Бүгәс маршы (йыр)
Бүгәс маршы | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Автор | Халыҡ |
Башҡарыусы/артист | Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
«Бүгәс маршы», «Бүгәс», «Бүгәсәү», «Оло юл» — башҡорт халыҡ йыры, һамаҡ көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр Н. Д. Шоңҡаров тарафынан 1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачёв районы Бобровый Гай ауылында яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫтырыла. Танылған фольклорсы һәм музыка белгесе Риф Сөләймәнов үҙенең «Жемчужины народного творчества» исемле китабында фольклор экспедиция ваҡытында Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарынан тарихи сюжетҡа ҡоролған «Оло юл» («Бүгәс») йырын Һарытау өлкәһе Ҡондоҙло ауылында Ғ. Мөхтәровтан яҙып алыуы тураһында бәйән итә һәм китапта нота өлгөһөн бирә (39-сы)[1]. Уның фекеренсә, «Оло юл» йыры үҙенең мелодикаһы һәм ритмикаһы менән 1839 йылда Ырымбур губернаторы В. А. Перовскийҙың етәкселегендәге башҡорттар тарафынан ижад ителгән «Һырдаръя» башҡорт халыҡ йырына оҡшаш. Шулай уҡ «Оло юл» йырының башланғыс мелодик фразаһы «Слава» урыҫ халыҡ йырына оҡшашлығы бар, тип яҙа. «Слава» йырын боронғо ваҡытта полководец-кенәздәр һәм батырҙар хөрмәтенә башҡарғандар. Крәҫтиән һуғышы ҡатнашыусылары Е. Пугачевты батша итеп танығанға күрә, Пугачев ғәскәрҙәрендә әлеге йыр йыш башҡарылған, күрәһең. Уның көйөн башҡорттар үҙҙәренсә үҙгәртеп, ижад иткәндәр[1]. «Бүгәс маршы» варианттарын С.Ә.Галин, К. Мәргән яҙып алған. Декламацион көй аныҡ структура, ябай боролоштар менән айырыла.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) тураһындағы йырҙарға ҡарай. Икенсе исеменең («Оло юл») барлыҡҡа килеүе Ырымбурға табан Яйыҡ йылғаһы буйлап оҙон юл үтеүсе Е. И. Пугачёв ғәскәрҙәре хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Поэтик текста Пугачёв халыҡты яҡлаусы, ер һәм ирек биреүсе изге күңелле батша булараҡ һүрәтләнә.
Йырҙы башҡарыусылар араһында — Ғ.З.Сөләймәнов.
Йырҙың һүҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе вариант
- Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
- Арғымаҡтарын да уйнатып.
- Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,
- Дошман ғәскәрҙәрен шул ҡыйратып.
- Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр уҙа,
- Һауаларға оса шул туҙаны.
- Бүгәс батша, һай, яуыз түрәләрҙе,
- Ҡуй-һарыҡтар итеп тә тураны.
- Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
- Бүгәс батша икән шул хужаһы.
- Яуыз түрәләрҙе ҡырып бөткәс,
- Бөтмәҫ микән илдең нужаһы?
- Оло ғына юлдан, һай, Бүгәс килә,
- Ебәк билбауын быуып биленә.
- Баяр, түрәләрҙән тартып алып,
- Ер-һыу бирә икән иленә.
[2]
Икенсе вариант
- Оло ғына юлдан Бүгәс килә,
- Ебәк билбау быуып биленә.
- Баяр, түрәләрҙән тартып алып,
- Ер-һыу бирә, тиҙәр, иленә.
- Оло ғына юлдан ғәскәр уҙа,
- Һауаларға оса шул туҙаны.
- Бүгәс батша яуыз түрәләрҙе,
- Ҡуй-һарыҡтай тураны.
- Оло ғына юлдан ғәскәр килә,
- Бүгәс батша икән шул хужаһы.
- Яуыз түрәләрҙе ҡырып бөткәс,
- Бөтмәҫ микән илдең нужаһы?
[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974;
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡобағошов А. М. Бүгәс маршы (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчества Урала.Өфө, «Китап», 1995.