Эстәлеккә күсергә

Борисов Константин Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борисов Константин Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июнь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Иваново, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Иваново дәүләт энергетика университеты

Борисов Константин Алексеевич (10 июнь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, 1992 — 2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ [1]

Константин Алексеевич Борисов1945 йылдың 10 июнендә Иваново ҡалаһында тыуған.

1966 йылда Иваново энергетика институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда "Красная Талка" фабрикаһында эшсе булып башлаған.

1971 - 1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ТЭЦ-2 предприятиеһында өлкән инженер булып эшләгән.

Артабан КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, Октябрь район комитетында секретар, икенсе секретарь. Октябрь район Советы башҡарма комитеты рәйесе булған.

1990-1992 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 йылдан - Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһында эшләй. 2001 йылдан – Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының генераль директоры урынбаҫары (ИПТЭР, Өфө ҡалаһы)[3] Өфө ҡалаһының 51-се Яңы Александровка һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана [4][5]

Өйләнгән, ғаиләһендә бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  2. Борисов Константин Алексеевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. ИПТЭР(недоступная ссылка)
  4. 12 созыв (БАССР)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30