Эстәлеккә күсергә

Боролина Ирина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боролина Ирина Васильевна
Тыуған көнө

28 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Мәскәү, СССР

Вафат көнө

27 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

әҙәбиәт ғилеме, шәрҡиәт, тюркология, фольклористика

Эшләгән урыны

МДУ-ның Азия һәм Африка илдәре институты

Альма-матер

М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Боролина Ирина Васильевна (28 март 1927 йыл27 сентябрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй ширҡиәтсе- төркиәтсеһе, әҙәбиәтсе, фольклорсы, тәржемәсе, филология фәндәре кандидаты, Мәскәү дәүләт университетының Азия һәм Африка институты доценты, Мәскәү университетының атҡаҙанған уҡытыусыһы, төрки әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса белгесе.

Ирина Васильевна Боролина 1927 йылдың 28 мартында Мәскәүҙә тыуған. Әсәһе, Елена Александровна Боролина, Мәскәү консерваторияһында фортепиано класы буйынса уҡытҡан. 1948 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында көнсығыш бүлеген тамамлай. 1953 йылда "Абдулла Ҡаһхар хикәйәләре" темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1951-1956 йылдарҙа сит телдәр кафедраһында, һуңынан МДУ филология факультетының, һуңынан Мәскәү дәүләт университеты филология факультетының төрки филологияһы кафедраһында уҡыта. Үзбәк әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡый[1]. 1956 йылда төрки филологияһы кафедраһы МДУ Көнсығыш телдәре институты составына инә. Артабанғы хеҙмәт биографияһы Мәскәү дәүләтуниверситетының Көнсығыш телдәре институты (ИСАА) менән бәйле.

1969 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1971 йылдан — доцент.

Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000)[2][3][4].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе — төрки әҙәбиәте һәм фольклоры, фольклор һәм әҙәби жанрҙар генезисы, уларҙың үҫеш законлыҡтары.

Ғилми баҫмаларҙа өс төп тема — хәҙерге үзбәк әҙәбиәте, урта быуат һәм яңы төрөк әҙәбиәте тарихы, төрөк фольклоры жанрҙарының барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм үҙ-ара йоғонтоһо.

Үзбәк әҙәбиәтенә 50-се йылдарҙағы тикшеренеүҙәренә — үзбәк яҙыусыһы Абдулла Кахһар (1907—1968) тураһында диссертация һәм монография бағышлана.

Төрөк фольклорын тикшереүҙә уның бер жанрын — төрөк тамаша мәҙәниәтен өйрәнеү өҫтөнлөк итә. Халыҡ драмаһының типологияһы анализлана, халыҡ театры тамашаларының жанр дефинцияһы проблемаһы хәл ителә, роман эпосы театрында адаптация спецификаһы өйрәнелә, төрөк драматургияһының халыҡ театрынан алып автор драмаһына тиклемге үҫеше тасуирлана.

Төрөк әҙәбиәте тарихы буйынса эштәре урта быуаттарҙан алып хәҙерге заманға тиклемге төрлө осорҙар менән бәйле. И. Р. Сонина менән берлектә күп томлы «Көнсығыш әҙәбиәте» хеҙмәтендә Төркиә әҙәбиәте тарихы буйынса бүлектәр яҙыла: «Литература Востока в средние века» (1970), «Литература Востока в новое время» (1975) и «Литература Востока в новейшее время» (1977). И.В. Боролина һигеҙ томлыҡ «Бөтә донъя әҙәбиәте тарихы»нда (1985-1994) төрөк әҙәбиәте тураһында мәҡәләләр яҙыуҙа ҡатнаша. Төрөк әҙәбиәтенең урта быуат ғәрәп-фарсы һәм Мәғрифәтселек дәүерендәге Көнбайыш Европа әҙәбиәте менән бәйләнеше тикшерелә. Төп ҡаҙаныштары урта быуат төрөк әҙәбиәтенең һәм яңы заман әҙәбиәтенең типологияһына, төрөк Мәғрифәтселеге концепцияһын формалаштырыуға, төрлө дәүерҙәрҙә әҙәби-ара һәм мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе асыҡлауға бәйле[1].

  • Рассказы Абдуллы Каххара // Звезда Востока. Ташкент, 1953. № 10. С. 107–114; № 11. С. 111– 20.
  • Абдулла Каххар: Очерк творчества. Ташкент: Гослитиздат УзССР, 1957. 203 с.
  • Художник-реалист // Звезда Востока. Ташкент, 1958. № 12. С. 137–140.
  • Из истории первых переводов турецкой художественной литературы в России (по материалам русской периодической печати XVIII в.) // Вопросы тюркской филологии. М., 1966. С. 180-213.
  • Анекдоты о дервише бекташи. Предисловие // Бекташи и другие. М., 1972. С. 3-14.
  • Из старой турецкой поэзии / сост., подстроч. пер. и коммент. И. Боролиной. М.: Худож. лит., 1978. 286 с.
  • К вопросу об адаптации романических сюжетов в турецком народном театре // Проблемы восточной филологии. М., 1979. С. 99-108.
  • О жанровой дефиниции пьес турецкого народного театра // Советская тюркология. 1982. № 3. с. 30–40.
  • Из истории турецкой драматургии (от драмы народной к драме авторской) // Вестник МГУ. Сер. Востоковедение. 1983. № 2. С. 16–29.
  • Хрестоматия по турецкому фольклору. Вып. 1, 2. М.: Изд-во МГУ, 1984, 1987.
  • Турецкая драматургия эпохи Просвещения (генезис и эволюция жанров) // Вопросы тюркской филологии. Вып. II. М., 1993. С. 98–123.
  • О турецких версиях трёх «бродячих» сюжетов // Вопросы тюркской филологии. Вып. III. М., 1997. С. 91-113.
  • Искусство меддаха в системе традиционной турецкой культуры // Боролина И. В. Тюркские литературы и фольклор. М., 2004. С. 263–286[2].
  • Турецкая ашыкская поэзия: учебное пособие. М.: Гуманитарий, 2010. 301 с. (соавт. Е. А. Оганова)
  • Боролина И.В. // Библиография Турции (1917-1972). М., 1982. С. 629.
  • Боролина Ирина Васильевна // Милибанд С.Д. Востоковеды России. XX-XXI вв. Биобиблиографический словарь в 2-х книгах. Кн. 1. М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2008. С. 181-182.
  • Ирина Васильевна Боролина (1927–2015) // Восток. Афро-азиатские общества: история и современность. 2016. № 3. С. 217–219.
  • Оганова Е.А., Щека Ю.В. Ирина Васильевна Боролина // Российская тюркология. 2012. № 2. С. 169–171.
  • Оганова Е.А., Щека Ю.В. Ирина Васильевна Боролина // Вестник Московского университета. 2007. № 2. С. 104-111.
  1. 1,0 1,1 Ирина Васильевна Боролина (1927–2015) // Восток. Афро-азиатские общества: история и современность. 2016. № 3. С. 217–219.
  2. 2,0 2,1 Боролина Ирина Васильевна // Милибанд С.Д. Востоковеды России. XX-XXI вв. Биобиблиографический словарь в 2-х книгах. Кн. 1. М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2008. С. 181-182.
  3. Оганова Е.А., Щека Ю.В. Ирина Васильевна Боролина // Российская тюркология. 2012. № 2. С. 169–171.
  4. Оганова Е.А., Щека Ю.В. Ирина Васильевна Боролина // Вестник Московского университета. 2007. № 2. С. 104-111.