Эстәлеккә күсергә

Евразия далаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бөйөк дала битенән йүнәлтелде)
Евразияның дала бүлкәте

Евразия далаһы (Бөйөк Дала) — Евразия ҡитғаһының үҙәгендә урынлашҡан киң дала төбәге. Көнсығыш Европанан Тымыҡ океан ярҙарына тиклем тиерлек һуҙылған. Бөйөк Далала борондан алып күсмә халыҡтар йәшәгән, Европа мәҙәниәтенә ҡараған халыҡтар менән аралашып йәшәгән (монголдарҙың Көнбайыш походы). Йылдар дауамында дала халҡы хәрби күнекмәләр үҙләштергән.

Көнбайыш өлөшө — Понтик-Каспий далаһы (тарихи — Ҡыпсаҡтар далаһы) үҙ эсенә Венгрия территорияһындағы Пуста эксклавын (Паннония тигеҙлегенең өлөшө)[1] һәм көнбайышта Ҡырағай майҙан, Салы далалары һәм көньяҡта Нуғай далаһы, көнсығышта Ҡалмыҡ далаһы алған. Төньяҡтан төбәк Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге урманлы дала, көньяҡта — Ҡара диңгеҙ, Кавказ тауҙары һәм Каспий диңгеҙе менән сикләнгән.

Урал тауҙарының көньяҡ һырттары (Моғалжар), Каспийға яҡынлашҡас, тар ер барлыҡҡа килтерә, шунан һуң көнсығышҡа табан үҙ эсенә Туран уйһыулығын һәм Ҡаҙаҡ Һары арҡа далаһын, Ҙур һәм Бәләкәй Бурһыҡтар сүл райондарын, яңы Аралҡом һәм Бетпак-Далаһын алған Ҡаҙаҡ далаһы һуҙыла. Төньяҡта Турғай уйпатлығы, Ишем далаһы, Бараба уйпатлығы һәм Ҡулынды далаһы аша үтеп, дала райондар Көнбайыш Себер тигеҙлегенең тайгаһына күсә.

Көнсығышта Жунгар ҡапҡаһы тигеҙлеге аша Жунгарияға күсә. Артабан көнсығышҡа ҡарай Монгол-Маньчжур далаһы Гоби сүллеге урынлашҡан.

  1. Geoffrey A.J. Canada's Vegetation: A World Perspective. — Scott McGill-Queen's Press - MQUP. — 1995. —  150. — P. 404.