Бредихина Антонина Романовна
Антонина Романовна Бредихина | |
267x400px | |
Эшмәкәрлек төрө: | |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: |
31 октябрь 2017 (70 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Награда һәм премиялары: |
Бредихина Антонина Романовна (23 февраль 1947 — 31 октябрь 2017) — совет фармацевтика сәнәғәте алдынғыһы, СССР медицина һәм микробиология сәнәғәте министрлығының Белгород өлкәһе СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге Белгород витаминдар комбинаты аппаратсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1947 йылда Белгород ҡалаһында тыуған.
Антонина мәктәпте тамамлағас Белгород витаминдар комбинатына эшкә урынлаша. Аппаратсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай, аҙаҡ оператор була. Туғыҙынсы һәм унынсы биш йыллыҡтар йылдарында етештереүҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Ленин ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә.
СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1986 йылдың 3 июнендә Бредихина Антонина Романовнаға фармацевтика сәнәғәтендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Комбинатта эшләүен артабан дауам итә. Дөйөм хеҙмәт стажы 35 йыл тәшкил итә.
Белгород ҡалаһында йәшәй. Бредихина Антонина Романовна 2017 йылдың 31 октябрендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (03.06.1986)
- ике Ленин ордены (31.03.1981, 03.06.1986)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.03.1976)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Антонина Романовна БРЕДИХИНА - (ru-RU). Наш Белгород (2017-11-02). 20 март 2020 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бредихина Антонина Романовна. «Герои страны» сайты.