Боронғо грек мифологияһында аттар
Боронғо грек мифологияһында аттар |
Исемлеккә боронғо грек эпосы һәм мифографияһы әҫәрҙәренән билдәле һәм аттар менән бәйле мотивтар, шулай уҡ уларҙа ҡушаматтары менән аталған аттар индерелгән.
Аттар менән Посейдон тығыҙ бәйле[1]. Иванов Вячеслав Всеволодович микендарҙың ат менән бәйле ҡатын-ҡыҙҙың мифологик образын реконструкциялау менән шөғөлләнә po-ti-ni-ja i-qe-ja[2]. Аттар шулай уҡ игеҙәктәр культы менән бәйле.
Аттар менән бәйле мотивтар Критта осрамай. Археологик ҡаҙыныуҙар раҫлағанса, б. э. т. II мең йыллыҡ уртаһына тиклем Критта аттар һәм ат культы булмауы асыҡланған[3].
Төп мотивтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атҡа әүерелеүҙәр: Кронос атҡа әйләнгән, унан Филира Хиронды тыуҙыра.
Деметра бейә һынланышында атҡа әүерелгән Посейдондан Арион һәм/йәки Деспинаны тыуҙыра.
Гиппа (шулай уҡ Меланиппа йәки Окиронея). Хирондың Артемида бейәгә әйләндергән ҡыҙы, һәм ул йондоҙлоҡ булып китә.
Местра бейә һынланышын алған.
Одиссей атҡа әүерелдерелгән һәм ҡартайып үлгән, тип фаразлана.
Кеше өсөн ҡурҡыныс аттар: Фракиялы бистондар батшаһы Диомедтың бейәләре. Абдерҙы ашаған. Геракл, ашаһындар тип, уларға үҙҙәренең хужаһын ырғытҡан.
Ипполитты үҙенең аттары ботарлаған.
Сисифтың улы Главкты бейәләр ашаған.
Автоной улы Анфты аттар ашаған.
Афинаның тарихи архонты Гиппомендың ҡыҙын ат ботарлаған.
Аттар Лимонаны зинасылығы өсөн ботарлаған (ҡара: Беотия мифтары).
Фракийлы Дрианттың улы Ликургты аттар ботарлаған.
Һыбай йөрөгәндә һәләк булған геройҙар: Филлида ҡарғағанлыҡтан, Тесей улы Демофонт, аттан ҡолағанда, ҡылысҡа ҡаҙалып үлгән.
Кихир аттан ҡолап төшөп үлгән (ҡара: Боронғо грек мифологияһындағы балҡандар).
Фаэтон һуғыш арбаһынан ҡолап төшкән.
Бейә һөтө имеп үҫкәндәр: Гиппофоонт бейә һөтө имгән.
Гиппотты бейә имеҙгән[4].
Гарпалика (Гарпаликтың ҡыҙы) һыйыр һәм бейә һөтөн имгән.
Камилланы бейә үҙ һөтө менән имеҙгән.
Посейдон менән аттарға бәйле мифтар: Рея Кроносҡа Посейдон урынына йоторға ҡолон биргән.
Посейдон атты тәү тапҡыр ҡулға эйәләштергән.
Посейдон, трезубец менән ярға һуғып, ат барлыҡҡа килтергән.
Посейдон Диоскурҙарға ат бүләк иткән.
Афинала Полиботҡа һөңгө ырғытыусы һыбайлы Посейдон статуяһы торған.
Деметраны алыр өсөн Посейдон атҡа әүерелә, һәм уға Гиппий тип исем ҡушалар.
Одиссейҙың аттары табылғас, ул ғибәҙәтхананы Посейдон Гипийға бағышлаған.
Гиппокамптар - кеттарға тиңләштерелгән диңгеҙ аттары.
Аргос батшаһы Агенор атлы ғәскәр ойошторған тип фаразлана.
Аргивалы Орсилох квадрига уйлап тапҡан (ҡара: Арголида мифтары).
Эрихтоний (Афина батшаһы) квадрига уйлап сығарған.
Пелефроний йүгән һәм ат япмаһы уйлап тапҡан (ҡара: Фессалия мифтары).
Афина һәм Троян аты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афина — боронғо грек мифологияһында иң хөрмәтләнгән тәрән аҡыллылыҡ, хәрби стратегия һәм тактика алиһәһе. Троян аты менән бәйле мажараларҙы тыуҙырған.
Йылҡысылыҡтың таралыуы:
- Авгийҙың ат аҙбарҙары булған.
- Автолик ат төҫтәрен үҙгәртә алған.
- Автолик Евбеялы Евриттың аттарын ҡыуып алып киткән һәм уларҙы Гераклға һатҡан. Уларҙы Евриттың улы Ифит эҙләгән.
