Бойчук Василий Сафронович
Бойчук Василий Сафронович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 март 1912 (112 йәш) |
Тыуған урыны | Яланец[d], Клембовская волость[d], Ямпольский уезд[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Винница дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Василий Сафронович Бойчук (1912 йыл, Винница өлкәһе, хәҙер Томашпольский районының Яланец ауылы — ?) — украин совет партия эшмәкәре, Винница өлкәһе Украинаның КП Крыжополь район комитеты секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.02.1958). СССР Юғары Советының 5-се саҡырылыш депутаты. 1960-1961 йылдарҙа Украина КП Үҙәк комитеты ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Сафронович Бойчук крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1928 йылда Донбасста «Зугресбуду» предприятиеһында эшсе булып башлай. Одесса тимер юл институтының киске бүлегендә уҡый һәм бер үк ваҡытта, 1930-1932 йылдарҙа, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
1933-1935 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла.
1938 йылда Винница педагогия институтын тамамлай.
1938-1939 йылдарҙа — Винница өлкәһенең Крыжополь районы Соколовка урта мәктәбе директоры.
1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1939-1946 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, 1945 йылдан япон һуғышында ҡатнашыусы. 1941 йылда 5-се армияның 254-се уҡсылар дивизияһы 981 -се уҡсылар полкында хәрби комиссар булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың июненән — 460 -сы айырым автотранспорт батальонында хәрби комиссар, һуңыраҡ — 4 һәм 9-һауа армияһы Төп командование резервының 103-сө айырым автотранспорт батальоны командиры. Көньяҡ-Көнбайыш, 2-се Белорус һәм 1-се Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғыша
1946 — 1950 йылдарҙа — Винница өлкәһе Крыжополь районы Городковский урта мәктәбе директоры.
1950-1962 йылдарҙа — Винница өлкәһе УКП Крыжополь район комитеты секретары. 1962-1963 йылдарҙа — Крижополь производство колхоз-совхоз идаралығы начальнигы, һуңынан ошо уҡ идаралыҡта УКП партия комитеты секретары.
1963 йылдың сентябрендә — Винница өлкәһе ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе.
Дәрәжәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- майор
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.02.1958)
- Ленин ордены (26.02.1958)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.08.1944)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (5.06.1945, 20.09.1945)
- миҙалдар
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Депутаты Верховного Совета СССР. Пятый созыв. — М. : Издательство «Известия Советов депутатов трудящихся», 1959. (рус.)
- 10 мартта тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Подольск губернаһында тыуғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары