Эстәлеккә күсергә

Бранислав Нушич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бранислав Нушич
сер. Бранислав Нушић
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Югославия короллеге
 Сербия кенәзлеге[d]
 Сербия короллеге
Тыуған ваҡыттағы исеме сер. Alkibijad Nuša
Псевдоним Ben Akiba[3]
Тыуған көнө 8 (20) октябрь 1864
Тыуған урыны Белград, Сербия кенәзлеге[d][4][5]
Вафат булған көнө 19 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[5][2][6][…] (73 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Югославия короллеге[4][5]
Ерләнгән урыны Яңы зыярат[d]
Балалары Gita Predić-Nušić[d]
Һөнәр төрө романист, журналист, драматург, дәүләт хеҙмәткәре, дипломат, яҙыусы, поэт-адвокат
Уҡыу йорто Белград университетының юридик факультеты[d]
Белградский университет[d]
Ойошма ағзаһы Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d]
 Бранислав Нушич Викимилектә

Бранисла́в Ну́шич (сер. Бранислав Нушић) (20 октябрь 1864(18641020), Белград19 ғинуар 1938, Белград) — серб яҙыусыһы һәм драматургы. 

Серб Фәндәр академияһы академигы (1933 йылдан алып).

Белградта Нушич һәйкәле.

Сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Ысын исеме — Алкивиад Нуша. Гимназияны тамамлағас, Грацтағы университетҡа уҡырға инә. Унан һуң Белград университетында юридик белем ала. 1883 йылда тәүге комедияһы менән сығыш яһап, «Народный депутат» (серб. «Народни посланик») тигән беренсе комедияһы менән сығыш яһай, 1896 йылда ғына сәхнәләштереүгә рөхсәт ителгән был әҫәре 1924 йылда ғына нәшер ителә.  Бранислав 1885 йылда серб-болгар һуғышында ҡатнаша, был уның һуғышҡа ҡаршы кәйефтәре менән һуғарылған "Рассказы капрала" (сер. «Приповетке једног каплара»"Каплара приповетка једног") йыйынтығында сағылыш таба.  1887 йылда король Милан Обреновичҡа ҡаршы йүнәлешле "Два раба" тигән сатирик йыры өсөн төрмәгә ябыла, унда "Записки" (сер. «Листићи»"Листићи") һәм "Протекция" (сер. «Протекција»"Протекција") комедияһын яҙа.

Бер йылдан амнистияланған Нушич артабан төрлө вазифалар биләй: дипломатик чиновник, өйәҙ етәксеһе һ. б.   

Был йылдар китаптарында — «У берегов Охридского озера» (сер. «Крај обала Охридског језера»«Крај обала Охридског језера»), «Косово» (сер. «Косово, Опис земље и народа»«Косово, Опис земље и народа», 1902—1903) — Нушич публицист, этнограф, тарихсы булараҡ сығыш яһай. Шәреҡ экзотикаһына «Рамазанские вечера» (сер. «Рамазанске вечери»«Рамазанске вечери», 1898) хикәйәләре һәм  «Ташула» (1902) повесы бағышлана. 1900 йылдан Нушич — Белградтағы Халыҡ театрының  директор урынбаҫары һәм  «Театральная газета» («Позоришни лист») мөхәррире. 1904—1905 йылдарҙа — Нови-Сад ҡалаһында Халыҡ театры директоры, 1913—1915 йылдарҙа — Скопьела театр директоры,  унан һуң — Белградта Халыҡ театры драматургының урынбаҫары.

Шул уҡ йылдарҙа көн һайын тиерлек «Политика» гәзитендә  Бен Акиба тигән имза аҫтында уның фельетондары баҫылып тора.  1908 йылда Австрияның  Босния менән Герцеговинаны аннексиялағанынан һуң,  Нушич бөтә Сербияны солғаған патриотик хәрәкәттә ҡатнаша. Беренсе донъя һуғышында һәләк булған улына Нушич  «Тысяча девятьсот пятнадцатый» (сер. «Девет-сто петнаеста»«Девет-сто петнаеста») тигән китабын бағышлай, унда һуғышҡа ҡаршы протест, илһөйәрҙең әрнеүе һәм асыуы сағыла.  1915—1918 йылдарҙа Италияла, Швейцарияла, Францияла эмиграцияла йәшәй. 1918 йылда Сербтар, Хорваттар һәм Словендар Короллеге барлыҡҡа килгәс,  Нушич тыуған иленә ҡайта һәм 1923 йылға тиклем мәҙәниәт министрлығында эшләй,  Сараевола Халыҡ театрына етәкселек итә. 30-сы йылдарҙа «Наша действительность» (сер. «Наша стварност»«Наша стварност») журналы менән хеҙмәттәшлек итә, был баҫма тирәһендә антифашистик көстәр туплана.

