11].
Тәүге альбомы уҡ аҙна эсендә 412 мең тираж менән тарала, өс аҙнала инде миллионға етә. Сүзан бик Аллаға ышана, шуға күрә Бөйөк Британияға Рим Папаһы килгәс, уның алдында сығыш яһауына ифрат ҡыуана. 2011 йыл башында йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға кисерә Бойл — уны Шотландияла уҙған йылдың иң данлыҡлы кешеһе тип иғлан итәләр. Ундағы ScotsCare хәйриә ойошмаһы халыҡ фекерен өйрәнеп, 95 процент тауыш Сүзан Бойлға тауыш биреүен белдерә. Быға хәтлем бер кем өсөн дә шунса тауыш бирелмәгән булған.
YouTube сайтында һалынған сығышын 200 млн-дан ашыу кеше ҡараған (21.10.2016)[12].
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Год | Номинация | Категория | Итог |
---|---|---|---|
2011 | 53-я церемония «Грэмми» | Лучший вокальный поп альбом | Номинация |
2012 | 54-я церемония «Грэмми» | Лучший традиционный вокальный поп-альбом | Номинация |
Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2009 — I Dreamed a Dream, — более 14 млн проданных копий по всему миру
- 2010 — The Gift, — более 1,8 млн проданных копий в США
- 2011 — Someone To Watch Over Me, — релиз 1 ноября 2011 года
- 2012 — Standing Ovation: The Greatest Songs From The Stage, — релиз 19 ноября 2012 года[13]
- 2013 — Home for Christmas
- 2014 — Hope
Синглдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2009 Wild Horses (iTunes)
Турҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2013—2014 Susan Boyle in Concert
Башҡорт телендә уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гүзәл Ситдиҡова. Бына һиңә «иҫәүән Сүзан»… : [йырсы Сүзан Бойл тур., Лондон] // Башҡортостан ҡыҙы. — 2011. — № 4. — Б. 20-21
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Interview with Susan’s brother Gerry Boyle on RadioLive NZ
- ↑ Susan Boyle: Albums, Songs, Bios, Photos from Amazon.com with middle name spelling 'Magdalane'.
- ↑ The Correct Spelling of Susan’s Middle Name 2009 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған. email from Gerry Boyle on forum.susan-boyle.com
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #139794700 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Susan Boyle // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Susan Boyle . Allmusic. Дата обращения: 14 сентябрь 2009. Архивировано 30 март 2012 года.
- ↑ Сьюзан Бойл возглавила чарты по обе стороны Атлантики // Lenta.ru.
- ↑ Сьюзан Бойл получила почетную степень университета в Эдинбурге
- ↑ Бына һиңә «иҫәүән Сүзан»… : [йырсы Сүзан Бойл тур., Лондон] // Башҡортостан ҡыҙы. — 2011. — № 4. — Б. 20-21
- ↑ Сьюзан Бойл проиграла 2009 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған. Частный корреспондент 01.06.2009.
- ↑ У Сьюзан Бойл сдали нервы Дни. Ру 01.06.2009
- ↑ [1] Запись на YouTube
- ↑ Сьюзан Бойл анонсировала новую пластинку. // Lenta.ru
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Викимилектә Сьюзан Бойл темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт певицы 2009 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.
- Бойл, Сьюзан — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Видеозапись выступления Сьюзан на YouTube
- Видеозапись выступления Сьюзан с русскими субтитрами на YouTube
- Английская бабушка. Феномен Сьюзан Бойл 2009 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- Сьюзан Бойл. «Лохматый ангел». Тайна феномена личности и стратегии её победы
- twitter Susan Boyle’s