Бохара әмире һарайы (Железноводск)
Һарай | |||
Бохара әмире һарайы
| |||
Һарайҙың алғы баҫҡысы | |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Железноводск | ||
Архитектура стиле | эклектика: неомавританский стиль с элементами модерна | ||
Проект авторы | Семёнов Владимир Николаевич | ||
Төҙөүсе | Байков Иван Иванович | ||
Нигеҙләүсе | Эмир Абдул-Ахадхан | ||
Нигеҙләнгән | XX век | ||
Төҙөлөшө | 1907—1912 йылдар | ||
Статус |
| ||
Бохара әмире һарайы Викимилектә |
Бохара әмире һарайы (рус. Дворец эмира Бухарского)—Железноводск ҡалаһының курорт паркында Эрнст Тельман исемендәге әлеге шифахана биләмәһендә һарай ансамбле (төньяҡ корпус)[1].XX быуат башындағы архитектура ҡомартҡыһы, федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты[2]. Рәсәйҙә әмирҙең икенсе ҙур резиденцияһы (тәүгеһе Ялтала урынлашҡан).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бохара әмире Сәйет Абдуләхәт хан (Сәйет Абдуләхәт Баһадир хан) йыш ҡына Кавказ Минераль Һыуҙарына (КМҺ) килеп йөрөгән һәм йәйге резиденция һалырға булған. 1905 йылда батша әмере менән уның милкенә 1,7 квадрат сажин майҙанда ер участкаһы бирелгән (0,77 гектар).
Граждандар инженеры Владимир Николаевич Семёнов тарафынан проектланған, Кавказ Минераль Һыуҙары идаралығының баш архитекторы Иван Иванович Байков һәм граждандар архитекторы В. В. Циммерман тарафынан төҙөлгән[1][3]. Һарай биш йыл (1907—1912) дауамында төҙөлгән, ул Бохара әмиренең Кавказ Минераль Һыуҙарындағы йәйге резиденцияһы өсөн һалынған булған[4][5]. Төҙөлөш тамамланыу уңайынан Байков менән Циммерман яңы хужа Сәйет Әлим ханға «икмәк-тоҙ» тапшырыу өсөн 200 һумлыҡ көмөш һауыт әҙерләгән[3]. Ул 1910 йылда атаһының вафатынан һуң Бохараның яңы әмире вазифаһына килгән[6]. Был ваҡытта әмирҙең тыуған илендә сыуалыштар башланған, ул шуның менән мәшғүл булған, етмәһә һарай төҙөлөшө ваҡытында бер эшсенең үлемен насар билдә тип һанап[3], 1913 йылда яңы әмир бинаны императрица Мария Фёдоровнаның хәйриә йәмғиәтенә (рус. «Человеколюбивое общество императрицы Марии Фёдоровны») Романовтарҙың батшалыҡ итеүенә 300 йыл тулыуы айҡанлы бүләк итә[4][7]. Әмирҙең йәйге дачаһын «Ҡатын-ҡыҙ затлы педагогик персонал өсөн хәйриә шифаханаһы» рәүешендә файҙаланыу өсөн тапшыралар[3].
1912 йылда архитектор Кузнецов А. И. проекты буйынса 30 кабиналы (60 ванна) яңы Үрге минераль ванна сафҡа инә[1]. Үҙенең эше өсөн архитектор тышына бриллиант бөркөт һыны эшләнгән алтын портсигар менән бүләкләнә. 1914 йылда асылған шифахана үҙ эшен Беренсе донъя һуғышы башланыу менән туҡтата һәм ваҡытта лазарет функцияһын башҡара башлай[3].
1917 йылғы революциянан һуң бина яңынан санаторий итеп файҙаланылыуға бирелә. 1920 йылда һарай бинаһында 80 койкалыҡ Цусстрах шифаханаһы урынлашҡан. 1930—1950 йылдарҙа бында 41-се ВЦСПС шифаханаһы эшләй, ә 1960 йылдар башында «Ударник» атамаһына алмаштыралар[3]. 1942—1943 йылдарҙа Икенсе донъя һуғышы йылдарында Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында бер бинаһы зыян күрә[2], ә имен өлөшөндә 2164/5435-се һанлы госпиталь урынлаштырыла[3]. 1970-се йылдарҙа һарай бинаһы Э. Тельман исемендәге санаторий составына индерелә[4].
1981 йылдың 1 октябрендә Халыҡ депутаттарының Ставрополь крайы Советы башҡарма комитетының 702-се ҡарары менән Э.Тельман исемендәге шифахананың 1924 йылда — Клара Цеткин, 1929 йылда М. И. Ульянов һәм Н. К. Крупская ял иткән төньяҡ корпусы (элекке Бохара әмире дачаһы) федераль әһәмиәттәге тарих ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[8][9].
