Борисов Иван Михайлович
Борисов Иван Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 июль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Борисов Иван Михайлович (30 июль 1953 йыл) — физик-химик. Химия фәндәре докторы (2000), профессор (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Михайлович Борисов 1953 йылдың 30 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Һары ағас ауылында тыуған[1]. Д. И. Борисовтың атаһы. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡала. 2003 йылдан алып ошо уҡыу йортонда — химия факультеты деканы. 2008 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында химия кафедраһы мөдире[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре органик берләшмәләрҙең молекуляр кислород менән шыйыҡса фазаһында һәм пероксидтар менән катализаторҙар ярҙамында окисланыу реакцияларының механизмын һәм кинетик законлыҡтарын өйрәнеүгә арналған. И. М. Борисов тарафынан кислородлы органик берләшмәләрҙең радикалсылбырлы окисланыуының дөйөм схемаһында аралыҡтағы яңы стадиялар табыла[1].
150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәте:
- Основы химической термодинамики. Уфа, 2009; Основы электрохимии. Уфа, 2010.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Борисов Иван Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Наши выпускники 2019 йыл 12 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борисов Иван Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.