- Адмет бейәләре өйөрөн Аполлон көткән.
- Пелий улы Акастың аттары билдәле булған.
- Флиунттан сыҡҡан Дамеондың аты (ҡара: Тараксипп).
- Фессалиялағы Дотий тигеҙлегендә иң яҡшы аттар йәшәгән.
- Евен, аттарын һуйған да, үҙенең исеме менән аталған йылғаға ташланған.
- Эионей Иксиондың аттарын залогҡа алған.
- Магнесий бейәләре кентаврҙарҙы барлыҡҡа килтергән.
- Океан - ҡанатлы аттың хужаһы.
- Һыңар күҙле атҡа Гемондың улы Оксил һыбай атланған.
- Орифия Пилумнға ат бүләк иткән.
- Полидект Эномайҙың ҡыҙы Гипподамияға яусы ебәрергә теләй һәм аттар эҙләй.
- Капанейҙың улы Сфенелды аттарҙы ҡулға эйәләштереүсе тип атайҙар.
- Елена Прекраснаянның кейәүҙәренән ант алып, Тиндарей атты ҡорбанға килтергән.
- Троилды, һыбай йөрөргә өйрәнгән сағында, Ахилл үлтергән.
- Эномайға Арес ат бүләк иткән.
- Эномай ҡарғышы арҡаһында элидалылар аттарын Элиданан ситтә ҡасырған.
Грек булмаған сюжеттар:
- Дардан улы Эрихтонийҙың аттары Борейҙан килеп сыҡҡан.
- Лаомедонттың «ел аяҡлы» тип аталған аттары. Уларҙы ул Аполлон менән Посейдонға, ә шунан Гераклға вәғәҙә иткән.
- «Трос аттары» «Илиада»ла телгә алынған.
- Алҡман Колаксай атын һәм «энет ат»ын телгә ала.
- Семирамида атҡа ғашиҡ булған.
- Мар, авсондарҙың береһе, ярым кеше-ярым ат була (ҡара: Италия мифтары).
- Нептундың улы Мессап — аттарҙы ҡулға эйәләштереүсе (Италия мифтары).
- Фарсы Эрифра бер өйөр йылҡыны Огирис утрауына ебәрҙе.
Аттарҙа сабыш:
- Пелий буйында уйындар. Беллерофонт еңгән.
- Олимпия уйындары. Иасий еңгән.
Һуғыш арбалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гелиос һуғыш арбаһын Фаэтонға тапшырған, әммә һуңғыһы идара итеү һәләтен юғалтҡан. Фаэтондың һуғыш арбаһын Коринфта күрһәткәндәр.
- Ҡанатлы аттар егелгән һуғыш арбаһын Посейдон Пелопҡа биргән. Пелоптың һуғыш арбаһын Флиунтта күрһәткәндәр.
- Посейдон шулай уҡ ҡанатлы арбаһын Афарей улы Идасҡа биргән, Идас Марпессаны урлап алып киткән.
- Салмоней, һуғыш арбаһында елдергәндә, йәшен сығарған.
- Амфиарай һуғыш арбаһында Аидҡа төшкән.
- Амфитрион Гераклды һуғыш арбаһында йөрөргә өйрәткән.
- Деянира, Кирена һәм Мирина һуғыш арбаһында йөрөгән.
- Этол, һуғыш арбаһы менән Аписты тапатып, уны харап иткән.
- Гиппия. Энкелатты һуғыш арбаһында еңгән Афинаның эпитеты.
- Молионидтар һуғыш арбаһында ултырған итеп һүрәтләнгән.
- Гордийҙың һуғыш арбаһы.
- Гилл, Еврисфейҙың һуғыш арбаһын ҡыуып етеп, уны үлтергән.
- Лаий һуғыш арбаһында Хрисиппты урлап алып киткән, ә һуңыраҡ Эдип тарафынан үлтерелгән.
- Гирнефты һуғыш арбаһында урлағандар.
Мифтарҙа һуғыш арбаларына аттарҙы ғына түгел, ҡабан менән арыҫландарҙы (Адмет өсөн Аполлон), арыҫландарҙы (Кибела), аҡҡоштарҙы (Аполлон), лань-боландарҙы (Артемида), аждаһаларҙы (Триптолем һәм Медея) еккәндәр. Феодамант үгеҙҙәргә егелгән һуғыш арбаһында китеп йөрөгән.
Аполлонды һуғыш арбаһы итеп күҙ аллау - уны һуңғараҡ Гелиос менән тиңләштереү аша барлыҡҡа килгән.
