Будё

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Будё
Герб
Bodø komm.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1816
Этнохороним bodøværing
Дәүләт Норвегия
Административ үҙәк Будё[d]
Административ-территориаль берәмек Нурланн[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Bodø[d]
Хөкүмәт башлығы Ida Maria Pinnerød[d]
Халыҡ һаны 51 022 кеше (1 ғинуар 2017)[1],
51 558 кеше (1 ғинуар 2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 12 метр
Туғандаш ҡала Йёнчёпинг[d] һәм Выборг[d]
Сиктәш Сёрфолл[d], Фёуске[d], Салтдал[d], Йильдескол[d] һәм Бейарн[d]
Майҙан 1393 км²,
1395,3048620452 км²[2],
4826,7017184134 км²[2],
3431,3968563682 км²[2],
647,57303044836 км²[2],
0,345693014671 км²[2],
83,012692690349 км²[2],
1,292040742986 км²[2],
59,723312994832 км²[2],
559,44717845868 км²[2],
28,054143521847 км²[2],
8,40426832273 км²[2],
1,3705403257 км²[2],
6,081961525089 км²[2]
Рәсми сайт bodo.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Будё Викимилектә

Будё (норв. Bodø) — Норвегияның Нурланн фюлькаһындағы ҡала һәм коммуна[3]. Сальтен төбәгенең бер өлөшө булып тора. 1838 йылдың 1 ғинуарында Будё ҡалаһы коммуна статусын ала. 1968 йылдың 1 ғинуарында Будин коммунаһы, 2005 йылдың 1 ғиуарында коммунаһы Будё ҡалаһына ҡушыла. Поляр түңәрәктән төньяҡтараҡ урынлашҡан Будё Нурланнда иң ҙур ҡала булып иҫәпләнә, ә ҙурлығы буйынса Төньяҡ Норвегияла икенсе урынды биләй.

Ҡала күренеше

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бёрватнет күле (норв. Børvatnet) ярында урынлашҡан ҡурсаулыҡ

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коммуна Bodøgård (иҫке норвег теленсә: Boðvin) иҫке ферма хөрмәтенә шулай аталған, сөнки ҡала шул ферма территорияһында урынлашҡан. Атаманың беренсе өлөшө boði һүҙенән (һыу аҫты ҡаялары йәки шхеры), икенсе өлөшө — vin һүҙенән болон һәм көтөүлектәрҙе аңлата.

Гербы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коммунаның заманса гербы бар. Ул 1959 йылдың 24 июлендә ҡабул ителә. Гербта поляр көндө һүрәтләгән ҡояш символы тора[4]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Bodø 1800-tallet.jpg

Будё 1816 йылда үҙидаралыҡҡа ҡоролған ҡала статусын ала, хәҙерге ваҡытта Нурланн фюлькеһының баш ҡалаһы булып тора. Һөжүм ваҡытында күп өлөшө емерелә. 1940 йылдың 27 майындаЛюфтваффе һөжүм иткәндә ҡалала йәшәгән 6 кешенән 3,5 меңенең йорттары емерелә. Һөжүм мәлендә 15 кеше һәләк була (2 британ һалдаты һәм 13 норвегиялы). Торлаҡҡа киҫкен ҡытлыҡ кисереүгә бәйле, швед хөкүмәте 1941 йылдың ҡышында 107 фатир төҙөргә ярҙам итә. Был йорттар ҡала ситендә тиҙ арала төҙөлә. Хәҙер инде Будёның уртаһында ҡалған был террритория svenskebyen (швед ҡалаһы) тип атала. Һуғыштан һуң ҡала яңынан тергеҙелә. Ҡаланы тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу 1959 йылда яңы ҡала ратушаһын файҙаланыуға тапшырғас ҡына тамамлана.

Американың Фрэнсис Пауерс идара иткән Lockheed U-2 самолет-шпионы аҙаҡ Будё аэропортына ултырырға тейеш була. 1960 йылдың 1 майында Пакистандан Будё аэропортына табан осҡан ваҡытында территорияһы аша осҡанда был самолет атып төшөрөлә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будё Нурланндың транспорт үҙәге булып тора. Аэропорт (юғарыла һулда), гавань (уңда) һәм тимер юл станцияһы (түбәндә уң яҡта) бер-береһенә бик яҡын урынлашҡан.

Будё — Нурланн тимер юл линиһының алыҫ төньяҡ тимер юл станцияһы, ул Норвегияның тимер юл селтәренә ҡарай (Нарвик һәм швед ҡалаһы Лулео араһындағы тимер юлы Швеция тимер юлы селтәренә ҡарай). 1961 йылда тимер юл вокзалы асыла. Будё аэропорты ҡала үҙәгенән 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан, һәм ул 1952 йылда асыла. 2004 йылда аэропорт 1 308 000 пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Паромдар Будёнан һәм Лофотен утрауҙарынан йөрөй.

