Булатов Салауат Ғабдулла улы
| Булатов Салауат Ғабдулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 4 октябрь 1946 (79 йәш) |
| Тыуған урыны | Елдәр, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Уҡыу йорто | БашДАУ |
Булатов Салауат Ғабдулла улы (рус. Булатов Салават Габдуллович) — 4 октябрь 1946) - партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Ғабдулла улы Булатов 1946 йылдың 4 октябрендә БАССР-ҙың Миәкә районы Елдәр ауылында донъяға килгән.
1969 йылда - Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, ә 1992 йылда Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған.[2]
Хеҙмәт эшсәнлеген 1969 йылда Мәләүез районының Ергән ветеринар участкаһы мөдире сифатында башлай.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда баш зоотехник булып эшләй.
1977 - 1980 йылдарҙа Ишембай районында малсылыҡ комплексында бүлек етәксеһе, район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы.
1980 - 1986 йылдарҙа ошо уҡ районда "Искра" колхозы рәйесе, артабан РАПО рәйесе итеп тәғәйеләнә.
1987 йылда - халыҡ депутаттарының Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1991 йылдан - рәйес урынбаҫары.
1992 йылдан - Ишембайҙағы "Башресурсы" коммерция акционер берекмәһе директоры [3].
Башҡортостандың Ишембай районы, 214-се Петровский һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- ↑ Булатов Салават Габдуллович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 41.