Арбалар ярышы:
- Гипподамия. Пелоп Миртил ярҙамында Эномайҙы еңә.
- Сифондың ҡыҙы Паллена.
- Киликтың ҡыҙы Фива. Геракл уны һуғыш арбалары ярышында еңә.
- Геракл ойошторған Олимпия уйындары. Йә Сем, йә Иолай еңгән.
- Пелий буйынса уйындар. Евфем еңә.
- Немей уйындарында (Станций тарафынан тасуирланған).
- Һинд походы ваҡытында Офельт буйынса уйындар (Нонн тасуирлаған).
- Гомер тасуирлаған Патрокл буйынса уйындар. Тидей улы Диомед еңә.
- Ахилл буйынса уйындар. Йә Адмет улы Евмел, йә Менелай еңә.
Аллаларҙың аттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абраксас — Гелиостың аты[5].
- Актеон (Актин) — Гелиос-Аполлондың аты[6].
- Аластор — Плутондың аты[7].
- Бел — Гелиостың аты[5].
- Бронте — Гелиостың бейәһе[8].
- Деймос — Арестың атының ҡушаматы[9].
- Иао — Гелиостың аты[5].
- Ламп (Lampos) — Гелиостың аты[10].
- Никтей — Плутондың аты[7].
- Орфней («Ҡуңыр») — Плутондың аты[11].
- Пироент[12] (Пирой[13]) — конь Гелиоса.
- Сотер — Гелиостың аты[5].
- Стеропа — Гелиостың бейәһе[14].
- Фаэтон — Гелиостың аты[15].
- Филогей (Филогевс) — Гелиос-Аполлондың аты[6].
- Флегон — Гелиостың аты[16].
- Фобос — Арестың аты[9].
- Эой — Гелиостың аты[17]. Эпитет Гелиоса[18].
- Эрифрей — Гелиос-Аполлондың аты[6].
- Эфон — Гелиостың аты[19].
- Эфон — Плутондың аты[11].
- Эфопс (Айтопс) — Гелиостың айғыры[20].
Геройҙарҙың аттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арион.
- Асхет — Амфиарайҙың аты[21].
- Балий — ике аттың ҡушаматы:
- Балий (Ахиллдың аты) — ҡара: Балий и Ксанф.
- Балий — Скельмистың аты, Зефирҙың ҡанынан[22].
- Гарпаг — ат, Подарганың улы, Герместың Диоскурҙарға бүләге[23].
- Гарпинна — Эномайҙың аты[24].
- Дин (Динос) — Фракийлы Диомедтың кеше ите менән туҡланыусы аты[25]. (Ҡара: Гераклдың 8-се батырлығы).
- Ирида — Адметтың бейәһе Немей уйындарында[26].
- Кер — Адрасттың аты[27].
- Кидон — Гипподамдың аты Немей уйындарында[28].
- Кикн — Амфиарайҙың аты[21].
- Киллар — Диоскурҙарҙың (Касторҙар) аты[29], Гераның бүләге[23]. Бик ҙур булған[30]. Йәки Полидевк ҡулға эйәләштергән ат[31].
- Ксанф — грек мифологияһында бер нисә аттың исеме:
- Ксанф (Ахиллдың аты) — ҡара: Балий и Ксанф.
- Ксанф — Гекторҙың аты[32].
- Ксанф — Фракийлы Диомедтың кеше ите менән туҡланыусы атын Геракл үлтерә[25]. (Ҡара: Дин).
- Ксанф — Гераның Диоскурҙарға бүләге[23]. Диоскурҙарҙың аты Кастора хәүеф янауын иҫкәрткән[33]. Балий һәм Ксанфҡа тиң булыуы мөмкин.
- Ксанф — Борей менән Гарпияның улы, Орифий өсөн йолом[34].
- Ламп — Гекторҙың аты[32].
- Лампон — Фракийлы Диомедтың кеше ите менән туҡланыусы аты[25]. (Ҡара: Дин).
- Парфения — Эномайҙың ҡыҙы Гипподамияның тәүге кейәүе Мармактың бейәһе. Элидалағы Парфения йылғаһы уның исеме менән аталған[35].
- Пегас.
- Педас — Патроклдың аты. Сарпедон тарафынан үлтерелгән[36].
- Подарг (Подарк) — грек мифологияһында бер нисә аттың исеме:
- Подарка — Борейҙың һәм Гарпияның ҡыҙы, Эрехтейҙең бейәһе. Орифий өсөн бирелгән йолом[39].
- Псилла — Эномайҙың аты[24].
- Реб — Мезенцийҙың аты[40]. Убит Энеем[41].
- Скифий — ат. Ҡара: Фессалия аты.
