Эстәлеккә күсергә

Бровкина Алевтина Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бровкина Алевтина Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июнь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө офтальмология[d]
Эш урыны Московский научно-исследовательский институт глазных болезней имени Гельмгольца[d]
Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Краснов Михаил Леонидович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре СССР дәүләт премияһы Почётный диплом Президента Азербайджанской Республики

Бровкина Алевтина Федоровна (Дадонова) (30 июнь 1930 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй табип-офтальмологы, Рәсәй онкоофтальмология мәктәбенә нигеҙ һалыусы, медицина фәне докторы (1970). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы[1] (2002) лауреаты, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы (2004)[1] , РФА академигы (2013)[1], балалар офтальмологияһы һәм орбиталь патология курсы менән Рәсәй дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының[2] офтальмология кафедраһы[3] профессоры[4].

Алевтина Федоровна Бровкина 1930 йылдың 30 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Бала сағы партия хеҙмәткәре булған атаһы уҡыған Ленинградта үтә[5]. Һуғыш осоронда әсәһе менән Ҡаҙағстанда эвакуацияла була, тәүҙә Семипалатинск ҡалаһында, һуңынан Алматыла[5]. 1943 йылдан 1948 йылға тиклем Силәбелә йәшәй, бында атаһы партия өлкә комитетының икенсе секретары булып эшләй[5].

Силәбенең 1-се мәктәбен тамамлай[5].

1954 йылда Ленин орденлы Беренсе Мәскәү медицина институтының (1-се МОЛМИ) дауалау факультетынан һуң терапия буйынса интернатураға уҡырға инә.[5].

Брянск өлкә күҙ дауаханаһында табип-офтальмолог булып эшләй[5] артабан Мәскәү 36-сы клиник дауаханала офтальмолог булып эшләй[5][4].

Мәскәү күҙ клиник дауаханаһында ординатура тамамлай[5] , һәм шунда офтальмолог булып эшкә тороп ҡала. 1965 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.[6].

1970 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[5]. 1980 йылда профессор дәрәжәһен ала.

1970 йылдан 2004 йылға тиклем Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, бында өлкән ғилми хеҙмәткәрҙән алып офтальмоонкология хеҙмәте етәксеһенә тиклем юл үтә, һәм 1976 йылда илдә беренсе офтальмоонкология һәм радиология ғилми-клиник бүлеген ойоштора[7], ул ауыр патологияны иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләу менән шөғөлләнә[8] шулай уҡ бөтә ил буйынса 12 төбәк үҙәктәренең эшен координациялай. 2003 йылдан алып А. Ф. Бровкина етәкләгән ҡала офтальмоонкология үҙәге Мамонов тыҡрығында Мәскәү Күҙ Клиник Дауаханаһында урынлашҡан, ул өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреүҙең Рәсәй медицина академияһының ғилми-педагогик һәм дауалау базаһы булып тора[9][10].

Дипломдан һуң белем биреү Рәсәй медицина академияһының балалар офтальмологияһы һәм орбиталь патология курсы менән офтальмология кафедраһы профессоры булып эшләй[11].

Ире — Нестеров Аркадий Павлович[5] (1923—2009), табип-офтальмолог, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Ф. Бровкина 420-нән ашыу ғилми эш авторы[1], шуларҙан медицина вуздары өсөн 18 китап[1], монография һәм дәреслек. Уның етәкселеге аҫтында офтальонкология һәм орбиталь патология буйынса 40 кандидатлыҡ һәм 11 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[12]. Офтальмоонкология өлкәһендә 40-тан ашыу уйлап табыуға патент авторы[12].

