Эстәлеккә күсергә

Болғар ислам академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Болғар ислам академияһы
Нигеҙләү датаһы 4 сентябрь 2017
Рәсем
Ректор Хуснутдинов, Фархат Гусманович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы, Спас районы (Татарстан), Волга буйы федераль округы һәм Болғар
Адрес 422840, РФ, ТР, Болгар, Кол Гали ур., 1а йорты
Рәсми сайт bolgar.academy
Map

Болғар ислам академияһы (татар. Болгар ислам академиясе) — Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты һәм Татарстан мөсолмандарының диниә назараты башланғысы менән Татарстандың Болғар ҡалаһында асылған юғары дини уҡыу йорто.

Болғар ислам академияһы төп бурысы — юғары белемгә эйә булған ислам дине белгестәрен әҙерләп сығарыу, традицион исламды, дини тәғлимәтт мәктәбен яңынан торғоҙорға ярҙам итеү, донъя стандарттарына тура килгән классик юғары ислам белемен сит илдәргә сыҡмайынса Рәсәйҙә белем алыу мөмкинлеге тыуҙырыу.

Болғар ислам академияһын асыу тантанаһы. 25 ноябрь 2015

Билдәле булыуынса, 922 йылда Волга буйы Болғары рәсми рәүештә ислам динен ҡабул итә. Был тарихи ваҡиға күп быуаттарға татар халҡының рухи мәҙәниәте үҫешен билдәләй.

Татарстан Президенты Р. Н. Миңлеханов 2015 йылдың 25 ноябрендә Болғар ислам академияһын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.[1] Академия булдырыуҙың төп маҡсаты Рәсәйҙә ислам мәктәптәрен булдырыу һәм юғары белем биреү. Академияне төҙөүҙе Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин хупланы. Төҙөлөштөң инвесторы итеп Минтимер Шәймиев етәкләгән «Яңырыш» фонды билдәләнде.

Шулай итеп, 2016 йылдың 21 майында бина нигезенә беренсе таш, иҫтәлекле капсула һалында. 2017 йылдың августында белем биреү хеҙмәте күрһәтеү хоҡуғына лийензия алында. Казандан, Өфөнән, Мәскәүҙән, Дағстандан килгән 37 кеше уҡыу йортоноң беренсе студенттары булды.[2]

2017 йылдың 4 сентябрендә бинаны асыу тантанаһы булды.[3]

Академия биш кафедранан тора. Ислам иҡтисады һәм финанстар кафедраһы, Ҡөрьән нигеҙҙәрен һәм сөннәт өйрәнеү кафедраһы, ғәрәп теле кафедраһы, татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, менеджмент һәм дәүләт белән конфессияларын өйрәнеү кафедраһы.

Студенттарҙың дөйөм һаны яҡынса 150 кеше, шуларҙың 50 студент беренсе курста уҡый. Магистрҙарҙың уҡыу ваҡыты 3 йыл. Докторантурала уҡыу ваҡыты 2 йыл дауам итә.