Эстәлеккә күсергә

Бөгөмәле (тау, Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөгөмәле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы
Карта

Бөгөмәле — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Кесе Рәүҙәк һәм Һикәҙе йылғалары араһында ята. Иң бейек нөктәһе — 672,3 м.

Битләүҙәре һөҙәк, төньяҡтан һәм көньяҡтан текә, текә ярҙар хасил иткән тауҙар араһында йылғалар аға. Тау тоҡомо ҡомташтарҙан, аргиллиттарҙан һәм венд ҡатнашмаларынан тора.

Бөгөмәлелә Кесе Рәүҙәк һәм Һикәҙе ҡушылдыҡтары баш ала. Тауҙан төньяк-көнсығыштараҡ 5 км алыҫлыҡта Биктәр тауы (629 м), төньяҡта 6 км алыҫлыҡта Иҫкейорт (608 м), көньяҡта 6 км алыҫлыҡта Ҡаратүбә (687 м) ята. Көньяҡ-көнсығыштараҡ 10 км алыҫлыҡта Иҫке Һәйет ауылы урынлашҡан.

Тау һырттарында, итәгендә ҡуйы йүкә һәм ҡарама ҡатнаш урман үҫә.

«Бөгөмәле» — башҡорт телендәге «бөгөлөп киткән» (изогнутый) һүҙенән алынған тигән фараз бар.[2]