Бостон асыҡ китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бостон асыҡ китапханаһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1852
Дәүләт Flag of the United States (1795-1818).svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Бостон
Ойошма йәки клуб ағзаһы Ассоциация научных библиотек[d][1]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Бостон
Архитектор Чарльз Макким[d]
Число посетителей в год 3 818 883[2]
Рәсми сайт bpl.org
Страница учреждения на Викискладе Boston Public Library
Число работ 14 900 000 китап
Commons-logo.svg Бостон асыҡ китапханаһы Викимилектә

Бостон асыҡ китапханаһы (ингл.  Public Boston Library) — АҠШ-тың иң ҙур һәм һәр кем йөрөй алырлыҡ китапханаларының береһе. Китапхана бинаһы — Америкала неоренессанс архитектураһы миҫалдарының иң яҡшыларының береһе. Китапхана Бостондың үҙәгендә, Бэк-бэй районында урынлашҡан.

Америкала шәхси берәмектәрҙең финанс ярҙамы менән файҙаланған беренсе муниципаль китапхана. Бында АҠШ-та тәүге тапҡыр китаптарҙы һәм башҡа материалдарҙы өйгә биреп ҡайтарыу рөхсәт ителгән. Хәҙер китапхана дәүләттән финанс ярҙамы ала.

Китапханаға төп инеү ишеге өҫтөндә «Бөтәһе өсөн дә бушлай» тигән яҙыу тора. Ул шулай уҡ фәнни китапханалар Ассоциацияһы ағзаһы булып тора (Төньяҡ Америка фәнни китапханаларын берләштереүсе коммерция булмаған ойошма). Донъяның иң ҙур китапханалары исемлегенә ярашлы ул 14-се урынды биләй.

Америка китапханалар ассоциацияһына ярашлы, Бостон йәмәғәт китапханаһы фондының ҙурлығы буйынса, Конгресс Китапханаһы һәм Нью-Йорк асыҡ китапханаһынан ҡала, АҠШ-тың өсөнсө китапханаһы булып тора. Ул 22,4 миллион берәмек китап тупланмаһына эйә. Китапханала сәнғәт тарихы һәм америка тарихы буйынса ҙур фонд тупланған.

Китапхана коллекцияһында 1,7 миллиондан артыҡ һирәк осрай торған китаптар һәм ҡулъяҙмалар: урта быуат ҡулъяҙмалары, Шекспирҙың тәүге баҫмалары, Джордж Тикнор коллекциялары, Даниэль Дефоның төп коллекциялары, Джон Адамстың шәхси китапханаһының төп өлөшө, Натаниэль Боудитчтың математиканан һәм астрономиянан китапханаһы һәм башҡалар бар. Был китапханала бөтә китаптарҙы ла абсолют алыу мөмкинлеге. Китапхана хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусы билеты һорамай. Бында урыҫ әҙәбиәтенең ғәйәт ҙур йыйынтығы тупланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Крупнейшие библиотеки мира

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]