Буйлов Александр Сергеевич
Буйлов Александр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 февраль 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Боғорослан, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | промышленник |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт техник университеты |
Буйлов Александр Сергеевич (27 февраль 1950 йыл — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, «БелЗАН» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһ. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — мордва[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Сергеевич Буйлов 1950 йылдың 27 февралендә Ырымбур өлкәһе Ерекле ауылында тыуған. 1965—1969 йылдарҙа Боғорослан ауыл хужалығын механизациялау техникумы студенты. 1969 йылда Ырымбур өлкһе Степан Разин исемендәге колхозда мастер. 1990 йылда Куйбышев политехник институтын тамамлаған.[2]
1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Бәләбәй ҡалаһындағы «Автонормаль» заводында эшсе булып башлаған. Смена мастеры, участка етәксеһе, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, профсоюз комитеты рәйесе булып эшләгән. 1984—1990 йылдарҙа «Автонормаль» заводының профсоюз рәйесе.
1990 йылдан — «Автонормаль» акционер йәмғиәтенең инструменттар етештереү буйынса директоры, 1993 йылдан — йәмғиәттең етештереү предприятиеһының директоры[3]. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4][5] 2000—2005 — «БелЗАН» ААЙ генераль директоры урынбаҫары — коммерция директоры; 2005 йылдан — «БелЗАН» ААЙ генераль директоры урынбаҫары — «БелЗАН» ААЙ-нең төп етештерү буенса директоры.
1981—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың автомобиль һәм ауыл хужалығы машина төҙөлөшө профсоюзы Үҙәк комитеты ағзаһы.
1987—1992 — БАССР профсоюзының өлкә комитеты президиумы ағзаһы.
1990—1995 — 1990 йылдан — «Автонормаль» акционер йәмғиәтенең инструменттар етештереү буйынса директоры, 1993 йылдан — йәмғиәттең етештереү предприятиеһының директоры[6]. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[7][8] 2000—2005 — «БелЗАН» ААЙ генераль директоры урынбаҫары — коммерция директоры; 2005 йылдан — «БелЗАН» ААЙ генераль директоры урынбаҫары — «БелЗАН» ААЙ-нең төп етештерү буенса директоры.
1987—2005 — Бәләбәй ҡала Советы депутаты;
2004—2005 — Бәләбәй ҡалһы Советы рәйесе;
2005 елдан — Бәләбәй Муниципаль районы Советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтар дуҫлығы ордены, «Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе» маҡтаулы исеме, «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» миҙалы, «Башҡортостан Республикаһында фиҙәҡәр хеҙмәт» билдәһе.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Брянцев Борис Иванович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ 80 лет со дня рождения Борзенко Валентина Ивановича 2017 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
- ↑ 80 лет со дня рождения Борзенко Валентина Ивановича 2017 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104