Большеченко Алексей Гаврилович
Большеченко Алексей Гаврилович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1929 |
Тыуған урыны | Курск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 20 октябрь 2002 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Бровары[d], Киев өлкәһе, Украина |
Һөнәр төрө | промышленник |
Уҡыу йорто | Мәскәү политехник университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алексей Гаврилович Большеченко (укр. Олексій Гаврилович Большеченко; 1929 —2002) — украин совет сәнәғәт эшмәкәре, 1969-1993 йылдарҙа. Бровары порошок металлургияһы заводы директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йылдың 18 ғинуарында Курск өлкәһенең Отрадно-Малиновский ауылында тыуған.
1961 йылда Мәскәү политехник институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Салауат машиналар эшләү заводының (хәҙерге Салауатнефтемаш, Башҡортостан Республикаһы) мастеры, цех начальнигы һәм баш технологы булып эшләй.1964 йылдан алып «Бровары порошок металлургия заводында эшләй, унда цех начальнигы, техник бүлек начальнигы, заводтың баш инженеры һәм директоры булып эшләй. А. Г. Большеченко производстволарҙы һәм эшселәрҙең социаль өлкәһен үҫтереүгә, технологик процестарҙы камиллаштырыуға һәм етештереүҙе арттырыуға ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә яңы производство биналары, шифахана-профилакторий, «Металлург» спорт комплексы, поликлиника, торлаҡ йорттар һәм ятаҡтар төҙөлә. 1981-1985 йылдарға «Металдың сифатын күтәреү» мөһим республика маҡсатлы фәнни-техник программаһы буйынса советтың координация советы ағзаһы була.[1] КПСС ағзаһы булараҡ КПСС-тың XIX Бөтә Союз конференцияһы делегаты буып ҡатнаша.[2]
Алексей Гаврилович Большеченко шулай уҡ порошок металлургияһы техникаһы һәм ҡорамалдары өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. «Порошкова металлургия» журналында мәҡәләләр, шулай уҡ бик күп уйлап табыуҙар һәм патенттар авторы.[3]
Ҡайһы бер хеҙмәттәре:
- Изучение некоторых процессов изготовления металлокерамических фрикционных дисков. // Журн. «Порошковая Металлургия». 1972. № 12.
- Сравнительная оценка себестоимости железных порошков, полученных методом распыления расплава и комбинированным восстановлением прокатной окалины. // Журн. «Порошковая Металлургия». 1978. № 2
2002 йылдың 20 октябрендә Киев өлкәһенең Бровары ҡалаһында вафат була..
Большеченко Алексей Гаврилович — Бровары ҡалаһының почетлы гражданы (1993). УССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969), шулай уҡ СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы медиафайлдар |
---|
- Броварҙа А. Г. Большеченко йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Был йортта Бровары почетлы гражданы Бровары порошок металлургия заводы директоры Большеченко Алексей Гавриловичтың (1929—2002) йәшәгән»..[4]
- Бровары урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СОВЕТ МИНИСТРОВ УКРАИНСКОЙ ССР. О мерах по обеспечению выполнения важнейших республиканских целевых комплексных научно-технических программ на 1981—1985 годы 2018 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ XIX ВСЕСОЮЗНАЯ КОНФЕРЕНЦИЯ КПСС — Список делегатов
- ↑ Изобретатель БОЛЬШЕЧЕНКО АЛЕКСЕЙ ГАВРИЛОВИЧ
- ↑ Мемориальная доска А. Г. Большеченко
- ↑ Алексея Большеченко улица, Бровары