Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле
Пушкин урамы яғынан Горький паркы күренеше. Уртала — Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле
Пушкин урамы яғынан Горький паркы күренеше. Уртала — Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Скульптор В. П. Дубовик
Бейеклеге 8 м
Материал бронза, гранит

Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһы уртаһында Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы һәм ҡалала совет власы булдырыу хөрмәтенә ҡуйылған монумент. Скульптор В. П. Дубовик һәм архитектор Э. А. Полянский ижад иткән һәйкәл 1979 йылда асыла. 4,5 м бейеклектәге ҡыҙыл гранит постаментта өс ир кешенең фигураһы — һалдат, эшсе һәм моряк һынландырылған. Крәҫтиән байраҡ тотоп торған итеп һүрәтләнгән, ә моряк төйҙәһенә ҡуйылған винтовка менән. Авторҙарҙың уйы буйынса, һәйкәлдең дөйөм күренеше революция еңеүенең ныҡлығын һәм ҡаҡшамаҫлығын символлаштыра[1].

Скульптура композицияһы 1917 йылдың 26 октябрендә Дондағы Ростовта совет власы урынлашыуын хуплап митинг үткән урында урынлашҡан. Быны постаменттың алғы яғында ҡуйылған мемориаль таҡталағы яҙыу раҫлай[2]:

« Был урында 1917 йылдың 26 октябрендә Петроградта социалистик революцияның еңеүен һәм Дондағы Ростовта совет власы урынлашыуын хуплап күп кеше ҡатнашҡан митинг булды »

.

Донда Февраль революцияһы еңгәндән һуң большевиктарҙың асыҡтан-асыҡ сәйәси эшмәкәрлеге йәйелә. Большевиктарҙың сәйәсәтен һәм маҡсатын аңлатыу, партия ойошмаларын нығытыу һәм киңәйтеү, Дондың эшсе массаларын социалистик революцияға әҙерләү маҡсатында «Беҙҙең байраҡ» гәзите сығарыла. Ростов-Нахичевань большевиктар комитеты гәзит ярҙамында Дон большевистик төркөмдәре менән бәйләнеш урынлаштыра, уларға яңы партия ойошмалары ойошторорға, булғандарын нығытырға, халыҡ массаларын ылыҡтырыу өсөн сәйәси эште көсәйтергә ярҙам итә.

Крәҫтиәндәр, революцион кәйефле һалдаттар һәм казактар ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт власын ҡолатыу өсөн сығыш яһарға әҙер булған эшселәрҙең ҡораллы отрядтары көндән-көн үҫә. «Колхида» елкәнле яхта Петроградта социалистик революция булыуы, һәм В. И. Лениндың эшсе һәм крәҫтиәндәр власы урынлашыуын иғлан итеүе тураһында радиограмма алғандан һуң, большевиктарҙың тәҡдиме буйынса 26 октябрҙә ашығыс рәүештә Ростов-Нахичевань эшсе һәм һалдат депутаттар Советы ултырышы саҡырыла. Совет, меньшевиктар һәм эсерҙарҙың ярһыу ҡаршы тороуына ҡарамай, власты тулыһынса үҙ ҡулдарына алыуҙары тураһында ҡарар ҡабул итә һәм Сырцов Сергей Иванович етәкселегендә Хәрби-революцион комитет төҙөй. Ошо ултырыштан һуң шунда уҡ ҡала баҡсаһында, Ротонда бинаһы янында, эшселәр һәм һалдаттарҙың митингыһы йыйыла. Митингтың күп һанлы ҡатнашыусылары эшсе һәм һалдат депутаттар Советы ҡабул иткән резолюцияға ҡушылырға, Советҡа һәм уның янында ойошторолған Хәрби-революцион комитетҡа һәр төрлө ярҙам һәм булышлыҡ итергә ҡарар итә. Ошо ваҡиға иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыла ла инде[3].

  1. Памятник Великой Октябрьской революции в Ростове-на-Дону. Памятники всего мира. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
  2. Памятники Ростова-на-Дону. Достопримечательности мира. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
  3. Газета «Наше знамя». Rostov region. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.