Эстәлеккә күсергә

Күк балыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бәшкәләк битенән йүнәлтелде)
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 789

Күк балыҡ, ялтырса, бәшкәләй, бәшкәләк, аҡ сабаҡ (лат. Alburnus alburnus, рус. Уклейка) — киң таралған карптар ғаиләһендәге балыҡ.

Саҡ ҡына йәшкелт күгелйем. Ҡабырғалары менән ҡорһағы һарғылт аҡ. Түш йөҙгөстәре һарғылтыраҡ.Башҡа яғы буҙ төҫтә. Башы ослайған, ауыҙы өҫкә күтәрелгән, арт юл ҡанаты аҡ төҫтә. Ҡөйроғо бик йоҡа, үтә күренеп тора. Ҙурлығы 30 см-ғаса.

Азов диңгеҙе, Балтик диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ бассейыны йылғаларында, Каспий диңгеҙенең төньяҡ өлөшө йылғаларында һәм Аҡ диңгеҙҙең ярҙары буйлап үрсей. Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа өлөшө йылғаларында осрай.

Күлдәрҙә, йылғаларҙа, һыу һаҡлағыстарҙа, шулай йылға тамаҡтарында төҙлөраҡ булған ерҙәрҙә лә йәшәй. Күмәкләп йөрөйҙәр. Һыуҙың өҫкө ҡатламын үҙ итә. Планктон менән туҡлана. Шулай уҡ һыу өҫтөнә ҡолап төшкә ваҡ бөжәктәр һәм сәскә һеркәһе менән дә туҡлана.

Ыуылдырығын май аҙаҡтарынан июль башынаса сәсә.

Кәсепселек (промысла) өсөн ҡулланылмай. Башҡа ваҡ балыҡтар булмағанда, эрерәк балыҡтарҙы ылыҡтырыу өсөн әҙерәк файҙаланалар.[1]

  1. Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля (уженье) наших пресноводных рыб.
  • Лебедев В. Д, Спановская В. Д., Савваитова К. А., Соколов Л. И., Цепкин Е. А. Рыбы СССР. Под ред. Никольского Г. В. и Григораш В. А.. Из серии «Справочники-определители географа и путешественника». М.: Мысль, 1969