Б. Нушичтың тыуыуына 150 тулыуға арналған Сербия почта маркаһы. 2014 йыл

50 йылдан ашыу дауам иткән ижад осоронда  Нушич күп һанлы сатирик комедиялар яҙа, был әҫәрҙәр югослав драматургияһы һәм театры тарихында яҡты эҙ ҡалдыра. Бөтәһенән элек, ул мәҙәксе, көлкөлө ситуациялар импровизаторы була, ләкин уның  иң яҡшы әҫәрҙәрендәге кәмитсәнлектең тормошта тәрән тамырҙары була. Әсе теллелек, шаяртыу, көләмәс, карикатура  Нушич өсөн сәйәси  сатира формалары булып хеҙмәт итә.

Таланты серб халыҡ ижады, элгәрге серб драматургияһының (Й. Стерия-Попович, К. Трифкович) һәм рус әҙәбиәтенең, айырыуса Н. Гоголдең  реалистик тенденциялары йоғонтоһонда үҫкән. Нушич «Подозрительная личность» (сер. «Сумњиво лице»«Сумњиво лице») тигән комедияһының баш һүҙендә былай тип яҙа:

«Гоголь ул саҡтағы йәштәрҙең кумиры ине… Гоголдең „Ревизор“ы уның иң яратҡан әҫәре булды… Һикһәненсе йылдарҙағы бөтә әҫәрҙәрем: „Народный депутат“, „Протекция“ һәм беренсе сиратта „Подозрительная личность“  „Ревизор“ҙың көслө йоғонтоһо аҫтында яҙылған»[7]

Беренсе осорҙа (1883—1903) яҙылған сатирик комедиялары: «Народный депутат», «Подозрительная личность», «Протекция», «Обыкновенный человек» (сер. «Обичан човек»«Обичан човек», 1899) һ. б. Уларҙа буржуаз парламентаризмдан, депутаттар һайлауҙағы ялғандан, полицейскийҙар бюрократизмынан һәм властарҙағы коррупциянан көлә.

Ижадының икенсе осоронда (1903—1914) әсе  сатирик мотивтар һүрәнләнә төшә. Белград театрында «Хаджи Лойя» (сер. «Хаџи Лоја»«Хаџи Лоја», 1908) тигән героик драмаһы ғәйәт ҙур уңыш менән бара, ул Австрияның баҫҡынсылығына яуап булараҡ яңғырай. Ошо уҡ осорҙа «Свет» (1906), «Кругосветное путешествие» (сер. «Пут око света»«Пут око света», 1910) комедиялары, «Дань кровью» (сер. «Данак у крви»«Данак у крви»), «За спиной у бога» (сер. «Иза божјих леђа»«Иза божјих леђа») драмалары һ. б. яҙыла.

Өсөнсө осорҙа (1914—1938) Нушичтың драматургик һәләте яңы көс менән асыла. 1924 йылда ул «Автобиография» (сер. «Аутобиографија»«Аутобиографија») юмористик повесын нәшер итә, унда  буржуаз Югославиялағы сәйәси тәртиптәр һәм ижтимағи хәлдәр тәнҡитләнә.  20-се йылдар аҙағында һәм  30-сы йылдарҙа Нушич сатирик ҡоласы, калейдоскоптағыса төрлөлөгө, милли колориты менән замандаштарын таң ҡалдырған комедиялар циклын яҙа: «Госпожа министерша» (сер. «Госпођа министарка»«Госпођа министарка», 1929), «Мистер Доллар» (сер. «Мистер Долар»«Мистер Долар», 1932), «Опечаленная семья» (сер. «Ожалошћена породица»«Ожалошћена породица», 1935), «Д-р»[8] (сер. «Др.»«Др.», 1936), «Покойник» (сер. «Покојник»«Покојник», 1937).

 Нушичтың һуң осор ижады һуғыштан һуңғы Сербиялағы етди социаль ҡуҙғалыштар шарттарында бара. Был йылдарҙа драматург тәүге осорҙағы «Гоголсә» комедияларында сатира объекты булған темаларға мөрәжәғәт итә. 30-сы йылдарҙа фашизмдың күтәрелеше Нушичтың ҙур  социаль проблемаларға иғтибарын арттыра. Ул наҙан һәм яуыз мещанлыҡтан, обывателдәрҙең сикләнгәнлегенән, мин-минлектән һәм тәкәбберлектән көлә. Нушич драматургияһы, милли сиктәрҙе үтеп, донъя әҙәбиәтенең алтын фондына инә.  

СССР-ҙағы һәм Рәсәйҙәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  •  «Сербские рассказы. Из провинциальной жизни» , СПб, 1903.
  • Избранное. М, 1958.
  • Дитя общины. М, 1975.
  • Голова сахара. Сербская классическая сатира и юмор. М, 1985.
  • Сатира и юмор. М, 1987.
  1. Record #73889774 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118786598 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 Нушич Бранислав // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Branislav Nusic // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. «Дела», кн. 4, Београд, 1960 с. 141—42)
  8. В русском переводе известна как «Доктор философии»

Спектакль "Две комедии Бранислава Нушича" (Театр Сатиры, 1969г.), по комедиям "Два вора" и "Насморк" 2013 йыл 5 октябрь архивланған.