Эстәлеккә күсергә

Борис Христов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борис Христов
Төп мәғлүмәт
Исеме

Борис Христов

Тыуған

18 май 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Пловдив, Болгария

Үлгән

28 июнь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)

Үлгән урыны

Рим, Италия

Ил

Болгария

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Йырлау тауышы

бас

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Бори́с Хри́стов (болг. Борис Христов; 18 май 1914 йыл, Пловдив, Болгария — 28 июнь 1993 йыл, Рим, Италия) — болгар опера йырсыһы (бас).

Борис Христов 1914 йылдың 18 майында Болгарияның Пловдив ҡалаһында, сығышы менән Вардар Македонияһынан булған, болгар йәмәғәтсеһе һәм милли-революционер Кирил Совичанов ғаиләһендә тыуған.

Йырсы таланты үҫмер сағында Александр Невский соборы хорына барғанда асыла. Әммә ул юрист һөнәрен һайлай, ә йырлау менән буш ваҡытта шөғөлләнгән һәм хор менән дә сығыш яһауын дауам иткән. 1942 йылда болгар батшаһы Борис III уның соборҙа йырлауын тыңлай һәм уға дәүләт стипендия тәғәйенләп, Италияға уҡырға ебәрә. Италияла классик вокал буйынса итальян баритоны Риккардо Страччарила белем ала. Уҡыуы Италияла 1943 йылғы сәйәси режим алмашыныу осоронда туҡталып ҡала, Христов Болгарияға ҡайта. 1944 йылда немец операһы репертуарын өйрәнеү маҡсатында Германияға йүнәлә, әммә Австрияла ҡулға алына һәм тотҡонланған шәхестәр өсөн лагерға оҙатыла. Иреккә сыҡҡас Италияға барып Риккардо Страччарила белем алыуҙы дауам итә.

1945 йылдың 28 декабрендә Римдағы «Санта Чечилия» академияһында тәүге һөнәри сығышы була, бында ул бер нисә итальян һәм рус әҫәрҙәре репертуарын башҡара. Опера сәхнәһендә тәүге сығышы 1946 йылдың 12 майында үтә, бында Христов «Богема»ла Коллен партияһын башҡара. Ошо осорҙан алып 1986 йылда карьераһы тамамланыуына ҡәҙәр Борис Христов донъяның иң яҡшы опера театрҙарында сығыш яһай.

Борис Христов үҙенең итальян, француз һәм рус опера репертуарын башҡарыуы менән билдәле, улар араһында иң танылған ролдәре — Борис («Борис Годунов»), Филипп II («Дон Карлос»), Мефистофель («Фауст» Гуно һәм «Мефистофель» Бойто), Аттила («Аттила»), Фиеско («Симон Бокканегра»), Досифей («Хованщина») һ.б.

  • [1] Статья о Борисе Христове на сайте «Призрак оперы»