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөнәри йәмғиәттәрҙә ағзалығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дөйөм Рәсәй табип-офтальмологтары ассоциацияһының президиумы ағзаһы[16],
  • Офтальмологтарҙың Мәскәү ғилми йәмғиәте ағзаһы,
  • Бер нисә профессиональ журналдар редколлегияһы ағзаһы.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бровкина А. Ф. Новообразования орбиты. — Москва: Медицина, 1974. — 256 с.
  • Деденков А. Н., Бровкина А. Ф., Зарубей Г. Д. Результаты бетатерапии меланом хориоидеи // Медицинская радиология. — 1980. — № 4. — С. 73—75.
  • Опухоли и опухолеподобные заболевания органа зрения: Материалы всесоюз. конф., Таллинн, 18-20 апр. 1989 г. / [Редкол.: А. Ф. Бровкина (отв. ред.) и др.]. — М.: Б. и., 1990. — 191 с.
  • Дифференциальный диагноз заболеваний и травматических повреждений орбиты с помощью компьютерной томографии: Метод. рекомендации / М-во здравоохранения РСФСР; [Сост. А. Ф. Бровкина, В. В. Вальский]. — М.: Б. и., 1991. — 12 с.
  • Бровкина А. Ф. Болезни орбиты. — М. : Медицина, 1993. — 238 с.; ISBN 5-225-01964-1.
  • Офтальмоонкология / Под ред. А. Ф. Бровкиной. — М.: Медицина, 2002. — 420 c.; ISBN 5-225-04157-4.
  • 190 лет. Московская глазная больница: основана 26 января 1826 года : сборник научных трудов / ГБУЗ ГКБ им. С. П. Боткина ДЗМ, Фил. № 1 «Офтальмологическая клиника», ГБОУ ДПО Российская мед. акад. постдипломного образования, Каф. офтальмологии; [отв. ред. А. Ф. Бровкина]. — Москва: Апрель, 2016. — 447 с.; ISBN 978-5-905212-61-1
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Юбилей академика Бровкиной Алевтины Федоровны. Сайт РАН
  2. Лескова Н. Академик А. Ф. Бровкина: «Фантазеры вырастают из почемучек» (Интервью) // Медбук.ру. 2019. 8 июля.
  3. Кафедра офтальмологии РМАНПО
  4. 4,0 4,1 4,2 Лескова Н. Академик А. Ф. Бровкина: «Фантазеры вырастают из почемучек» (Интервью) // Медбук.ру. 2019. 8 июля.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Бруштейн Л. Академик РАН А. Ф. Бровкина: Мой жизненый девиз: «Прорвёмся!» (интервью) // "Поле зрения. 2018. № 2.
  6. Бровкина А. Ф. Клинико-рентгенологические особенности опухолей орбиты и роль антиографии в их распознавании [Текст]: Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата мед. наук / Центр. ин-т усовершенствования врачей. — Москва: [б. и.], 1964. — 13 с.
  7. Отдел офтальмоонкологии и радиологии. А. Ф. Бровкина 2017 йыл 27 июнь архивланған.
  8. Т. Нефедова. Московский научно-исследовательский институт глазных болезней им. Гельмгольца // Больница. 1999. № 8. С. 7-8.
  9. Сайт «ГКБ им. С. П. Боткина ДЗ г. Москвы» Филиал № 1 «Офтальмологический стационар» 2018 йыл 7 апрель архивланған.
  10. Злаказова Н. Офтальмологическая КБ г. Москвы: главное для нас — помочь больному человеку (интервью с главным врачом клиники Е. Гришиной // Кто есть Кто в медицине. 2011. № 3(53)
  11. Кафедра офтальмологии РМАНПО(недоступная ссылка)
  12. 12,0 12,1 К юбилею А. Ф. Бровкиной // Клиническая Офтальмология. 2020. № 3, С. 116—116
  13. Указ Президента РСФСР от 24 сентября 1991 года "О присвоении почётного звания «Заслуженный деятель науки РСФСР»
  14. К юбилею А. Ф. Бровкиной // Клиническая Офтальмология. 2020. № 3, С. 116—116
  15. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики o награждении А. Ф. Бровкиной «Почётным дипломом Президента Азербайджанской Республики»
  16. Бровкина Алевтина Федоровна на сайте Ассоциации врачей-офтальмологов. Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано 15 июнь 2019 года. 2019 йыл 15 июнь архивланған.