Бутҡа (йылға)
Бутҡа | |
Ҡайҙа ҡоя | Беляковка[d] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Бутка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Тобола[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 79 метр |
Оҙонлоҡ | 32 km |
Бутҡа (рус. Бутка) — Рәсәйҙәге йылға, Свердловск өлкәһе биләмәләре буйынса аға. Беляковка йылғаһының уң ярында[2], тамағынан 46 саҡрым алыҫлыҡта, барып ҡоя. Йылғаның оҙонлоғо 32 саҡрым тәшкил итә[3]. Ул Бутҡа тигән күлдән баш ала.
Бутҡаның шул уҡ исемдәге уң ҡушылдығы Новая Деревня ауылы янында тамағынан 5,3 км алыҫлыҡта килеп ҡоя.
Тораҡ пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бутҡа йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар: Зарубина, Красногорка, Упорова, Вихляева, Новая Деревня, Поротникова.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Иртыш һыу бассейны округы, һыу хужалығы участкаһы — Пышма йылғаһы Белоярск һыуһаҡлағысынан тамағына тиклем, Рефт йылғаһын башынан алып Рефт һыуһаҡлағысына тиклем индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010502212111200008195[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Талица районында исеме Бутҡа йылғаһынан алынған Бутка ауылы бар, унда Рәсәйҙең беренсе Президенты Б.Н. Ельцин тыуған, шуға күрә урыҫ телендә «ҡ» өнө юғалған. Был ауыл 1676 йылда Бутҡа йылғаһы буйында Бутка слободаһы (биҫтәһе) булараҡ нигеҙләнгән. Свердловскиҙа тыуып үҫкән, СССР һәм Рәсәй телсе-ғалимы; лексика һәм субстрат топонимика, шулай уҡ этимология, ономастика, фин-уғыр тел ғилеме, телдәр бәйләнеше белгесе Матвеев Александр Константинович фекеренсә, атама төрки сығышлы, башҡорт һәм татар халҡындағы «бутҡа» тигән ризыҡ атамаһынан килеп сыҡҡан; «бутҡа» һүҙе шулай уҡ күсмә мәғәнәлә буталсыҡлыҡ һәм ығы-зығы күренешен аңлата[4].
Урыҫ теленең төмән һөйләшендә «буткать» — гнать рыбу в сети ботами" тигән фараз да бар[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Бутка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 «Бутка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 50—51. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
- ↑ Географические топонимы//Краеведческие страницы Красноуфимска
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит
- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 50—51. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.