Эстәлеккә күсергә

Бохара әмире һарайы (Ялта)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бохара әмире һарайы
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
Рәсем
Нигеҙләүсе Сеид-Абдул-Ахад-Хан[d]
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ялта[d]
Архитектура стиле неомавританский стиль[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Бохара әмире һарайы (Ялта) Викимилектә

Бохара әмире һарайы — Ялта ҡалаһында КЧФ «Ялта» шифаханаһы биләмәһендә һарай ансамбле.

Һарай Ялтаның Диңгеҙ буйы паркында, 1898 йылда Бохара әмире — Сәйед Абдуләхәд-хан һатып алған участкала урынлашҡан, ул унда парк, шулай уҡ 4 ҡоролма төҙөгән, уларҙан бөгөнгө көнгә тиклем тик һарайы ғына килеп еткән. Һарайҙы архитектор Тарасов Николай Георгиевич неомавритан стилендә керчь ташынан төҙөгән. Дүрт йыл дауамында төҙөлә (1907—1911), ул Ҡырымдың көньяҡ ярында бохара әмире резиденцияһы була.

Ике ҡатлы корпустың архитектураһында тура мөйөшлө, ҡырлы һәм ярым түңәрәк күләмдәр, ҡыйыҡлы галерея һәм террасалар, лоджия һәм бельведерҙар аралаша. Балюстрадалар, нәфис бағаналар менән колонналарҙың семәрле биҙәге, шулай уҡ даға ҡиәфәтле тәҙрә ҡыҫандары һәм кәрниз өҫтөндәге тешле парапеттары һарайҙың мавритан стилен байыҡтыра.

Һарай әмир тарафынан «Дилькисо» тип аталған (төрөксә — «таң ҡалдырырлыҡ», «һоҡландырғыс») һәм 1917 йылға тиклем Сәйед-Абдуләхәд-хандың һәм уның улының милеге булған. Ялта ҡалаһының властары Әмирҙең ҡала алдындағы ҡаҙаныштарын билдәләйҙәр. Ул ҡаланың почетлы гражданы исеменә лайыҡ була, шулай уҡ Ялта урамдарының береһе уның исемен йөрөтә

Совет власы урынлаштырылғандан һуң бина национализациялана. 1921 йылдың 25 мартында унда Ялтаның Көнсығыш музейы асыла.

1924 йылдың 23 майында Ҡырым Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумының ҡарары буйынса һарай Үзбәкстан хеҙмәтсәндәренә мәңгелеккә файҙаланыуға тапшырыла, унда 23 майҙа «Үзбәкстан» шифаханаһы эшләй башлай[1].

1924—1927 йылдарҙа бында ял йорто урынлашҡан булған. 1927—1969 йылдарҙа туберкулезға ҡаршы шифахана була. 1969 йылдан шифахана нервы-соматик шифаханаһына үҙгәртелә.

Фашист оккупацияһы йылдарында һарайҙың бинаһы ныҡ зыян күрә. Был ваҡытта метеостанция һәм аэросолярий юҡҡа сыға. Шулай уҡ парк ҙур юғалтыуҙар кисерә. 1970 йылдар башында тергеҙеү, йүнәтеү һәм реставрация эштәре үткәрелә[2]

Хәҙерге ваҡытта был — «Ялта» шифаханаһының 8 -се корпусы, унда китапхана урынлашҡан

  • Дворец эмира Бухарского (Новая Бухара)
  • Дворец эмира Бухарского (Железноводск)
  • Дом эмира Бухарского
  • Бывшее представительство Бухарского эмира