Диңгеҙ һыуы күтәрелгәндә барлыҡҡа килә торған иң көслө Сальстраумный ағымы Будёнан көнсығышҡа табан 30 км самаһы йыраҡлыҡта үтә. Кьеррингёй — яр буйы сауҙа ауылы Будёнан 40 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будё — Норвегияның көслө елдәргә дусар ителгән ҡалаларының береһе, сөнки Норвегия диңгеҙендәге елдәргә төрлө яҡлап асыҡ ярымутрауына урынлашҡан. Ҡыш буйы ҡар ҡатламы бик йоҡа була. Йыллыҡ уртаса температура 4,5 °C тәшкил итә, уртаса йыллыҡ атмосфера яуым-төшөм кимәле — 1020 мм (1961—1990 йй.). Иң ҡоро айҙар — апрелдән июнгә тамамланғансы.[5] 1966 йылдың февраль айы иң һыуыҡ ай була, температура −8.9 °C тиклем төшә, ә1937 йылдың июле иң эҫе ай була — 17,1 °C. Һуңғы йылдарҙа һауа температураһының күтәрелеүе күҙәтелә.

Климат Бу
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Тирәсте. Йыл
Һауа температураһы, °C 1 0 1 5 9 13 16 15 12 7 4 2
Ул кәм тигәндә, °C -2 -3 -2 2 6 9 12 11 8 4 1 -1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 86 64 68 52 46 54 92 88 123 147 100 100 1020
Сығанағы: http://www.storm.no/vaer/bodø/klima

Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будёла төрлө тәбиғи иҫтәлекле урындар бихисап. Будёнан төньяҡҡа табан 10 километрҙа бик популяр Гейтвоген (норв. Geitvågen) рекреацион биләмәһе бар. Ҙур территорияла бик күп диңгеҙ бөркөтө йөшөй. Коммунала 17 ҡурсаулыҡ бар. Суннстраумен ҡурсаулығында кеше ҡулы теймәгән ҡатнаш урман һәм мәрмәр плиталар бар[6], Сконланнала — яр буйы ҡарағай урманы[7], Бёрватнентала шыршы урманы һәм тропик үҫемлектә үҫә[8], Бликсвер ҡурсаулығында яр буйы тәбиғәте яҡшы һаҡланған һәм ҡоштар бик күп (улар Рамсар конвенцияһы тарафынан һаҡлана һәм яҡлана).[9]

Nordlandssykehuset фюлькпһындағы үҙәк хәстәхана

Дәүләт учреждениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нурланн университеты Фото: Hansen Røed Lars

Будёла Университет колледжы ҡала үҙәгенән 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда биш мең студент һәм уҡыусы белем ала.[10] Колледж Норвегияла балыҡсылыҡ өлкәһендәге алдынғы уҡыу йорттарының береһе.

Норвегия полиция академияһы ла [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9E%D1%81%D0%BB%D0%BE Ослонан] ситтә, Будёла урынлашҡан. Ҡалала Норвегия Граждандар авиацияһы идаралығы һәм Берләшкән ҡотҡарыу координация үҙәге (норв. Hovedredningssentralene) бар. Төньяҡ Норвегия Ҡораллы Көстәренең штаб-фатиры Реитанела, Будёнан көнсығышта урынлашҡан.

Хәрби көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Норвегияның Авиация музейы

Будёла Avisa Nordland гәзите баҫылып сыға. Футбол клубы урындағы Бу-Глимт футбол клубы Норвегияның футбол буйынса чемпионатының юғары лигаһында — Типпелигта. сығыш яһай.[11]

Һәр йәй һайын Булёла Nordland Musikfestuke һәм Parkenfestivalen мәҙәни фестивалдәре, ә ҡыш башында Bodø Hardcore Festival фестивале үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.ssb.no/befolkning/statistikker/folkemengde#relatert-tabell-1
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Arealstatistikk for Norge(untranslated), 2018.
  3. Бодё, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Norske Kommunevåpen Nye kommunevåbener i Norden (1990). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 март 2012. 19 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  5. Bodø climate statistics. met.no Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 ноябрь 2007. 23 февраль 2010 тикшерелгән.
  6. Sundstraumlian naturreserva. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 июнь 2012. 19 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  7. Skånland naturreservat. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 июнь 2012. 19 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  8. アーカイブされたコピー. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 октябрь 2011. 12 февраль 2010 тикшерелгән.
  9. Bliksvær naturreservat. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 март 2012. 19 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  10. Current students. Bodø University College. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 октябрь 2007. 24 сентябрь 2007 тикшерелгән.
  11. Adeccoligaen (Norges Fotballforbund). Norges Fotballforbund (2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 март 2012. 16 август 2007 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]