- Стримон — Гераклдың улы Хромийҙың аты[42].
- Флогий — Подарганың улының аты, Герместың Диоскурҙарға бүләге[23].
- Фолоя — Немей уйындарында Адметтың бейәһе[26].
- Фоя — Немей уйындарында Адметтың бейәһе[43].
- Эрифа — Мармактың бейәһе. Ҡара: Парфения.
- Эфа — Агамемнондың бейәһе[44].
- Эфион — Немей уйындарында Евнейҙың аты[28].
- Эфон — Гекторҙың аты[32].
- Эфон — Евандрҙың улы Палланттың атыref>Вергилий. Энеида XI 89</ref>.
Аттар менән бәйле исемдәр һәм атамалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мифологияла һәм эпоста «ат исемдәре»е туҡһандан кәм түгел
Исемдәрҙең килеп сығышы:
- Аргириппа. Ҡала.
- Гиппокрен сығанағының атамаһы.
- Гераклды, орхомендарҙың аттарын бәйләгәне өсөн, Гипподет тип йөрөткәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кентаврҙар
- Мөгөҙлө кентаврҙар (ҡара: Кипр в древнегреческой мифологии).
- Боронғо грек мифологияһының фаунаһы
- Рея (мифология)
- Семирамида
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Элиаде М. История веры и религиозных идей. В 3 т. Т. 1. М., 2001. С. 243-244, 412
- ↑ Мифы народов мира. В 2 т. М., 1991-92. Т. 1. С. 666
- ↑ Гамкрелидзе Т. В., Иванов Вяч. Вс. Индоевропейский язык и индоевропейцы. Тб., 1984. С. 551
- ↑ Элиаде М. История веры и религиозных идей. В 3 т. Т. 1. М., 2001. С. 261
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Гигин. Мифы 183, со ссылкой на Гомера
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Фульгенций. Мифологии I 12; Первый Ватиканский мифограф II 12, 6
- ↑ 7,0 7,1 Клавдиан. Похищение Прозерпины I 285
- ↑ Гигин. Мифы 183, со ссылкой на Евмела; см. Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С. 688 (о четырёх лошадях)
- ↑ 9,0 9,1 Антимах. Фиваида, фр. 37 Висс
- ↑ Гомер. Одиссея XXIII 245; Фульгенций. Мифологии I 12; Первый Ватиканский мифограф II 12, 6
- ↑ 11,0 11,1 Клавдиан. Похищение Прозерпины I 284
- ↑ Псевдо-Гигин.
- ↑ Овидий. Метаморфозы II 2019 йыл 2 август архивланған. 153
- ↑ Гигин. Мифы 183; со ссылкой на Евмела
- ↑ Гомер. Одиссея XXIII 245
- ↑ Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т. 3. С. 78
- ↑ Овидий. Метаморфозы II 153; Гигин. Мифы 183, со ссылкой на Евмела и Овидия
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVIII 117
- ↑ Овидий II 153; Гигин. Мифы 183
- ↑ Гигин. Мифы 183, со ссылкой на Евмела
- ↑ 21,0 21,1 Стаций. Фиваида VI 463
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVII 345
- ↑ 23,0 23,1 23,2 23,3 Стесихор. Погребальные игры по Пелию, фр. 178 Пейдж
- ↑ 24,0 24,1 Ликофрон. Александра 167
- ↑ 25,0 25,1 25,2 25,3 Гигин. Мифы 30
- ↑ 26,0 26,1 Стаций. Фиваида VI 461
- ↑ Антимах. Фиваида, фр.32 Висс
- ↑ 28,0 28,1 Стаций. Фиваида VI 465
- ↑ Сенека. Федра 811; Валерий Флакк. Аргонавтика I 426; Стаций. Фиваида IV 215
- ↑ Проперций. Элегии II 7, 16
- ↑ Вергилий. Георгики III 89-90
- ↑ 32,0 32,1 32,2 32,3 Гомер. Илиада VIII 185
- ↑ Алкман. Гимн Диоскурам // Зайцев А. И. «Гимн Диоскурам» Алкмана и его эпические источники // Исследования по древнегреческой и индоевропейкой поэзии. СПб, 2006. С.269
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVII 155
- ↑ Павсаний. Описание Эллады VI 21, 7-8
- ↑ Гомер. Илиада XVI 467
- ↑ Гомер. Илиада XXIII 295
- ↑ Стаций. Фиваида VI 466
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVII 156
- ↑ Вергилий. Энеида X 861
- ↑ Вергилий. Энеида X 891
- ↑ Стаций. Фиваида VI 464
- ↑ Стаций. Фиваида VI 462
- ↑ Гомер. Илиада XXIII 295, 525