2017 йылда һарай бинаһы КМҺ биләмәһендә эшләүсе компанияларҙың береһенә ҡунаҡхана ойоштороу өсөн 49 йылға ҡуртымға тапшырылған[10][11].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп бина — һарай тибындағы ике ҡатлы кирбес йорт, «яңы мавритания» стилендә төҙөлгән һәм дача модернының төп сифаттарына эйә, эклектик ҡушылма булып тора[1]. Төп фасад тура мөйөшләп эшләнгән манаралы, ҡоролма пештәктән (бейек итеп эшләнгән алҡапҡа — ru: пештак) һәм мөйөштә һалынған көмбәҙле, верандалы квадрат манаранан тора[12]. Бохара һәм Хорезм оҫталары ҡатмарлы үзбәк милли биҙәктәре яһағандар, диуарҙарҙы үҫемлек орнаменты[1] төшөрөлгән керамик плиталар менән көпләгәндәр[3]. Алғы ишек суйын колонналарға ҡуйылған ярым түңәрәк арка рәүешендә мавритан архитектура капителдәре һәм баҫҡыстары менән эшләнгән. Уға табан арыҫландар һыны менән биҙәлгән бер нисә бүлемле таш баҫҡыс һалынған[13][14].
Һарай бик күп баҫҡыстар, коридорҙар һәм үткәүелдәр менән эшләнеп, ҡатмарлы планлаштырылған. Алғы яҡта аудиенциялар өсөн тәғәйенләнгән биналар урынлашҡан. Уларҙың түшәмдәрендә биҙәлеш һаҡланған, биҙәкле ҙур камин һаҡланған[4]. Ансамбль бер нисә тапҡыр яңыртып төҙәтелгән, ярҙамсы биналарына алып барған селтәрле күпер ябыҡ коридорға алмаштырылған, ә беренсе ҡаттағы фасад ҡабырғаларына заманса уйымлы тәҙрәләр ҡуйылған. Эске ихаталар ҡоролошо, шифахана бинаһының клубы урынлаштырылып, боҙолған[2].
Һарай биләмәһендә хәрәм (рус. гарем) бинаһы, шулай уҡ хужалыҡ ҡаралтылары (ат һарайы, ҡар баҙҙары, хеҙмәтселәр өсөн бүлмәләр) урынлашҡан[14][15]. Һарай тирәләй семәрле суйын ҡойма төҙөлгән, уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә төҙөүселәр ағас ишекле тура мөйөшлө портал һалған. Ҡапҡа башына ғәрәпсә сәләмләү яҙылған[2].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бохара әмире һарайы (Ялта)
- ru:Дворец эмира Бухарского (Новая Бухара)
- ru:Дом эмира Бухарского
- ru:Бывшее представительство Бухарского эмира
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Кавказские минеральные воды / ред. доктор мед. наук Н. Г. Кривобоков. — М.: Слово, 1994. — С. 111. — 303 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Дворец Эмира Бухарского. Официальный сайт Думы и администрации города-курорта Железноводска. adm-zheleznovodsk.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2018.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 На горе Железной // Охраняется государством. — М., 2016. — В. 1. Архивировано из первоисточника 9 октябрь 2018.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Шаповалов, 2006, с. 110
- ↑ Боглачёв, 2010, с. 375
- ↑ Боглачёв, 2010, с. 389
- ↑ Хачиков В. Строили для эмира Бухарского : [арх. 22 сентябрь 2018] / В. Хачиков // Кавказская здравница — Здоровье : специализированный медицинский информационный журнал. — 2015. — № 4.
- ↑ «северный корпус санатория им. Э. Тельмана (бывшая дача эмира Бухарского), где в 1924 году отдыхала Клара Цеткин, в 1929 году отдыхали М. И. Ульянова и Н. К. Крупская», объявлен памятником истории федерального значения
- ↑ Решение Исполнительного комитета Ставропольского краевого Совета народных депутатов от 1 октября 1981 года № 702 «Об утверждении списка памятников истории и культуры Ставропольского края» : [арх. 22.09.2018] // iPRAVO.info.
- ↑ Власти Железноводска обжалуют решение об открытии гостиницы во дворце эмира Бухарского : [арх. 22.09.2018] // «Это Кавказ» — информационно-познавательный мультимедийный портал агентства ТАСС о российском Кавказе. — 2017. — 8 июнь.
- ↑ Во Дворце эмира Бухарского в Железноводске откроют гостиницу : [арх. 22.09.2018] // «Это Кавказ» — информационно-познавательный мультимедийный портал агентства ТАСС о российском Кавказе. — 2018. — 8 август.
- ↑ Боглачёв, 2010, с. 377—378
- ↑ Боглачёв, 2010, с. 378
- ↑ 14,0 14,1 Дворец эмира Бухарского : [арх. 22.09.2018] // Пятигорский информационно-туристический портал.
- ↑ Дворец эмира Бухарского : [арх. 22.09.2018] // Официальный сайт Думы и администрации города-курорта Железноводска.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боглачёв С. В. Летний дворец эмира Бухарского // Архитектура старого Железноводска / С. В. Боглачёв. — Пятигорск : Снег, 2010. — С. 370—383. — 479 с. — ISBN 978-5-903129-23-2.
- Дворец эмира Бухарского // Энциклопедический словарь Ставропольского края / Е. А. Абулова и др. ; гл. ред. : доктор социологических наук, профессор В. А. Шаповалов ; рецензенты: академик РАН Ю. А. Поляков, доктор исторических наук, профессор О. Г. Малышева. — Ставрополь : Изд-во СГУ, 2006. — С. 110. — 458 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Дворец эмира Бухарского в Железноводске
- Летняя резиденция эмира Бухары : [арх. 22.09.2018] // На Кавминводах : интернет-журнал.
- Разумовская А. От любви до смерти один шаг : [арх. 22.09.2018] // Русская Планета : онлайн-журнал.